Ҡаҙаҡфильм
Шәкен Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» (ҡаҙ. Шәкен Айманов атындағы Қазақфильм акционерлік қоғамы) — Ҡаҙағстандың нәфис һәм документаль фильмдар киностудияһы (Алма-Ата ҡалаһы).
Ҡаҙаҡфильм | |
Тармаҡ | киноиндустрия[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1934 |
Рәсми атамаһы | Алма-Атинская студия кинохроники, Алма-Атинская киностудия (художественных фильмов), ЦОКС һәм Алма-Атинская киностудия художественных и хроникальных фильмов |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | S.A.[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Алматы, Ҡаҙағстан |
Продукция | Фильм |
Рәсми сайт | kazakhfilmstudios.kz |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 302 000 ± 999[1] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Персоналии:Казахфильм[d] |
Ҡаҙаҡфильм Викимилектә |
Киностудия тураһында
үҙгәртергә«Ҡаҙаҡфильм» киностудияһы — Ҡаҙағстандың иң ҙур киностудияһы. "Ҡаҙаҡфильм"дың төп эшмәкәрлеге әлеге ваҡытта сценарийҙар һәм проекттар эшләүҙән, уйын, документаль һәм анимацион кино- һәм видеофильмдар етештереүҙән һәм булғанды эшкәртеүҙән, Ҡаҙағстан режиссёрҙарының фильмдарын прокатлауҙан тора. Элек үҙаллы структура булған студияның бюджеты бөгөн Ҡаҙағстандың бер дәүләт телеканалыныҡынан биш тапҡырға кәмерәк. Хәҙерге ватан кинематографияһын үҫтереү өсөн киностудия бюджетын күп тапҡырҙарға арттырыу зарур[2].
Тарихы
үҙгәртергә- 1934 — Алма-Ата кинохроника студияһы ойошторола.
- 1936 — Алма-Ата кинохроника студияһында документаль фильмдар төшөрөлә башлай.
- 1939 — «Ленфильм» киностудияһында беренсе ҡаҙаҡ нәфис фильмы «Амангельды» төшөрөлә.
- 1941 йылдың 12 сентябре — Ҡаҙаҡ ССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 1941 йыл 12 сентбярь 762-се ҡарары менән Алма-Ата киностудияһы (нәфис фильмдар төшөрөү өсөн) ойошторола.
- 1941 йылдың 15 ноябре — Алма-Ата киностудияһы Ҡаҙағстанға эвакуацияланған «Мосфильм» һәм «Ленфильм» менән ҡушылып, Үҙәк Берләштерелгән нәфис фильмдар киностудияһы (рус. Центральная Объединённая киностудия художественных фильмов, ЦОКС) барлыҡҡа килә, ул Алма-Атала 1944 йылға тиклем эшләй һәм һуғыш йылдарында бөтә Рәсәй нәфис фильмдарының 80 процентын сығара.
- 1944 йылдың 25 ғинуары — Алма-Ата киностудияһының атамаһы Алма-Ата нәфис һәм хроникаль фильмдар киностудияһы итеп үҙгәртелә.
- 1960 йылдың 9 ғинуары — Ҡаҙаҡ ССР-ы Мәҙәниәт министрлығы приказы менән Алма-Ата нәфис һәм хроникаль фильмдар киностудияһының атамаһы «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһы тип алмаштырыла.
- 1963 йылдың 8-9 ғинуары — Ҡаҙағстан Кинематографистар союзының беренсе ойоштороу съезы була, Ш. К. Айманов союздың беренсе секретары итеп һайлана.
- 1963 йылдың 28 майы — Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советының Кинематография буйынса дәүләт комитеты ойошторола (1963—1988).
- 1967 — Ҡаҙағстанда мультипликацион фильмдар сығарыла башлай. Әмен Ҡайдаров төшөргән «Почему у ласточки хвост рожками» Ҡаҙағстандың беренсе мультфильмы була.
- 1968 йылға тиклем киностудия Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан була (Богенбай батыр урамы, 134), уны хәҙер Жамбул исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт филармонияһы биләй.
- 1968—1981 йылдарҙа ҡаланың көньяҡ өлөшөндә 19 гектар майҙанда киностудия өсөн яңы биналар комплексы төҙөлә[3] (Әл-Фараби проспекты, 176), студия әле лә шунда тора.
- 1984 — «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһына милли кинематографияның мәшһүр эшмәкәре Шәкен Кәнжәтай улы Айманов исеме бирелә (Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһы).
- 1985 — Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» республика ижади-етештереү берекмәһе.
- 1996 йылдың 20 авгусы — Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» республика ижади-етештереү берекмәһе Ш. Айманов исемендәге Ҡаҙаҡ кинофабрикаһына (матди-техник база) һәм Ҡаҙағстан Республикаһының Милли продюсерлыҡ үҙәгенә (ижади эште ойоштороу, бойондороҡһоҙ продюсерлыҡ студиялары менән эшләү) бүленә.
- 2000 йылдың 28 марты — Ш. Айманов исемендәге Ҡаҙаҡ кинофабрикаһы, Ҡаҙағстан Республикаһының Милли продюсерлыҡ үҙәге, Ҡаҙкинопрокат һәм Госфильмофонд ҡушылып, Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» милли компанияһы республика дәүләт ҡаҙна предприятиеһы барлыҡҡа килә. Генераль директоры итеп Ҡасымжанов Баҡҡожа Ҡасымжан улы тәғәйенләнә.
- 2005 — Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең «Республика дәүләт предприятиеларының ҡайһы бер мәсьәләләре тураһында»ғы 2005 йыл 6 июнь 563-сө ҡарары менән Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» милли компанияһы республика дәүләт ҡаҙна предприятиеһы Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә.
- 2009 йылдың 24 ноябре — киностудияға Ҡаҙағстан Президенты килә. Президентҡа яңы ҡорамалдар күрһәтелә[4].
- 2010 йылдың ғинуары — кино етештереү барышының максималь мөҙҙәте 6 йылдан 2 йылға ҡалдырып кәметелә.
Башҡортостан һәм «Ҡаҙаҡфильм»
үҙгәртергәБашҡортостанда тыуып үҫкән Әсхәт Әшрәпов оҙаҡ йылдар «Ҡаҙаҡфильм» студияһында кинорежиссер һәм кинооператор булып эшләй. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Кинорежиссер Малик Яҡшымбәтов 1969—1985 йылдарҙа «Ҡаҙаҡфильм» студияһында эшләй.
Подразделениелары
үҙгәртергә- Сценарий-мөхәрририәт һәм художество советы секретариаты
- Хоҡуҡи тәьминәт һәм һатыу-һатып алыуҙар идаралығы
- Административ эш идаралығы
- Иҡтисад һәм планлаштырыу идаралығы
- Бухгалтер иҫәбе һәм отчётлылыҡ идаралығы
- Продюсерлау һәм дистрибуция үҙәге
- Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, кинофестивалдәр һәм форумдар үҙәге
- Кинопроекттарҙы үҫтереү үҙәге
- Матбуғат хеҙмәте
- Техник бүлек
- «Дәүләт фильмдар фонды» филиалы
- Кинофабрика
- «ХОЗУ» дирекцияһы.
Милекселәре һәм студияның хаҡы
үҙгәртергә2014 йылдың майына акциялар 100 проценты менән Ҡаҙағстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы йөҙөндә дәүләттеке була. 2014—2015 йылда хосусилаштырыу планына ярашлы, акцияларҙың 49 процентын һатыу ҡарала[5]. "Ҡаҙаҡфильм"дың дөйөм хаҡы 3 398 529 000 тәңкә (18 370 427 доллар) тип баһалана[6].
Етәкселеге
үҙгәртергә- 1953—1970 — Шәкен Айманов, «Ҡаҙаҡфильм» студияһының етәксеһе, художество етәксеһе
- 1978 йылдан — Әзербайжан Мәмбәтов, «Ҡаҙаҡфильм» студияһының директоры
- 1992 йылдан — Ардак Әмирҡулов, «Ҡаҙаҡфильм» студияһының директоры
- 2002 йылдың 12 майынан — Сергей Азимов, Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» милли компанияһы республика дәүләт ҡаҙна предприятиеһының генераль директоры
- 2006 йылдың 27 июненән — Сергей Азимов, Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» акционерҙар йәмғиәтенең президенты
- 2007 йылдың 21 ноябренән — Анар Ҡашағанова, Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» акционерҙар йәмғиәтенең президенты
- 2008 йылдың 30 майынан — Ермек Аманшаев, Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» акционерҙар йәмғиәтенең президенты
- 2015 йылдың 30 ғинуарынан — Бәхет Ҡаирбеков, Ш. Айманов исемендәге «Ҡаҙаҡфильм» акционерҙар йәмғиәтенең президенты.
Фильмдарҙың рейтингы
үҙгәртергәСовет осоронда (1955—1990) «Ҡаҙаҡфильм» студияһының иң кассалы таҫмалары:
- «Конец атамана», 1972, режиссёр Шәкен Айманов — 30 600 000 тамашасы, тиражы 1274 күсермә.
- «Тайны мадам Вонг», 1986, режиссёр Степан Пучинян — 30 100 000 тамашасы — 982 күсермә.
- «Девушка-джигит», 1955, режиссёр Павел Боголюбов, 27 800 000 тамашасы.
- «Там, где цветут эдельвейсы», 1966, режиссёр Ефим Арон һәм Шәрип Бейсембаев, 25 300 000 тамашасы, 928 күсермә.
- «Транссибирский экспресс», 1978, режиссёр Эльдор Уразбаев, 23 800 000 тамашасы, 1189 күсермә.
- «Игла», 1989, режиссёр Рәшид Ноғманов, 15 500 000 тамашасы, 1350 күсермә.
- «Песнь о Маншук», 1971, режиссёр Мәжит Беғәлин, 13 500 000 тамашасы, 1542 күсермә.
- «Кыз-Жибек», 1972, режиссёр Солтан-Әхмәт Ходжиков, 7 800 000 тамашасы, 331 күсермә.
- «Лютый», 1974, режиссёр Толомуш Океев, 6 600 000 тамашасы, 544 күсермә.
- «Земля отцов», 1966, режиссёр Шәкен Айманов, 4 200 000 тамашасы, 807 күсермә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Минкультуры: бюджет "Казахфильма" следует увеличить многократно . «Forbes.kz». Дата обращения: 20 февраль 2015. Архивировано 20 февраль 2015 года.
- ↑ Казахфильм . «Almatykala». Дата обращения: 20 февраль 2015. Архивировано 20 февраль 2015 года. 2015 йыл 20 февраль архивланған.
- ↑ Президент посетил киностудию «Казахфильм» | Информационный портал ZAKON.KZ 2018 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ О внесении изменений и дополнений в постановление Правительства Республики Казахстан от 31 марта 2014 года № 280 "Об утверждении Комплексного плана приватизации на 2014 - 2016 годы" . Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Киностудия "Казахфильм" оценена в 3,4 миллиарда тенге . Архивировано 20 февраль 2015 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Казахфильм 2013 йыл 7 июнь архивланған.
- Kazakhfilm Studios — IMDb
- Kazakhfilm Studios (kz) — IMDb