Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы

(Абдулла Вәлиев битенән йүнәлтелде)

Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы (23 февраль 1922 йыл24 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).

Абдулла Хәбибулла улы Вәлиев
Тыуған ваҡыты

23 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Баҡай ауылы

Үлгән ваҡыты

24 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (21 йәш)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1941 — 1944

Хәрби звание
Рядовой
Рядовой
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Абдулла Хәбибулла (Хәби) улы Вәлиев 1922 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) Баҡай ауылында тыуған. Милләте татар. Башланғыс белемле, колхозда эшләгән. 1941 йылдың сентябрь айында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың ғинуарынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың июленән Үҙәк фронттың 60-сы армияһында 280-се уҡсылар дивизияһы 1031-се полкының 1-се уҡсылар батальонында һуғыша. Курск дуғаһында һәм Днепр өсөн һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 13 июлендә Курск өлкәһенең Троснянский районы биләмәләрендәге алышта Абдулла Вәлиев хеҙмәт иткән взвод дошмандың өс атакаһын кире ҡаға. Һан яғынан өҫтөн булыуға ҡарамаҫтан, немец подразделениелары, 300 һалдатын һәм өс офицерын юғалтһа ла, бейеклекте ала алмай. Яуҙа Вәлиев ике тапҡыр яралана, ләкин ярҙам килгәнгә тиклем һуғыш яланын ташлап китмәй. Артабанғы һуғыштарҙа ул дүрт пулемёт һәм 17 дошман һалдатын юҡ итә. 24-нән 25 сентябрь төнөнә Вәлиев төркөм составында Украина ССР-ы Чернигов өлкәһенең Рыбный Промысел ауылы янында Днепр аша сыға. Төркөм плацдармды яулап ала һәм, дошмандың 12 контратакаһын кире ҡағып, 42 сәғәт дауамында уны тотоп тора. Был алышта Вәлиев ике пулемёт һәм туғыҙ немец һалдатын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрь Указы ҡыҙылармеец Абдулла Вәлиевҡа, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исем бирелә[2][3].

1944 йылдың 24 ғинуарында яуҙа һәләк була, Ленинград өлкәһенең Гатчинский районы Туганицы ауылында ерләнә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройы (1943)
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.10.1943)
  • Ленин ордены (17.10.1943)

Баҡай ауылында Вәлиевкә һәйкәл ҡуйылған, урындағы мәктәпкә уның исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 8, л. 80, 81)
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 2)
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382..
  • Подвиги Героев Советского Союза. — М., 1981.
  • Славные сыны Башкирии. — Книга 1. — Уфа, 1965.
  • Книга:Шёл парнишке в ту пору.

Һылтанмалар

үҙгәртергә