Оло Көйөргәҙе

Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһындағы йылға

Оло Көйөргәҙе — Рәсәй йылғаһы, Ырымбур өлкәһендә, Башҡортостан Республикаһында аға. Йылға тамағы Оло Юшатыр йылғаһының уң ярының 20-се километрында. Йылға оҙонлоғо 71 км тәшкил итә, бассейнының һыу йыйыу майҙаны — 1090 км²[2].Иҙәк-Ишмәт ауылынан арыраҡ баш ала һәм Түбәнге Баба ауылы янында Оло Юшатыр йылғаһына ҡоя. Уның буйында бик күп ауылдар төйәк тапҡан. Бер нисә урында биш-алты км ерҙә Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһының сиге булып тора

Оло Көйөргәҙе
Ҡайҙа ҡоя Оло Юшатыр
Ҡушылдыҡ Кесе Көйөргәҙе һәм Шайтан йылғаһы
Бассейн майҙаны 1090 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Рәсәй[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 130 метр
Оҙонлоҡ 71 km
Карта

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Төп ҡушылдыҡтары (тамағынан алыҫлығы):

  • 33 км: Шайтан йылға (Оло Көйөргәҙе ҡушылдығы)
  • 37 км: Кесе Көйөргәҙе йылғаһы
  • 62 км: Урай йылғаһы


Көйөргәҙе гидрониы элекке карталарҙа Кургаза тип билдәләнгән. Башҡортса ҡур тигән һәм уға ҡушылған гәҙе һүҙенән алынған тигән фекерҙәр бар. Ҡур боронға башҡорт телендә йылға башы, гәҙе ялғауы ла боронғо башҡорт телендә йылға тигәнде аңлата[3]. Рәшит Шәкүрҙең " Исемдәрҙә ил тарихы" китаабында ла эҙләнеү эше баҫтырылған. Ө. Ҡобағошов Көйөргәҙе гидронимы тураһында, халыҡ фекеренсә, «ҡыр ҡаҙы — ҡыр ғаҙы» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан булырға тейеш, тип хәбәр итә. Өҫтәүенә, ул нәҡ ана шул версияны нығытыусы миҫалдар ҙа килтерә. Мәҫәлән, Каҙлыяр йылғаһы (Оло Юшатырҙың ҡушылдығы), уның сыҡҡан ерендә элекке ауыл — Ҡаҙлыбаш, шулай Ҡаҙлы- күл күле (шул уҡ Күмертау районында). Был атамаларҙа гәүге компоненттар, ысынлап та, «ҡаҙ». Республика һәм ил буйынса ла «өйрәкле» йәки «ҡаҙлы» күлдәр һәм йылғаларға миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә мөмкин. Шуға күрә Көйөргәҙе гидронимының ҡыр ҡаҙы һүҙҙәренән барлыҡҡа килеүе тураһындағы фекер иғтибарға лайыҡ. Әммә бсҙ уны башҡорт телендәге ҡур (русса «солод, закваска; местность с выходом многочисленных источников») һәм боронғо башҡорт телендәге ғаҙы «йылға» һүҙҙәренән яһалған, тип иҫәпләйбеҙ.[4]

Йылға буйында ултырған ауылдар

үҙгәртергә

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Оло Эйек йылғаһының Һаҡмарға ҡойған еренән алып тамағына тиклем. Йылғаның йырҙа бассейны — Урал йылғаһы (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].

Объекттың дәүләт һыу реестрындағы коды — 12010000712112200006947[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 «Большая Кургаза» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. [Минсылыу Усманова; Имя отчей земли]
  4. [Рәшит Шәкүр; Исемдәрҙә - ил тарихы]


Һылтанмалар

үҙгәртергә