Сәғҙи Ғабдрахман Ғәйнан улы

шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы
(Абдрахман Саади битенән йүнәлтелде)

Сәғҙи (Сәғҙиев) Ғабдрахман Ғәйнан улы (рус. Абдрахман Саади, Габдрахман Сагди: (27 март 1889 йыл — 6 ноябрь 1965 йыл) — шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1950), профессор (1946). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1946).

Сәғҙи Ғабдрахман Ғәйнан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 27 март 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Таймый ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Сәмәрҡәнд, Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Гобейдия[d]
Үзбәкстан милли университеты[d]
Уҡыу йорто Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғабдрахман Ғайнан улы Сәғҙиев Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Таймый ауылында 1889 йылдың 27 мартында тыуған. Троицк ҡалаһы мәҙрәсәһен 1906 йылда тамамлағандан һуң, 1908 йылда Стамбул университетының филология факультетына уҡырға ингән.

Университетта уҡып ҡайтҡандан һуң, 1911—1917 йылдарҙа Өфө, Аҡтүбә һәм Алма-Ата, Ырғыҙ, Бөгөлмә мәҙрәсәләрендә уҡытыусы булып эшләгән. 1913 йылдан жандармерияның өҙлөкһөҙ контроле аҫтында була, 1914 йылда уны Төркөстан биләмәләренән китергә мәжбүр итәләр.

Ғабдрахман Сәғҙи Екатеринбургҡа күсеп килә һәм уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Бер үк ваҡытта татар әҙәбиәтенең төрлө мәсьәләләре буйынса тикшеренеү эштәре башлай һәм Ырымбур ҡалаһында нәшер ителгән «Шура» журналында бер нисә мәҡәлә баҫтыра.

1921 йылдан педагог тағы Урта Азияла, Урта Азия дәүләт университетында һ. б. уҡыу йорттарында хеҙмәт иткән. Был йылдарҙа ул татар әҙәбиәте ғилеме мәсьәләләре буйынса күп мәҡәләләр яҙған, һәм улар урындағы һәм Ҡазан баҫмаларында донъя күргән.

Ҡиммәтле белгесте юғалтырға теләмәгәнлектән, Татарстан мәғариф министрлығы һәм Ғәлимйән Ибраһимов 1925 йылда уны Ҡазанға саҡырып алып ҡайтҡан һәм Татар коммунистик университетына, ә һуңғараҡ Көнсығыш педагогия институтына эшкә урынлаштырған.

Шул йылдарҙа ул фәнни-педагогик эш менән шөғөлләнә. Фәҡәт ошо осорҙа Ғабдрахман Сәғҙи әҙәбиәт ғилеме буйынса үҙенең иң яҡшы хеҙмәттәрен яҙған, уның китаптары бер-бер артлы баҫылып торған. Әммә 1930 йылда ул, бөтә эшен ташлап, яңынан Урта Азияға киткән һәм үҙенең ғүмерен үзбәк әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә бағышлаған.[2]

Көнсығыш халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәтенең төрлө аспектары буйынса 162 китап яҙған.

1956 йылдың 10 мартында вафат була. Сәмәрҡәнд ҡалаһында ерләнә.

  • улы Фуат Сәғҙи — техник фәндәр кандидаты, аэродинамика буйынса белгес.
  • ейәнсәре Эльвира Сәғҙи (1952) - спортсы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976), гимнастик күпбәйгенең ҡайһы бер төрҙәре буйынса СССР чемпионкаһы (1972—1973), СССР-ҙың абсолют чемпионкаһы (1973), команда беренселегендә донъя чемпионы (1974), Олимпия уйындары чемпионы (1972, 1976).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Принципы изучения грамматики языка тюрки, 1922
  • А. Саади. «Кем был Ясави»
  • А. Саади. «Восточный философ Газави», «Восточный философ Фараби», 1923—1924
  • А. Саади. «Восточный педагог Рагиб Исфагани»
  • Абдрахман Саади, История татарской литературы (на татарском яз.), Казань, 1926
  • Рабочая книга по родному языку / сост. Габбас Ягафарович Давлетшин, Г. Сагди, Х. Хусни и др. — Уфа: Башкнига, 1929. — 53 с. (башк. яз.)
  • «Әдәбиятыбызны мәдрәсәләрдә укыту» (1910 йыл, «Шура» журналы)
  • «Кавагыйде әдәбият» («Әдәбият кагыйдәләре»), Уфа, 1911 йыл
  • «Әдәбият ысуллары» китабы. Оренбург, 1912 йыл
  • «Татар сарфы» («Татар теле морфологиясе»), Казан, 1913
  • «Телебезнең нәхүе» («Телебезнең синтаксисы»), Казан, 1914
  • «Мөкәммәл сарыф вә нәхү» (Казан, 1915)
  • «Татар әдәбияты тарихы» (1926)
  • «Пролетариат диктатурасы дәверендә татар әдәбияты» (1930)
  • «Символизм турында» (1932) исемле китаптары һәм

мәҡәләләре:

  • «Октябрьның сигез елы эчендә татар әдәбияты» (1925)
  • «Татар театр әдәбияты Һәм аның үсү тарихы» (1926)
  • «Әдәбиятны җәмгыять белеме белән баглау» (1926)
  • «Әдәбият укыту тәҗрибәсе» (1926)
  • «Фатих Әмирхан» (192б)
  • «Сәгыйть Рәмиев нинди вәзеннәрдә һәм ничек язды» (1927)
  • "Безнең юл"да әдәби-гыйльми тикшеренүләр, тәнкыйтьләр" (1927)
  • «Татар пролетариатының беренче әдибе — Г. Коләхмәтов» (1927)
  • «Кандалый турында», «Борынгы дәвер татар әдәбиятыннан яңа материаллар» (Мәүла Колый иҗаты турында, 1927)
  • «Бездә әдәби тәнкыйть» (1927)
  • «Галимҗан Ибраһимов һәм аның әдәби иҗаты» (1928)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1946).
  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 310—311.
  • Габдрахман Сагди : науч.-докум. сб / [сост. Д. Загидуллина, Ч. Гилязова]. — Казань : Җыен, 2008. — С. 384—401
  • Даутов Р. Н., Нуруллина Н. Б. Совет Татарстаны язучылары. — Казан, Татарстан китап нәшрияты, 1986

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә