Викидатала элемент юҡ

Айбулат — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимология

үҙгәртергә

Айбулат исеме фарсы теленән үҙләштерелгән — ай + булат; ай һымаҡ бик шәп, булат ҡоросо һымаҡ ныҡ. [1]

Айбулат — ай һәм булат (ҡорос) үҙ аллы һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма исем[2]. Исемгә затлы таш, тимер ҡушыу ныҡлыҡ, оҙон ғүмер теләүгә бәйләнгән.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Хажин Айбулат Вәкил улы (30 сентябрь 1973 йыл) — ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы (12 май 1967 йыл) — ҡурайсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).

Псәнчин Айбулат Вәли улы (12 февраль 1967 йыл) — Рәсәй ғалим-этнографы, география фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директор вазифаһын башҡарыусы (2016 йылдан).

Айбулат Константин Михайлович — рус шағиры (сығышы менән чечен). Уның ата-әсәһе Дади-юрт ауылы штурмындағы үлтерелә, ә үҙе барон Михаил Карлович Розеның тәрбиәһенә алына. 1839 йылда коллегия асессорына тиклем үрләй, дәүләт хеҙмәтенә уҡырға инә. Буш ваҡытта әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Уның әҫәрҙәре Рәсәйҙең күп әҙәби журналдарында баҫылып сыға. Рус әҙәбиәтенең иң ҙур эшмәкәрҙәре менән шәхсән таныш була. [3]

Айбулатов Шиһап Зәйнетдин улы (рус. Айбулатов Шихаб Зайнетдинович; 9 август 1930 йыл — 2 июль 2005 йыл) — журналист. 1966—1991 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Арғаяш районының «Восход» гәзите мөхәррире. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ижади ойошманың 6-сы съезы делегаты. Райондың почётлы гражданы

Топонимика

үҙгәртергә

Айбулат — Рәсәй, Көньяҡ Федераль округ, Әстрхан өлкәһе, Харабалин районыдағы тораҡ пункт [4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
Айбулат Константин Михайлович. Һайланған шиғырҙар. [5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә