Агата Кристи

инглиз детектив яҙыусыһы

Ага́та Мэ́ри Клари́сса, ле́ди Ма́ллоуэн (англ. Agatha Mary Clarissa, Lady Mallowan), тыуғанда Ми́ллер (англ. Miller), беренсе иренең фамилияһы буйынса Ага́та Кри́сти булараҡ таныла (15 сентябрь 1890 йыл, Торки, Девон, Англия, Бөйөк Британия — 12 ғинуар 1976 йыл, Уоллингфорд, Оксфордшир, Англия, Бөйөк Британия — инглиз яҙыусыһы һәм драматургы. Детектив проза авторҙары араһында иң ныҡ танылған яҙыусылар иҫәбенә ҡарай.

Агата Кристи
ингл. Agatha Christie
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Agatha Mary Clarissa Miller[5]
Имя в браке Agatha Christie Mallowan[6]
Псевдоним Mary Westmacott
Ҡушамат Duchess of Death, Mistress of Mystery һәм Queen of Crime
Тыуған көнө 15 сентябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][3][7][…]
Тыуған урыны Ashfield[d], Торбей[d], Девон[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d][8]
Вафат булған көнө 12 ғинуар 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][3][7][…] (85 йәш)
Вафат булған урыны Winterbrook[d], Бөйөк Британия[3]
Уоллингфорд[d], Южный Оксфордшир[d], Оксфордшир[d], Англия, Бөйөк Британия[4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Ерләнгән урыны Чолси[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Frederick Alvah Miller[d][9][5]
Әсәһе Clarisa Margaret Boehmer[d][9]
Бер туғандары Margaret Frary Miller[d] һәм Louis Miller[d]
Хәләл ефете Макс Маллован[d][10][4] һәм Арчи Кристи[d][5]
Балалары Розалинда Хикс[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө яҙыусы, романист, писатель-криминалист
Эшмәкәрлек төрө криминальный роман[d], детективная литература[d][6], творческое и профессиональное письмо[d][6] һәм әҙәби эшмәкәрлек[d][6]
Уҡыу йорто private education[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1976
Әҫәрҙәр исемлеге Список произведений Агаты Кристи[d]
Архивы хранятся в University of Exeter Archives[d][11]
Сәнғәт йүнәлеше Золотой век детективного жанра[d]
Ойошма ағзаһы Король әҙәби йәмғиәте[d]
Милке Greenway[d]
Жанр криминальный роман[d], приключенческая литература[d], автобиография һәм детектив[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт agathachristie.com
Хеҙмәттәре тупланмаһы Geldersch Landschap en Kasteelen[d][12]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Библиография Bibliography on Agatha Christie[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Agatha Christie
 Агата Кристи Викимилектә
{{{Исеме}}}
Жанр:

детектив, приключенческий роман, шпионский роман, автобиография

Дебют:

«Таинственное происшествие в Стайлзе»

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында
Логотип Викитеки Викикитапханала әҫәрҙәре.

Бөтә кешелек тарихында Агата Кристи әҫәрҙәре иң күп баҫылған әҫәрҙәр булып иҫәпләнелә ("Библия"нан һәм Уильям Шекспир хеҙмәттәренән ҡала). Ул алтмыштан ашыу детектив роман, 6 психологик роман (Мэри Уэстмакотт йәки Вестмакотт псевдонимы аҫтында) һәм 19 хикәйәләр йыйынтығын баҫтырып сығара. Лондон театрҙарында уның 16 пьесаһы ҡуйыла.

Агата Кристи китаптары 4 миллиард экземплярҙан ашыу тираж менән баҫыла һәм донъяның 100-ҙән ашыу теленә тәржемә ителә.

Бер әҫәрен театрҙа ҡуйыу һаны буйынса рекорд та уныҡы. Агата Кристиҙың «Сысҡан ҡапҡаны» (англ. «The Mousetrap») пьесаһы беренсе тапҡыр 1952 йылда ҡуйыла һәм ошоғаса өҙлөкһөҙ театр сәхнәһенән төшмәй. Пьесаның ун йыллыҡ юбилейында Лондонда «Амбассадор» театрында, «ITN» телекомпанияһына интервью биргәндә, Агата Кристи пьесаны Лондонда ҡуйыу өсөн ул тиклем яҡшы тип иҫәпләмәүен белдерә. Әммә тамашасыға был спектакль оҡшай, ул үҙе лә йылына бер нисә тапҡыр был спектаклде ҡарарға бара.

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы, үҫмер йылдары һәм беренсе тапҡыр кейәүгә сығыуы

үҙгәртергә

Агата Миллер 1890 йылдың 15 сентябрендә Англияның Девон графлығында Торки ҡалаһында тыуа.

Уның ата-әсәһе Америка Ҡушма Штаттарынан күсенгән хәлле кешеләр була. Миллерҙар ғаиләһендә Агата кинйә ҡыҙ булып тыуа. Уның Маргарет Фрэри (1879—1950) исемле апаһы һәм Луис Монтан «Монти» (1880—1929) исемле ағаһы була.

Бала сағында Агата американ булған атаһынан яҡшы йорт белеме ала. Әсәһе Клара (Clara) бәйән итеүгә бик әүәҫ була һәм һигеҙ йәше тулғансы яратҡан ҡыҙын уҡырға өйрәтергә теләмәй. Әммә Агата эс бошоуынан ҡотолоу өсөн биш йәшендә үк үҙаллы уҡырға өйрәнә, инглиз балалар яҙыусыһы Эдит Несбиттың «Хазина эҙләүселәр тарихы» («The Story of the Treasure Seekers») һәм «Тимер юл балалары» («The Railway Children») әҫәрҙәрен, шулай уҡ американ яҙыусыһы Луизы Мэй Олкоттың «Бәләкәй ҡатындар» («Little Women») романын йотлоғоп уҡый. Бынан тыш ул хыялында үҙенә дуҫтар таба, хайуандары менән уйнай, бейеү занятиеларына йөрөй һәм шиғырҙар яҙа башлай.

Агатаға биш йәш тулғас, ғаилә, аҡсаны аҙыраҡ тотоноу маҡсатында, үҙҙәренең Эшфилдтағы йортон ҡуртымға бирә һәм бер ни тиклем ваҡытҡа Францияға күсенә, унда Агата «гувернанткаһы» Мариҙан буталсыҡ идиоматик француз теленә өйрәнә.

1901 йылда, Агатаға ун бер йәш булғанда, уның атаһы вафат була: финанс ауырлыҡтары барлыҡҡа килеү менән бәйле, ул бер нисә йөрәк өйәнәген кисерә. Ире вафатынан һуң Клара төшөнкөлөккә бирелә, һәм Агата әсәһенең иң яҡын дуҫына һәм ярҙамсыһына әйләнә. Аҡса етмәгәнлектән улар Эшвилдтағы йорттарын һатырға ла уйлайҙар, әммә тиҙҙән был көрсөктән сығыу юлы табыла. Ун биш йәшлек Агатаға пенсия тәғәйенләнә, шул аҡсаға ул фортепианола уйнау һәм йырлау буйынса дәрестәр ала, тик уның оялсанлығы һәм сәхнәгә сығыуҙан ҡурҡыуы арҡаһында ғына ул профессиональ пианист булып китмәй.

Ун һигеҙ йәшендә Агата ҡыҫҡа хикәйәләр яҙыу менән мауыға, уларҙың ҡайһы берҙәрен 1930-сы йылдарҙа инглиз драматургы һәм ғаилә дуҫы Иден Филлпоттс (Eden Phillpotts), бер аҙ төҙәтмәләр индереп, баҫтырып сығара.

Беренсе донъя һуғышы осоронда(1914—1918) Агата Торки ҡалаһында Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең госпиталендә ирекле медицина ярҙамы отрядында медсестра булып бик теләп эшләй.. Шулай уҡ дарыуханала фармацевт та була, был һөнәр аҙаҡ уның ижадында сағылыш таба: уның әҫәрҙәрендәге 83 енәйәт ағыу ҡулланыу ярҙамында яһала.

1914 йылда, Раштыуа алдынан, Агата беренсе тапҡыр Короллектең осоусылар корпусы пилоты, полковник Арчибальд Кристиға кейәүгә сыға, уның менән 1912 йылда, әле ул лейтенант булған сағында танышҡан була. Өйләнгәндән һуң күп тә үтмәй, 1914 йылдың 27 декабрендә, Арчи Франциялағы хәрби хеҙмәтенә ҡайта, һәм һуғыш йылдарында улар бөтөнләй осрашмай тип әйтерлек. Уларҙың ғаилә тормошо тик 1918 йылдың ғинуарында, хәрби ведомство Арчины Лондонға эшкә ебәргәс кенә башлана, унда йәш ғаилә фатирҙы ҡуртымға ала. 1919 йылдың 5 авгусында уларҙың ҡыҙҙары Розалинда (Агата Кристиҙың берҙән-бер ҡыҙы) тыуа. Ошо осорҙа Агатаның ижад юлы башлана ла инде.

1920 йылда уның тәүге романы — «Стайлздағы серле мажара» баҫылып сыға. Үҙен әҙәбиәтсе итеп күрһәтеп өлгөргән апаһы Мадж менән уның араһында килеп тыуған бәхәс Кристины детектив яҙыу өсөн ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр иткән, тигән фараз да бар. Тик етенсе нәшриәт кенә уның ҡулъяҙмаһын баҫтырырға ала һәм китап 2000 дана булып сыға. Башлап яҙыусы әҙибә 25 фунт стерлинг гонорар ала.

1922 йылда Агата Кристи ире менән Бөйөк Британия — Бискай ҡултығы — Көньяҡ Африка — Австралия һәм Яңы Зеландия — Гавай утрауҙары — Канада — АҠШ — Бөйөк Британия маршруты буйлап дигеҙҙә сәйәхәт итә, һәм улар ер шарын урап сыға.

Юғалып тороуы

үҙгәртергә

1926 йылда Агатаның әсәһе Клара вафат була. Шул уҡ йылдың аҙағында Агатаның ире Арчибальд уға хыянат итеүе тураһында белдерә һәм, гольф буйынса коллегаһы Нэнси Нилға ғашиҡ булыуы сәбәпле, айырылышырға тәҡдим итә. 1926 йылдың 3 декабрендә ире менән талашҡандан һуң Агата Беркширҙағы, йортонан юҡ була. Ҡыҙы Розалинданы һәм йортон хеҙмәтселәре ҡарамағына, ә секретары Карлоға Йоркширға китеүе тураһында яҙыу ҡалдыра. Яҙыусының ижадын яратыусылар араһында был юғалыу киң шаңдау тыуҙыра.

Ун бер көн буйына Кристиҙың ҡайҙа булыуын бер кем дә белмәй. Юғалыуҙың икенсе көнөнә Суррей графлығында Агатаның автомобиле табыла, салонында уның туны ла ята. Бер нисә көндән һуң, 14 декабрҙә, яҙыусы табыла. Агата Кристи Норт-Йоркшир графлығының Харрогейт ҡалаһындағы зиннәтле «Swan Hydropathic Hotel» (теперь «Old Swan Hotel») спа-отелдә «Тереза Нил» (иренең һөйәркәһе) исеме аҫтында теркәлеп йәшәгән була. Кристи үҙенең ни өсөн юғалып тороуы тураһында бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй, ә ике табип уның баш йәрәхәтенә бәйле амнезия менән сирләүен белдерә. Агата Кристиҙың юғалып тороу сәбәптәрен британ психологы Эндрю Норман үҙенең «Әҙер портрет» (англ. «The Finished Portrait») китабында анализлай. Норман, Агати Кристи ауыр психик сир һөҙөмтәһендә диссоциатив фуга өйәнәген кисергән, тигән һығымтаға килә.

Тәүге мәлдәрҙә бик матур йәшәһәләр ҙә, Арчибальд менән Агата Кристиҙың никахы 1928 йылда айырылышыу менән тамамлана, Агата шунда уҡ ҡыҙы Розалинда менән Англиянан Канар утрауҙарына ҡаса, унда үҙенең «„Зәңгәр поезд“ сере» романын тамамлай.

1934 йылда «Мэри Вестмакотт» псевдонимы аҫтында баҫылған «Тамамланмаған портрет» романында Агата Кристи үҙенең юғалып тороуына оҡшаш ваҡиғаларҙы һүрәтләй.

Икенсе тапҡыр кейәүгә сығыуы һәм һуңғы йылдары

үҙгәртергә
1930 йылда, Ирак буйлап сәйәхәте ваҡытында , Ур ҡалаһында алып барылған археологик ҡаҙылмаларҙа ул үҙенең буласаҡ тормош юлдашы — археолог Максом Маллоуэн менән таныша. Макс Агатанан 15 йәшкә йәшкә йәшерәк була. Улар 1930 йылдың 11 сентябрендә Эдинбургта Изге Кутберт сиркәүендә никахтарын теркәй. Шунан алып йылына бер нисә айҙы Сүрияла һәм Иракта ире менән бергә экспедицияларҙа үткәрә башлай. Ғүмеренең был осоро «Һөйлә, һин нисек йәшәйһең» исемле автобиографик романында сағылыш таба. 1976 вафатына тиклем Агата Кристи ошо никахында йәшәй.
 
Агаты Кристиның Истанбулдың «Pera Palace Hotel» отелендәге номеры.

Ире менән Яҡын Көнсығышта йөрөүенә бәйле бер нисә әҫәрендәге ваҡиғалар тап шунда бара. Ә бына «Ун негр балаһы» романындағы ваҡиғалар Кристи тыуған Торки ҡалаһында бара. «Көнсығыш экспресындағы үлтереү» 1934 йылда Истанбулда (Төркиә) Агата Кристи йәшәгән «Pera Palace Hotel» отелендә яҙыла. Был отелдең 411-се бүлмәһендә яҙыусының мемориаль музейы эшләй. Ғаилә Девонда 1938 йылда һатып алған «Greenway Estate» имениеһыМилли тарихи ҡыҙыҡһыныу йәки тәбиғәт матурлыҡтары объекттары фонды (англ. «National Trust for Places of Historic Interest or Natural Beauty») ҡанаты аҫтына алынған.

Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында (1939—1945) Розалинда Хьюберт Причардҡа (Hubert Prichard) кейәүгә сыға һәм 1943 йылдың 21 сентябрендә Мэтью (Mathew) исемле улын таба. Был ваҡытта Макс Маллоуэн Ҡаһирәлә хәрби хеҙмәттә була, ә Агата, Англияла ҡалып, китаптар яҙа, Лондонда Университет колледжы госпиталенең диспансерында (Dispensary at University College Hospital) волонтёр була, үҙен хәстәрлекле өләсәй итеп күрһәтә, ҡыҙына бала ҡарарға ярҙам итә..

1956 йылда Агата Кристи Британ империяһы ордены менән бүләкләнә, ә 1971 йылда әҙәбиәт өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Британ империяһының «Дама-командор» (англ. Dame Commander) орденына лайыҡ була, Был орден хужаларына шулай уҡ «дама»[en] почётлы дворянлыҡ титулы бирелә, был титул исем алдынан һәр саҡ әйтелә. Был ваҡиғанан өс йыл элек, 1968 йылда, Агаты Кристиҙың ире Макс Маллоуэн археология өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Британ империяһының орденына һәм «Рыцарь-командор» почетлы титулына лайыҡ була.

1958 йылда яҙыусы инглиз «Детективн клубына» (англ. «Detection Club») етәкселек итә башлай.

 
Агаты Кристиҙың ҡәберенә ҡуйылған таш.
1971 йылдан 1974 йылға тиклем Кристиҙың сәләмәтлеге насарая, шуға ҡарамаҫтан ул яҙыуын дауам итә. Торонтолағы Университет белгестәре, Кристиҙың яҙыу алымын тикшереп, Агата Кристи Альцгеймер сире менән ауырыған, тигән һығымта яһай.

1975 йылда, бөтөнләй хәле бөткәс, Кристи үҙенең иң уңышлы «Сысҡан ҡапҡаны» пьесаһына барлыҡ хоҡуҡтарҙы ейәне Мэтью Причардҡа тапшыра.

Яҙыусы 1976 йылдың 12 ғинуарында һикһән биш йәшендә Уоллингфорд ҡалаһында (Оксфордшир) үҙ йортондав һалҡын тейеүҙән вафат була, һәм Чолси ауылында Изге Мария зыяратында ерләнә.

Кристиҙың берҙән-бер ҡыҙы Розалинда Маргарет Хикс та (англ. Rosalind Margaret Hicks), һикһән биш йыл йәшәй һәм 2004 йылдың 28 октябрендәгода Девон графлығында вафат була. Агаты Кристиҙың ейәне Мэтью Причард (англ. Mathew Prichard), өләсәһенең ҡайһы бер әҙәби әҫәрҙәренә хоҡуҡты вариҫ булараҡ ала, ошоға тиклем уның исеме «Agatha Christie Limited» фонды менән бәйле иҫкә алына.

Британияның BBC телекомпанияһына 1955 йылда биргән интервьюһында Агата Кристи кистәрен, дуҫтары йәки ғаиләһе менән бергә ултырып, бәйләм бәйләргә яратыуы, шул ваҡытта башында яңы әҫәрҙең сюжет линияһын уйланылыуы тураһында һөйләй, ҡәләм алып яҙырға ултырғанда инде роман башынан аҙағынаса бер ҡалыпҡа һалынған була. Яңы әҫәрҙең идеяһы һәр саҡ тәүҙә ҡуйын дәфтәрендә теркәлә, шулай уҡ унда ағыуҙар, гәзиттәрҙә баҫылған енәйәттәр тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә яҙып ҡуйыла. Агата тыуҙырған персонаждарҙың береһенең реаль прототибы — Майор Эрнст Бэлчер (англ. Major Ernest Belcher), ул беренсе ире Арчибальд Кристиҙың начальнигы була. 1924 йылда полковник Рейсе тураһында яҙылған «Көрән котюм кейгән кеше» романында Педлерҙың прототибы тап ул.

Агата Кристи әҫәрҙәрендә социаль проблемаларҙы күтәреп сығыуҙан ҡурҡмай. Мәҫәлән, Кристиҙың «Биш сусҡа балаһы» һәм «Эскерһеҙлек менән һынау» романдарында үлем язаһы менән бәйле суд хатаһы тасуирлана. Ғөмүмән, Кристиҙың күп кенә китаптарында ул ваҡыттағы инглиз суд органдарының эшмәкәрлегендәге кире яҡтар яҡтыртыла.

Яҙыусы бер ҡасан да сексуаль характерҙағы енәйәттәрҙе үҙ әҫәренең темаһы итеп алмай. Уның фекеренсә, бындай күренештәр мәрхәмәтлелекте кәметә һәм китап уҡыусыға романдың төп темаһына иғтибар йүнәлтергә ҡамасаулай.

Агата Кристи «Ун негр балаһы» романын үҙенең иң яҡшы әҫәре тип иҫәпләй.

Әҙибә үҙ ижадында инглиз менталитеты өсөн хас булған сәйәси ҡараштар консерватизмын тасуирлай. Паркер Пайн тураһындағы циклдан «Клерк тарихы» исемле хикәйәһе шуға сағыу миҫал булып тора. «Ҙур дүртәү», «Көнсығыш экспресы», «Церберҙы әсирлеккә алыу» кеүек әҫәрҙәрендә урыҫ аристократияһы иммигранттары һүрәтләнә, автор уларҙы яратҡаны һиҙелеп тора.

Эркюль Пуаро һәм мисс Марпл

үҙгәртергә

1920 йылда Кристи үҙенең тәүге детектив романын баҫтырып сығара, «Стайлздағы серле мажара» (англ. The Mysterious Affair at Styles) романын биш нәшриәт баҫтырыуға ҡабул итмәй, кире ҡаға. Тиҙҙән уның шымсы-бельгиялы Эркюль Пуаро ҡатнашлығындағы тотош әҫәрҙәр серияһы барлыҡҡа килә: 33 роман, 1 пьеса һәм 54 хикәйә.

Инглиз детектив жанры оҫталарының йолаһын дауам итеп, Агата Кристи ике герой уйлап таба: интеллектуал Эркюль Пуаро һәм тырыш, ләкин үҙенең бер ҡатлыраҡ характеры буйынса йыш ҡына комик ситуацияларҙа ҡалыусан капитан Гастингс. Пуаро менән Гастингс күбеһенсә Шерлок Холмс менән доктор Ватсондан күсереп алынһа, ә ҡарт ҡыҙ мисс Марпл йыйылма образ булып тора, ул яҙыусылар М. З. Брэддон һәм Анна Кэтрин Гриндың героиняларын бер ни тиклем хәтерләтә.

Мисс Марпл 1927 йылда яҙылған «„Шишәмбе“ киске клубы» (англ. The Tuesday Night Club) хикәйәһендә пәйҙә була. Мисс Марплдың прогтотибы — Агата Кристиның өләсәһе.

Артур Конан Дойль Шерлок Холмстан арыған кеүек, Агата Кристи ҙа 1930-сы йылдар аҙағына Эркюль Пуаронан арый, әммә Конан Дойлдән айырмалы рәүештә ул ныҡ популяр сағында шымсыны «үлтерергә» баҙнат итмәй. Яҙыусының ейәне Мэтью Причарда әйтеүенсә, Кристи үҙе уйлап тапҡан геройҙарҙан «ҡарт, аҡыллы, ғәҙәти инглиз ледиһы» мисс Марплды нығыраҡ ярата..

Икенсе донъя һуғышы осоронда Кристи «Шаршау» (1940) һәм «Йоҡлаған үлтереш» романдарын яҙа, шулар менән Эркюль Пуаро һәм Мисс Марпл тураһындағы романдар циклын тамамларға уйлай. Әммә улар тик 1970-се йылдарҙа ғына баҫылып сыға.

Әҫәрҙәренең исемлеге

үҙгәртергә
  • Список произведений Агаты Кристи
  • Постановки и экранизации произведений Агаты Кристи

Төп әҙәби геройҙары

үҙгәртергә
  • Мисс Марпл
  • Эркюль Пуаро
  • Капитан Гастингс
  • Мисс Лемон (секретарша Пуаро)
  • Старший инспектор Джепп
  • Ариадна Оливер
  • Суперинтендант Баттл
  • Полковник Рейс
  • Томми и Таппенс Бересфорды

Также другие детективы, появлявшиеся всего в одном сборнике Детектив хикәйәләр йыйынтыҡтарының береһендә генә һүрәтләнгән башҡа детективтар:

  • Паркер Пайн
  • Харли Кин
  • Мистер Саттертуэйт

Агата Кристи тураһында публикациялар

үҙгәртергә
  • Хэк Р. Герцогиня Смерти. Биография Агаты Кристи / Пер. с англ. М. Макаровой. — М.: КоЛибри; Азбука-Аттикус, 2011. — 480 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-389-01898-3
  • Цимбаева Е. Н. Агата Кристи. — М.: Молодая гвардия, 2013. — 346, [4] с., [8] л. ил. — (Жизнь замечательных людей. Малая серия; Вып. 44). — 5000 экз. — ISBN 978-5-235-03600-0
  • 1985 йылда уның хөрмәтенә Венера планетаһындағы кратерға Кристи исеме бирелә.
  • 2012 йылдың 25 ноябренә, «Сысҡан ҡапҡаны» пьесаһының 60 йыллығына Лондондың театрҙар районында, Ковент-Гардендың үҙәгендә Агата Кристиға һәйкәл асыу планлаштырыла (скульпторы Бен Твистон-Дэвис).
  • 1985 йылда уның хөрмәтенә урыҫ рок-төркөмө «Агата Кристи» тип атала.

Компьютер уйындары

үҙгәртергә

Агаты Кристи китаптары мотивтары буйынса компьютер уйындары трилогияһы (квест жанрында), шулай уҡ казуаль уйындар сығарыла.

«Агата Кристи» серияһына ингән һәм AWE Productions компанияһы эшкәрткән квестар:

  • 2005 — «Агата Кристи: Бер кем дә тере ҡалманы» (нәшерсе Рәсәйҙә: «Акелла» компанияһы)
  • 2006 — "Агата Кристи: «„Көнсығыш экспресында“ үлтереү» (нәшерсе Рәсәйҙә: «Акелла» компанияһы)
  • 2007 — «Агата Кристи: Ҡояш аҫтындағы яуызлыҡ» (нәшерсе Рәсәйҙә: «Руссобит-М» компанияһы)
I-Play компанияһы эшкәркән казуаль уйындар:
  • 2007 — «Агата Кристи: Эндхауз табышмағы» 2011 йылдың 28 апрелендә «Новый диск» компанияһы Рәсәйҙә нәшер итә)
  • 2007 — «Агата Кристи: Нилдәғы үлем» (Рәсәйҙә нәшер ителмәй)
  • 2009 — «Агата Кристи: Үлектең хикмәте» (Рәсәйҙә нәшер ителмәй)
  • 2011 — «Агата Кристи: 4.50-лә Паддингтондан» (Рәсәйҙә нәшер ителмәй)

Nintendo DS өсөн уйын

үҙгәртергә

«Агата Кристи» серияһында AWE Productions компанияһы тарафынан Nintendo DS кеҫә уйын консоле өсөн дә эшкәртелгән казуаль уйынсығарыла:

  • 2008 — Агата Кристи: Алфавит буйынса үлтереү (Рәсәйҙә нәшер ителмәй).

Агата Кристи фильмдарҙа

үҙгәртергә
  • «Агата» фильмында (1979) 1926 йылдың 1926 йылдың 11 көнөндә, яҙыусы юҡ булып торғанда, ниндәй ваҡиғаларҙың ихтималлығы тураһында бәйән ителә. Агата Кристи ролен Ванесса Редгрейв башҡара.
  • «Доктор Кем» британ телесериалының дүртенсе сезонында Доктор һәм уның юлдашы Донна Агата менән шул көндәрҙә осраша. Доктор һәм Донна уға Мисс Марплды булдырыу һәм «Болоттарҙағы үлем» китабын яҙыу идеяһын әйтә.
  • Гранд отель испан телесериалының икенсе сезонында төп геройҙарҙың береһе Алисия Аларкон детективтар яҙыу менән мауыҡҡан йәш ҡыҙ Агата Мэри Кларисса Миллер менән таныша.
  • 1990 — Агата Кристи. Тамамланмаған портрет / Agatha Christie. Unfinished Portrait (реж. Джеймс Марш / James Marsh) — документальй фильм, хикәйәләүсе — Джоан Хиксон / Joan Hickson.
  • 2005 — Агата Кристиҙың Коды / The Agatha Christie Code (реж. Бен Уорвик / Ben Warwick) — документаль фильм.
  • 2007 — Үткән дәүерҙең генийҙары һәм яуыздары: Агата Кристи. Ҡурҡыу менән илһамланған (реж. Владимир Харченко-Куликовски) — документаль фильм.
  • 2013 — Дэвид Суше: Агата Кристиҙың сере / David Suchet: The Mystery of Agatha Christie (реж. Клер Левинс / Clare Lewins) — документаль фильм.
  • 2017 — Агата Кристи — енәйәттәр батшабикәһе / Agatha Christie: l'étrange reine du crime (реж. Бенжамен Лере / Benjamin Lehrer) — документаль-уйын фильмы, Агата Кристи ролендә — Клео Сенья / Cléo Sénia

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
Агата Кристи категорияһы табылманы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә