Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы

(Абдразаҡов Әмир Әбделмән улы битенән йүнәлтелде)

Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15 ғинуар 1934 йыл — 6 март 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.

Әмир Абдразаҡов
Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ҡәйепҡол, Георгиевский сельсовет[d], Александровка районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 март 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Балалары Абдразаҡов Асҡар Әмир улы һәм Абдразаҡов Илдар Әмир улы
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡәйепҡол ауылында тыуған.

1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) О. И. Пыжков һәм Б. В. Бибиков класы буйынса тамамлай һәм актёрлыҡ эшен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Унда 1962 йылғаса эшләй.

1962 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетына режиссёрлыҡ эшенә күсерелә. Ф. Биишев менән берлектә Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романдары буйынса тәүге күп сериялы телевизион нәфис фильмдар төшөрә.

«Башҡортостан» киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның беренсе директоры була.

1994 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

2008 йылдың 6 мартында Өфө ҡалаһында вафат була, Мосолман зыяратында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Билдәле ролдәре

үҙгәртергә
  • Степан (И. К. Карпенко-Карый, «Бәхетһеҙ мөхәббәт» — «Бесталанная»).
  • Герт (Г. Гейерманс, «Надежданың һәләкәте» — «Гибель „Надежды“»).
  • Ведерников (А. Н. Арбузов, «Сәйәхәт йылдары» — «Годы странствий»).
  • Тимербулат (Ә. Атнабаев, «Ул ҡайтты»).
  • Надир (С. Ямал, «Ҡара сәскәләр» — «Черные розы»).
  • Хәйернас (Н. Нәжми, «Егет егетлеген итә»).

Билдәле телефильмдары

үҙгәртергә

Барлығы иллегә яҡын телефильм төшөргән.

  • «Халҡым һағышы» — 1969 йыл.
  • «Туй» — 1970 йыл.
  • Күңел ҡанаттары — 1970 йыл.
  • «Заһир Исмәғилев» — 1986 йыл.
  • «Халыҡ шағиры» — 1990 йыл.
  • «Революционер-дипломат» — 1992 йыл.

Кинофильмдары

үҙгәртергә
  • «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» — 1990 йыл.
  • «Аҡмулла» — 1990 йыл.
  • «Ишмулла» — 1991 йыл.
  • 2019 йылдың 29-30 апрелендә Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған саралар уҙғарыла[3].
  • 2018 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте[4].
  • 2018 йылдың авгусында республика алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған кешеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ололау буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышында «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында үтенес хупланды[5].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә