Әбделкәрим (Баймаҡ районы)
Әбделкәрим (рус. Абдулкаримово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. Әбделкәрим ауыл Советы үҙәге. 1786 йылда утар булараҡ нигеҙләнгән[1]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 450 кеше[2]. Почта индексы — 453679, ОКАТО коды — 80206804001.
Ауыл | |
Әбделкәрим | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәАуыл исеме ауылға нигеҙ һалыусы Әбделкәрим антропонимынан алынған[1].
Географик урыны
үҙгәртергәРайон үҙәгенән көнбайыш-көнсығышҡа табан — 43 км һәм Сибай тимер юлы станцияһына тиклем 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] йылғаһы буйында урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған (уның улы Әбүбәкер Әбделкәримов билдәле). 1866 йылда 49 йортта 332 кеше йәшәгән. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ 7 һыу тирмәне теркәлгән. Ауыл Советының үҙәге (1956 йылға тиклем Матрай районы составында була)[3]. Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, Оло Мағаш һәм Кесе Мағаш (Юлыҡ) йылғалары ҡойған ерҙә, урынлашҡан. Халҡы — башҡорт. 1786 йылда — утар, 1816 йылда 20 йортта 140 кеше йәшәй[1]. Халҡы малсылыҡ, ҙур булмаған майҙандарҙа — игенселек, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән.
Совет осоро
1930 йылда крәҫтиәндәр «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшәләр[3]. 1956 йылда КПСС-тың XX съезы имесе тип үҙгәртелә. 1960 йылда колхоз тарҡатыла, уның базаһында Баймаҡ совхозының бүлексәһе ойошторола, һуңынан — ПСК «Баймакский»[4].
Бөгөнгө көнө
Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ике фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, ветеринария пункты, биш шәхси магазин, ике крәҫтиән (фермер) хужалығы, мәсет бар. Алғаҙы һәм Ҡыуат ауылдарынан балалар Әбделкәрим урта мәктәбенә уҡырға йөрөйҙәр, уларҙы дәрестәргә автобус менән алып киләләр. Балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөлдө[5]. «Түңгәүер» фольклор ансамбле ойошторолған (етәкселәре — Кәримова Зәйнәб Сәхи ҡыҙы, Күҙәшева Фәриҙә Fилметдин ҡыҙы)[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 473 | 481 | 954 | ||
1920 йыл 26 август | 374 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 240 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 305 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 465 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 465 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 425 | 211 | 214 | 49,6 | 50,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халҡы: 1900 йылда — 218 кеше; 1920—374; 1939—240; 1959—305; 1989—465; 2002—465; 2010—425 кеше. ; Милли составы Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, түңгәүер ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[7].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 43 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 83 км
Әбделкәрим ауылы топонимдары[8]
үҙгәртергә— Һаҡмар йылғаһы; Суҡташ тауы; Ҡабраҡай тауы; Һарытүбә тауы; Гәрәкәй тауы; Үркә үҙәге; Үркә үҙәге йылғаһы; Оло Юлыҡ йылғаһы; Сәғит тауы; Сәғит баҡсаһы; Сәғит тирәклеге; Ҡыҙылташ тауы; Сәүкәташ (ферма ятҡан урын); Мағаш тауы; Ысмаҡай тауы; Күспей тауы; Баҙар тауы; Үгеҙ үлгән ялан; Кәмәһалған тауы; Өйташ тауы; Өйташ мәмерйәһе; Питкүлгән; Өс тирәк (информаторы Ләлә Рафиҡова); Ҡалмаҡ ятҡан ер[9].
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәр[3]
үҙгәртергә- Булатов Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы (1887—1920) — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Бөрйән-Түңгәүер кантоны идараһы рәйесе (1918—1920).
- Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (5.05.1886—14.04.1938) — Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Видеояҙмалар
үҙгәртергә— Әбделкәрим ауыл клубы. Янчурина Фәриғә йырлай.
— «Орнамент» Талкан Тунгаура (д. Абдулкарим Баймакский р-н). 2015г.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8. 55-56 стр.
- ↑ Иңдәрендә — халыҡ хәстәре
- ↑ С. Сурина. Түңгәүер моңо
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы топонимдары
- ↑ 10 класс уҡыусыһы Моратова Лиза Етәксеһе: Мостаева В. А. Презентация на тему «Әбделкәрим ауылы һөйләше»
- ↑ Улицы
Хәтер
үҙгәртергә— 2021 йылдың 3 декабрендә Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир, драматург, ғалим, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылды[1].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы топонимдары
- 10 класс уҡыусыһы Моратова Лиза Етәксеһе: Мостаева В. А. Презентация на тему «Әбделкәрим ауылы һөйләше»
- Иң тәмлеһе — Әбделкәрим ҡыяры!
- Булатова Г. М.,11-се класс. Фәнни етәксеһе: Байсыуаҡова Ә.Ә. БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА ҺӘМ ХХI БЫУАТ БАШЫНДА БАЙМАҠ РАЙОНЫ ӘБДЕЛКӘРИМ, ҠЫУАТ АУЫЛЫ БАЛАЛАРЫНА ҠУШЫЛҒАН ИСЕМДӘР
- Әбделкәрим (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сәрүәр Сурина. Түңгәүер моңо
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |