М. О. Әуәзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры

Алма-Аталағы драма театры

М. О. Әуәзов исемендәге Ҡаҙаҡ академия драма театрыАлма-Аталағы драма театры..

М. О. Әуәзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры
Нигеҙләү датаһы 1925
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Мөхтәр Әүәзов
Менеджер/директор Абдыкалыков, Сабит Абдимуталиевич[d]
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 СССР
Административ-территориаль берәмек Алматы
Алдағы Ғ. Мүсирәпов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Рәсми асылыу датаһы 1982
Рәсми сайт auezov-theatre.kz
Карта
 М. О. Әуәзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1925 йылдың аҙағында Ҡыҙылурҙала, Ҡаҙағстан АССР-ның ул саҡтағы баш ҡалаһында, ойошторолған.

Театр асыу 1926 йылдың 13 ғинуарында Кошке Кеменгеровтың «Алтын сакина́» («Золотое кольцо») пьесаһы буйынса Сералы Кожамкулов ҡуйған спектакль һәм ҙур концерт менән асыла .

1928 йылда, баш ҡала Алма-Атаға күсерелгәнлектән, театр ҙа шунда күсерелә.

1937 йылдан театрға академия, ә 1961 йылдан — Мөхтәр Әуәзов исеме бирелә.

Театр башында халыҡ ижады һәм үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары: Жумат Шанин, Курманбек Джандарбеков, Серке Кожамкулов, Ҡалибек Ҡуанышпаев, Елюбай Умурзаҡов, Амре Кашаубаев, Иса Байзаков, Калан Бадыров, Ш. Байзакова, К. Мунайтпасов, Ф. Ашкеев, З. Атабаев, К.Беисов, М. Шамов һ. б. торған.

Театр эшмәкәрлегенең тәүге йылдарында режиссёрҙар актерҙар араһынан килеп сыҡҡан: Шанин, Кожамкулов, Джандарбеков. Тәүге репертуар булдырыу өҫтөндә яҙыусылар Әуәзов, Сейфуллин, Майлин эшләгән. Иртә осорҙа Совет власы урынлаштырыу тураһындағы спектаклдәр ҡуйылған: Сейфуллиндың «Ҡыҙыл ыласындар»ы, Успанов һәм Утеулиндың «Зарлык» пьесаһы; шулай уҡ боронғо ауылдың көнкүрешен, ҡаҙаҡ халҡының революцияға тиклемге тормошон сағылдырған: Әуәзовтың «Каракоз», «Байбише — токал»ы, Беимбет Жармагамбет улы Майлиндың «Никах»ы, «Хәйләкәр мулла»һы, Ерданаевтың «Малкамбай»ы, Шаниндың «Торсыкбай»ы, «Айдарбек», «Аркалык-батыр» пьесалары [1] 2019 йыл 10 июнь архивланған..

30-сы йй. театр профессиональ рус режиссёрҙарын (М. Г. Насонов, И. Б Боров, М.. А. Соколовский), рәссамдарын (К. Ходжиков) йәлеп итә, ҡатмарлы драматик әҫәрҙәрҙе: Әуәзовтың «Төнгө йәшен»ен, Майлин һәм Мусреповтың «Амангельды»һын сәхнәләштереүгә тотона.

1941-45 йй. репертуар нигеҙендә совет халҡының героик көрәшенә арналған: Әуәзовтың «Һынау сәғәте», Әуәзов һәм Әбишевтың «Намыҫ гвардияһы» спектаклдәр булған, шулай уҡ Мусреповтың «Ахан-сэре — Аҡ токты», Шекспирҙың.«Үҙ һүҙлене тыйыу» «Укрощение строптивой» әҫәрҙәре сәхнәләштерелгән.

Иң мөһим сәхнә постановкалары: Әбишевтың «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Карьера һәм намыҫ», Мостафиндың «Миллионер»ы, Хөсәйеновтың «Кисә һәм бөгөн», «Ауыр яҙмыштар», Тажибаевтың «Бер ағастан урман булмай» Мухамеджановтың «Кәпәс аҫтында бүре балаһы», «Яусы килде», «Сит ер», Ахтановтың «Сауле», «Буран»ы, Шашкиндың «Шағир йөрәге», Кабдоловтың «Һүнмәҫ ут», Айытматовтың һәм Мухамеджановтың «Фудзиямаға күтәрелеү» һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр [2].XX быуаттың 40-80-се йылдарында ҡуйылған.

2001-2013 йылдарҙа. — театрҙың художество етәксеһе Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы Обаев Есмухан.

Спектаклдәр ҡаҙаҡ телендә алып барыла, рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Билдәле театр артистары үҙгәртергә

  • Амре Ҡашаубаев (эшләгән йылдары 1925—1934)
  • Ҡурманбек Джандарбеков (1925—1934)
  • Ҡалибек Ҡуанышпаев (1925—1964)
  • Елюбай Умурзаҡов (1925—1972)
  • Серке Ҡожамҡулов (1925—1976)
  • Иса Байзаҡов (1926—1931)
  • Ҡанабек Байсеитов (1929—1955)
  • Куляш Байсеитова (1930—1933)
  • Сабира Майканова (1932—1992)
  • Шакен Айманов (1933—1947)
  • Хәбибә Ҡараҡбаевна Елебекова (1935—2012)
  • Бикен Римова (1941—1999)
  • Хадиша Букеева (1942—1972)
  • Шолпан Исабековна Джандарбекова (1942—1972)
  • Нурмухан Сейтәхмет улы Жантурин (1952—1971)
  • Идрис Ноғайбай улы Ноғайбаев (1954—1989)
  • Фәридә Шәрипова (1959—1996)
  • Нукетай Мышбаева (1959 йыцлдан)
  • Торғын Тасыбекова (1961 йылдан)
  • Әнуәрбек Молдабеков (1962 йылдан)
  • Асанали Ашимов (1963 йылдан)
  • Жумабай Медетбай улы Медетбаев (1966—2005)
  • Аширали Кенжеев (1967 йылдан)
  • Ҡуман Нурмаганулы Тастанбеков (1969—2017)
  • Тунғышбай Ҡадырулы Жаманҡулов (1969 йылдан)
  • Шайза Хәбибулловна Әхметова (1970 йылдан)
  • Мәруерт Ҡаратаевна Үтекешова (1973 йылдан)

Театр бинаһы үҙгәртергә

1981 йылда махсус Ҡаҙаҡ драма театры өсөн Абай проспектында яңы бина төҙөлә. Архитекторҙар О Баймурзаев, А. Ҡайнарбаев, М. Жакҡылыҡов [1] , инженерҙар М. Плахотников һәм А. Брохович, рәссамдар И. Нимец һәм Г. Завизионный ҡатнашлығында, проект авторҙары булдылар. 1982 йылда был проект өсөн өс автор Ҡаҙаҡ ССР-ының Чокан Вәлиханов исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.[2]

Бина үҙенең конструктив һәм архитектура үҙенсәлектәре буйынса уникаль ҡоролма булып тора. Бөтә фасадтарының композиция яғынан хәл ителеүе – төп күләмдең бөтөнлөгөнән ғибәрәт. Бина бейек түбәнге өлөшкә цоколь урынлаштырылған. Төп инеү урыны алдында М. О. Әуәзов һәйкәле ҡуйылған тантаналы баҫҡыс менән билдәләнә. Фойены декоратив барельеф биҙәй. Бинаның күләме һәм уның элементтарының үҙ-ара тура килеүе соразмерность ҡоролмаға айырым мөһабәтлек монументальность һәм тантаналылыҡ торжественность бирә. Фасадтарҙы биҙәүҙә гранит, ҡабырсаҡтар, мәрмәрҙән ҡулланылған[3]

Һәйкәл статусы үҙгәртергә

Театр бинаһы архитектура ҡомартҡыһы булып тора, 1982 йылда дәүләт реестрына индерелгән[4].

2010 йылдың 10 ноябрендә Алматы ҡалаһының урындағы әһәмиәтле тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының яңы Дәләт исемлеге раҫланды, шул уҡ ваҡытта алдағы бөтә ҡарарҙар көсөн юғалтҡан тип танылды[5]. Был Ҡарарҙа ҡала театры бинаһы үҙенең урындағы әһәмиәткә эйә ҡомартҡы статусын һаҡлап ҡалды. 2014 йылда һаҡланыусы зоналарҙың сиктәре раҫланған [6].

Мөхтәр Әузов һәйкәле үҙгәртергә

1980 йылда Мөхтәр Әуәзов һәйкәле Абай проспекты янында, ул ваҡытта төҙөлөп ятҡан драма театры бинаһы алдында ҡуйылған.

М. О. Әуәзовтың бронзанан ҡойолған һыны скульптор Е. А. Сергебаев моделе буйынса ҡойолған. Лабрадорит постаменты архитекторҙар О. Ж. Баймурзаев, А. С. Ҡайнарбаев проекты буйынса төҙөлгән. Пластик яҡтан һәйкәл ғәҙәттәгесә хәл ителгән. Уң ҡулына китап тотҡан яҙыусы, уйланған төҫтә креслола ултыра. Постаменттың фасадында бронза ҡойолмаға яҙылған текст «Мөхтәр Омарханулы Әуәзов». Автор коллективы 1982 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ның [7]Дәүләт премияһына лайыҡ булған.

1982 йылдың 26 ғинуарынан һәйкәл Ҡаҙаҡ ССР-ының республика әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә.[8] индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Жаксылыков, Марат Файзулаевич // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  2. Казахский театр драмы им. М.Ауэзова. Достопримечательности. Дата обращения: 10 февраль 2015. Архивировано 7 июль 2017 года. 2017 йыл 7 июль архивланған.
  3. КАЗАХСТАНСКАЯ ХРОНИКА «П» Год 1981. Журнал "Простор". Дата обращения: 10 февраль 2015. Архивировано 7 июль 2017 года.
  4. 261 ҡарары 2014 йылдың 10 сентябрҙә V саҡырылыш алматы ҡалаһында мәслихәт хххі ултырышы Н раҫлау тураһында «сиктәрен һаҡлаусы зоналар, ландшафт зоналары тәбиғәт объекттарының һаҡлау зонаһында төҙөлөшө һәм көй тарихи-мәҙәни мираҫ алматы ҡалаһында»
  5. Г. Алматы иҫтәлекле. Мөхтәр Һәйкәл Омарханович Ауэзова 2016 йыл 5 июль архивланған.
  6. Постановление Совета Министров Казахской ССР от 26 января 1982 года № 38 «О памятниках истории и культуры Казахской ССР республиканского значения». Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә