Абрамов Кузьма Григорьевич
Абрамов Кузьма Григорьевич (30 октябрь 1914 йыл — 4 август 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург. Мордва Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Мордва Республикаһының почетлы гражданы.
Абрамов Кузьма Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 октябрь (12 ноябрь) 1914 |
Тыуған урыны | Старые Найманы[d], Ардатовский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 август 2008 (93 йәш) |
Вафат булған урыны | Саранск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | яҙыусы, драматург, шағир, мөхәррир |
Уҡыу йорто | Мордовский государственный педагогический институт имени М. Е. Евсевьева[d] |
Жанр | роман |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Абрамов Кузьма Григорьевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәИҫке стиль буйынса 1914 йылдың 30 октябрендә Старые Найманы аулында эрзя — рус ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы, Григорий Степанович (1888—1952), эрзә, Беренсе донъя һуғышында, фронтта ҡатнашҡан, унда коммунист булған, һуғыштан һуң дәүләт хеҙмәткәре, —Сембер губернаһында Пичеурский Һәм Березниковский башҡарма комитеттарҙың рәисе булып эшләгән. Әсәһе, Анастасия Максимовна (1895—1967), рус, хужабикә.
1933 йылда К. Г. Абрамов Мордва педагогия институтына уҡырға инә, әммә бер йыл үткәс, уҡыуын ташлай һәм эрзә теле уҡытыусыһы булып эшләй[2].
1939 йылда армия сафына алына, Славута ҡалаһында хеҙмәт итә. Шунда уҡ пехота училищеһына уҡырға инә, уны Тамбовта уңышлы тамамлай.
Икенсе донъя һуғышында СССР яғында ҡатнаша. 1941 йылдың июленән Көнбайыш фронтында миномёт взводы командиры. Глухово янында ҡаты яралана. Госпиталдән һуң, миномёт ротаһы командиры вазифаһында Мәскәү оборонаһында һәм 33-сө армияның һөжүмендә ҡатнаша. 1942 йылдың апрелендә ҡамауҙа була һәм контузия алып, әсиргә эләгә, 1945 йылдың апреленә тиклем унда була, аҙаҡ америка ғәскәрҙәре тарафынан Нюрнбергта азат ителә. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл йондоҙ ордены, «Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора.
Һуғыштан һуң яңынан Мордва педагогия институтына уҡырға инә, уны 1954 йылда рус теле һәм әҙәбиәте һөнәре буйынса тамамлай. Уҡытыусылар араһында уға ҙур йоғонто яһаған Ф. Цыгановты (моҡша теле) һәм М. М. Бахтинды (рус һәм донъя әҙәбиәте) атай. Һуңынан Мордва ауылдарында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, аҙаҡ мөхәррир, бүлек мөдире, Мордва Республикаһы китап нәшриәтенең баш мөхәррире булып эшләй. 1960 йылға тиклем һәм тормош ахырынаса— яҙыусы-профессионал.
Ижады
үҙгәртергәСятко журналында «Веть паксясо» шиғырын баҫтырып сығарып,1934 йылда яҙыусы булараҡ ижади эшмәкәрлеген башлай.
Һуғышҡа тиклем Мордва ваҡытлы матбуғатында утыҙға яҡын шиғырҙары һәм шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Т. Г. Шевченко, М. Ю. Лермонтов, Н. А. Некрасов шиғырҙарын, «Давид Сасунский» әрмән халыҡ эпосын эрзя теленә тәржемә итә.
Драматург булараҡ, 1948 йылдан сығыш яһай («Пелькстамо» пьесаһы). Ике тиҫтәгә яҡын пьеса яҙа, уларҙың күбеһе мордва драма театрында ҡуйыла. Бөтәһе лә эрзя телендә нәшер ителгән[3], был уны «алдынғы мордва драматургтарының береһе» итә[4]. Хикәйәләр йыйынтығы 1950 йылдар аҙағында — 1960 йылдар башында сыға башлай[5].
Беренсе романы «Найман», трилогияның башланғысы була, тәүге тапҡыр 1957 йылда баҫылып сыға. Рус теленә «Лес шуметь не перестал» (1961 тәржемәһе исеме аҫтында сыға). Был китап, «көсөргәнешле сюжеты, ситуацияның драматизмы, ҡатнашыусыларҙың психологик нескә һүрәтләнеше менән айырылып тора»[6], шуға ла «мордва әҙәбиәтендә күп планлы беренсе роман булып ҡала»[7]. Ә бөтә трилогияһы — 1920—1950 йылдарҙағы волга буйы ауылы тураһында тәүге эпопеялы роман[8]. Трилогияға рәсәй үҙәк матбуғаты юғары баһа бирә[9].
Рома «Эсеть канстось а маряви» (1967), русса тәржемәһе «Своя ноша не в тягость» (1970, 1971), «Велень тейтерь» (1980), тәржемәлә «Девушка из села» (1987) әҙәбиәттә барлыҡҡа килгән шаблонды — ауыл һәм ҡала прозаһына бүлеүҙе бөтөрөргә тырышыуҙа уңышлы була[10]. «Эрзянь цер» биографик романын — скульптор Степан Эрьзе тураһында— (1971, 1973, 1977 йылда рус телендә «Степан Эрьзя». — М., 1974, 1976,1981) яҙыу өсөн К. Абрамовҡа бер нисә йыл тикшереүҙәр эше алып барырға тура килә[11].
Эрзя әҙәбиәтендә боронғо мордва тарихы тураһында беренсе романдары булып «Пургаз» (1988, пер М., 1989) һәм «Олячинть кисэ» («За волю», 1995) тора. Авторҙың һүҙҙәре буйынса «Пургаз» романы уның ижадының юғары нөктәһе, күпйыллыҡ эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе. Роман эрзә халҡының XII быуат аҙағында —XIII быуаттың беренсе яртыһында тарихын, уның героик үткәнен һөйләй[2].
Белеме буйынса К. Абрамов филолог, эрзя теленең аңлатмалы һүҙлеген сығара[12].
Бер ваҡытта ла теге йәки был әҙәбиәт тирәләй сәйәси кампанияларҙа ҡатнашмай.
Наградалары
үҙгәртергә- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.10.1967)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (11.11.1984)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар
Төп әҫәрҙәре
үҙгәртергәЭрзә телендә:
- Стихть. — Саранск: Мордовское государственное издательство (Мордгиз). — 1940. — 62 с.
- Од вий: пьеса ниле пелькссэ. — Саранск: Мордгиз, 1951. — 54 с.
- Найман: роман. — Саранск: Мордовское книжное издательство (Мордкиз), 1957. — 396 с.
- Ломантне теевсть малацекс: роман. — Саранск: Мордкиз, 1961. — 428 с.
- Ратор лейга: евтнема. — Саранск: Мордкиз, 1962. — 68 с.
- Комолявка: эрьва кодат евтнемат. — Саранск: Мордкиз, 1962. — 158 с.
- Качамонь пачк: роман. — Саранск: Мордкиз, 1964. — 556 с.
- Сараклыч: поэма. — Саранск: Мордкиз, 1966. — 24 с.
- Эсеть канстось а маряви: роман. — Саранск: Мордкиз, 1967. — 340 с.
- Эрзянь цера: роман. Васенце книга. Киякссо олгт. — Саранск: Мордкиз, 1971. — 330 с.
- Эрзянь цера: роман. Омбоце книга. Понгосо мода. — Саранск: Мордкиз, 1973. — 440 с.
- Нурька морот: евтнемат ды пьесат. — Саранск: Мордкиз, 1974. — 420 с.
- Велень тейтерь: роман. — Саранск: Мордкиз, 1980. — 448 с.
- Пургаз: кезэрень пингеде евтнема: роман. — Саранск: Мордкиз, 1988. — 480 с.
- Олячинть кисэ: роман. — Саранск: Мордкиз, 1989. — 416 с.
- Валонь ёвтнема валкс (Толковый словарь эрзянского языка) — Саранск: Мордкиз, 2002. — 608 с. ISBN 5-7595-1500-4
Рус телендә:
- Рассказы. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1959. — 80 с.
- Найман: роман. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1960. — 387 с.
- Русые косы: рассказы. — М.: Сов. Россия, 1961. — 56 с.
- Лес шуметь не перестал…: роман. — М.: Сов. Россия, 1961. — 383 с.
- Люди стали близкими: роман. — М.: Сов. Россия, 1962. — 424 с.
- Дым над землей: роман. — М.: Сов. Россия, 1966. — 543 с.
- Сараклыч: повесть о былых временах: поэма для детей сред. шк. возраста. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1968. — 16 с.
- Хмелинка: повести и рассказы. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1968. — 216 с.
- Своя ноша не в тягость: роман. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1970. — 372 с.
- Сын эрзянский: роман. Кн. 1. — М.: Современник, 1974. — 286 с.
- Сын эрзянский: роман. Кн. 2. — М.: Современник, 1976. — 302 с.
- Степан Дмитриевич Эрьзя (Нефедов): биогр. очерк. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1976. — 66 с.
- Степан Эрьзя: роман. Кн.3. — М.: Сов. Россия, 1981. — 384 с.
- Девушка из села: роман. — М.: Сов. писатель, 1987. — 302 с.
- Там, за леском: рассказы. — М.: Современник, 1987. — 223 с.
- Пургаз: роман-сказание. — М.: Современник, 1989. — 445 с. ISBN 5-7595-0078-3
- За волю: повествование о Крестьянской войне 1670—1671 годов. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1995. — 320 с. ISBN 5-7595-1034-7
Башҡа телдәрҙә:
- Purgaz: romaan ajalooline / Arvo tõlkinud Valton. — Tallinn: Kirjastuskeskus, 2014. — Lk 482. (эст.)(эст.) ISBN 978-9949-445-74-5 (Эстония).
- Eilne paеv / Arvo tõlkinud Valton // paеv Eilne. — Veszprem: OOK- Press Kft., 2015. — Lk. 184—247. (эст.)(эст.) ISBN 978-6155-589-02-7 (Венгрия).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ К. Г. Абрамов - гордость мордовской литературы (Белый Лебедь) / Проза.ру . proza.ru. Дата обращения: 4 февраль 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Абрамов Кузьма Григорьевич (12.11.1914 – 04.08.2008) . www.nbrkomi.ru. Дата обращения: 4 февраль 2018.
- ↑ Од вий, 1951; Пьесы // Собр. соч. в 3 тт. Т. 3. — Саранск: Мордкиз, 2004. — С. 324—718
- ↑ От издательства // Кузьма Абрамов. Собр. соч. в 7 т. Т. 7. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1999. — С. 537.
- ↑ Рассказы. — Саранск: Мордкиз, 1959; Русые косы. — М., 1961.
- ↑ Аннотация ко второму изданию романа «Лес шуметь не перестал». — М.: Советская Россия, 1970. — С. 3.
- ↑ Кирюшкин Б. Первый многоплановый роман // Тр. НИИ яз., лит., истории и экономики при Совете Министров МАССР. — Саранск, 1964. — Вып. 26. — (Серия филолог.). — С. 32—68.
- ↑ Икельце вал // Кузьма Абрамов. Вейс пурназь сёрмадовкстнэ кемгавтово томсо (Предисловие // Кузьма Абрамов. Полное собрание сочинений в двенадцати томах). — Т. 1. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 2013. — С. 29.
- ↑ Далада Н. Лес шумит. // Литература и жизнь. — 1962. — 4 февр.; он же. Трилогия о мордовской деревне // Лит. газета. — 1967. — 5 апр.; Соболев Л. С. Советская литература и воспитание нового человека: докл. на II съезде писателей РСФСР // Лит. газ. — 1965. — 4 марта; Недосекин Р. Летопись судьбы народной // В мире книг. — 1966. — № 11. — С.26 — 27; Содружество литератур // Книги России. — 1967. — С. 26; Трошин А. Лес шуметь не перестанет: современный роман // Лит. Россия. — 1967. — 15 дек. — С. 14-15 и др.
- ↑ Власенко А. Расцвет. О современной литературе народов РСФСР. — М., 1973. С. 171 и др.
- ↑ Левшин И. Трудная ноша // Лит. Россия. — 1984. — 3 февр. — С. 11.
- ↑ Абрамов К. Г. Валонь евтнема валкс. — Саранск: Мордкиз, 2002. — 600 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- 3абавина В. Кузьма Григорьевич Абрамов: очерк жизни и творчества / В. Забавина. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1966. — 87 с.
- Тихонова Т. М. Перть пельксэнь невтиця сермадовкстнэ (Описание природы по произведениям К. Г. Абрамова): учебное пособие / Т. М. Тихонова. — Саранск: Изд-во Мордовского ун-та, 1993. — 68 с. (эрза.)
- Кузьма Григорьевич Абрамов: Биобиблиографический указатель / Нац. б-ка им. А. С. Пушкина. сост. Н. А. Бушуева. — Саранск, 1994. — 70 с.
- Кузьма Григорьевич Абрамов: Биобиблиографический указатель / Нац. б-ка им. А. С. Пушкина. сост. Н. А. Бушуева. — Саранск, 1999. — 71 с.
- Абрамов пожарский Григорьевич: сб материалы к 90-летию со дня рождения // Мордово төбәк фин-уғыр мәҙәни һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек йәмәғәт фонды «МАСТОРАВ» / Библиогр. указ. сост. А. И. Кубанцев. — Саранск, 2004. — С. 75
- Абрамов пожарский Григорьевич: материалы к 95 йыл тула // Мордва республикаһы идаралығының Архив / сост. Юшкин Ф. Ю. — Саранск, 2009. — 100 б.
- Водясова Л. П. Сложное синтаксическое целое как основная структурная единица микротекста в прозе К. Г. Абрамова. — Саранск: Мордов. гос. пед ин-т, 2013. — 115 с.
- Азыркина Е. И. Кузьма Григорьевич Абрамов творчествац школасо: учебно-методическое пособие. — Саранск: Мордов. гос. пед ин-т, 2014. — 70 с. (мокша.)
- Водясова Л. П. Способы реализации текстовой категории связности в прозе народного писателя Мордовии К. Г. Абрамова. — Саранск: Мордов. гос. пед ин-т, 2014. — 147 с.
- Международная научно-практическая конференция, посвященная 100-летию со дня рождения Народного писателя Мордовии К. Г. Абрамова, 18–19 нояб. 2014 г.: [материалы] / Е. А. Жиндеева (отв. ред.) [и др.]. — Саранск, 2014. — 330 с.
- Кузьма Григорьевич Абрамов: биобиблиографический указ. / сост. В. К. Абрамов, О. В. Абрамова.. — Саранск: Изд-во Мордов. ун-та, 2015. — 106 с.