Айбулат  — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Айбулат — ай (башҡорт) һәм булат (фарсы ҡорос) үҙ аллы һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма исем[1]. Исемгә затлы таш, тимер ҡушыу ныҡлыҡ, оҙон ғүмер теләүгә бәйләнгән[2]. Башҡорт халҡында ир балаларға йыш ҡушылған исем.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин — (12 май 1967 йыл) — ҡурайсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014),

Айбулат Вәкил улы Хажин — (30 сентябрь 1973 йыл) — ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Айбулат Вәли улы Псәнчин — (12 февраль 1967 йыл) — Рәсәй ғалим-этнографы, география фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директор вазифаһын башҡарыусы (2016 йылдан).

Айбулат Рим улы Йәнғужин (29 декабрь 1971 йыл) — философ, философия фәндәре докторы (2004).

Айбулат Ҡасим улы Әлибаев (1964) — медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы балалар хирургы, Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.

Әҙәби геройҙар

үҙгәртергә

Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романында Айбулат төп образ

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. * З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 58-се.

Һылтанмалар

үҙгәртергә