1844

Иҫтәлекле урын
Каруанһарай
Ил Рәсәй
Ҡала Ырымбур
Бина тибы каруанһарай
Архитектура стиле көнсығыш
Проект авторы Брюллов Александр Павлович
Беренсе тапҡыр 1836 йыл
Төҙөлөшө 18371844 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 5610009000объект № 5610009000

Каруанһарай — Ырымбур ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Уны XIX быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы тип иҫкә ала[1].

«Мин Һаҡмар аша сыҡҡан ваҡытта ҡояш яңы ғына байыған ине, алыҫта иң беренсе булып иҫ киткес манараһы менән ал төҫтәге мәсет күренде. Был Брюллов рәсемдәре буйынса төҙөлгән Каруанһарай», — тип яҙа 1847 йылда Ырымбурҙа һөргөндә булған Т. Г. Шевченко. Философия докторы Фёдор Базенер 1842 йылда Хиуанан Ырымбурға үтеп барышлай Каруанһарай тураһында «күҙҙең яуын алырлыҡ ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл бина», тип яҙып ҡалдыра. Урта Азиянан ҡайтып барышлай 1929 йылда Ырымбурҙа булған А. В. Луначарский «Бик матур Каруанһарай, эсендә архитектур ҡомартҡыһы булғанға…», тип яҙа.

Тарих үҙгәртергә

 
Каруанһарай түшәме

Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең һис ниндәй туҡталыу урыны ла юҡ,— тип яҙа Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтарына мөрәжәғәтендә — Мин бында даими туҡталыу урыны йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Был һарайҙа теләгән бер башҡорт һәм мишәр бушлай туҡтала алыр ине.

Төҙөлөш материалдары әҙерләү һәм ҡулланыу башҡорттарға борондан таныш була. Ырымбурҙы башҡорт орнаменты менән биҙәлеп эшләнгән биналар быға дәлил булып тора. Миҫал өсөн, Каруанһарай янындағы бер ҡатлы йорттоң фасады башҡорт орнаментындағы геометрик фигуралар менән биҙәлгән.

Каруанһарайға Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары урынлашырға тейеш була. Каруанһарайҙың мәсете иһә мосолмандарға намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн тәғәйенләнә.

Перовскийҙың изге ниәтен кантондар хуплап ҡабул итә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Архитектор А. П. Брюллов эшләгән проект 1837 йылдың 19 ғинуарында раҫлана, шул йылдың йәйендә үк төҙөлөш эштәре башланып китә. Төҙөлөш материалдарын әҙерләүҙә, уларҙы ташыуҙа, биналарҙы һалыуҙа һәм биҙәүҙә төрлө милләт кешеләре ҡатнашаһа ла, төп ауырыҡ башҡорттар иңенә төшә. Төҙөлөштөң дөйөм күләме 804914 һум күләмендә баһалана. Был суммаға халыҡтың үҙ ирке менән йыйған иғәнәһе, почта хеҙмәте өсөн түләүҙәр, поташ заводтарынан килгән килем керә.

Каруанһарайҙың төп бинаһы 1842 йылда төҙөлөп бөтә. Мәсетте эске яҡтан биҙәү һәм манараны тыштан йөҙләү эштәре күп ваҡытты ала.

1846 йылдың 30 авгусында Каруанһарайҙы асыу тантанаһы үткәрелә. Байрамға Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры, Өфөнән мөфтөй, кантон начальниктары, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәм ябай халыҡ саҡырыла. Ҡунаҡтарҙың береһе лә саҡырыуҙы инҡар итмәй килеп етәләр. Иртәнге сәғәт 9-ҙа хәрби ғәскәр разводҡа теҙелә, парад күрһәтелә. Башҡорт атлылары милли кейемдә, буҫтауҙан тегелгән ҡыҙыл кафтанда булалар. Корпус командиры һәм башҡа урыҫ кешеләре сиркәүгә литургияға китәләр, ә ҡалған халыҡ намаҙ ваҡытын көтөп мәсет янына йыйыла. Бер сәғәттән корпус командиры килеп етә, мәсет алдында халыҡҡа үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. Мәзин манаранан аҙан ишеттерә. Мәсет ишектәре асыла, мөфтөй артынан халыҡ мәсеткә инә. Асыу тантанаһының рәсми өлөшө тамамлана. Һуңынан халыҡтың яратҡан тамашаһы — ат ярышы үткәрелә. Ярыш тамамланған урында байрамға килгән ҡунаҡтарға ҙур табын әҙерләнә, һый-хөрмәт күрһәтелә. Шунда уҡ халыҡтың тағы бер яратҡан тамашаһы — көрәш үткәрелә. Ярышта еңеүселәргә махсус бүләк әҙерләнә.

1921—1936 йылдарҙа Каруанһарай йортонда Ырымбур башҡорт педагогия техникумы эшләне.

Архитектура үҙгәртергә

Каруанһарай иркен урында, ҡаланан ситтә төҙөлгән. Тирә-яғына Стәрлетамаҡ, Бөрө өйәҙҙәренән килтерелгән ағастар ултыртылған. Ихатаһы киҫелгән таштан яһалған кирбес менән уратып алынған. Ҡала киңәйгәс, комплекс ҡала эсендә тороп ҡала, ихатаның ярым-асыҡ яғы хәҙерге Парк проспектына ҡарап тора. Ҡауанһарай төп корпустан, мәсеттән һәм манаранан торған бер бөтөн архитектур берәмек. Төп корпус «П» хәрефе формаһында, булмәләрҙең тәғәйенләнеше төрлө булғанға айырым ишектәр ҡуйылған. Ҡунаҡтарға икенсе ҡатта казарма формаһында бүлмәләр планлаштырылған. Аттарҙы ҡуйыу өсөн тышҡы яҡта ихата ҡаралған.

Мәсет стеналары һигеҙ ҡырлы призма итеп төҙөлгән, өҫтө ярым сфера менән ҡапланған. Киңлеге — 12,8 м.

Манараның аҫҡы өлөшөндә киң пьедестал, урта өлөшөндә һигеҙ ҡырлы призма, өҫкө өлөшөндә цилиндр формаһындағы колонна. Манара йәшел тимер менән ябылған конус менән тамамлана. Конус башында ярым ай. Бейеклеге 38,8 м.

Каруанһарайҙы ҡайтарып алыу өсөн көрәш үҙгәртергә

 
Каруанһарай янында III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы делегаттары. 1917 йылдың декабре.

Каруанһарай төҙөлөп бөтөүгә Ырымбурҙың генерал-губернаторы итеп В. Обручев тәғәйенләнә. Ул үҙен башҡорт мәҙәниәтендәге барлыҡ сараларҙың дошманы итеп күрһәтә. Каруанһарай тартып алына һәм эска эштэр ҡарамалығына тапшырыла. Бинала Ырымбур губерна канцелярияһы, канцелярия начальнигының фатиры, башҡорт ерҙәрен бүлеү буйынса комиссия, "Оренбургская газета"ның редакцияһы һәм типографияһы урынлаша. Башҡорттар өсөн ике генә фатир ҡалдырыла — унда мәсет хеҙмәткәрҙәре урынлаша.

Был хәл башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 1865 йылда Ҡаруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙәрен һорап 10 меңгә яҡын ҡултамға йыйыла. Үҙ хәле менән төҙөгән ҡорамды халыҡ тарихи изге ҡомартҡы итеп күрә.

Губерна ойошмалары янында мосолман храмы булыуы мөмкин түгел тигән һылтау менән Кржижановский 1867 йылдың 26 ғинуарында эске эштәр министрлығына мәсетте һәм манараны күсерергә тип, үтенес яҙа. Ул үҙенең үтенесен урыҫ хөкүмәте янында мосолман мәсете булыуы килешмәй тип нигеҙләй. Эске эштәр министрлығы башҡорттар араһындағы хәлде яҡшы белә, яңы ихталалдар күтәрелеүҙән хәүефләнеп 1876 йылдың 10 июнендә Крыжановскийға «күптән эшләп килuән, зауыҡ менән төҙөлгән ҡоролманы күсереү магометан фанатизмына яңы ҡеүәт бирәсәк, тимәк был көс көсһөҙләнмәйәсәк, ә яңынан күтәреләсәк» тип яуап бирә. Крыжановский бер нисә мәртәбә үтенес яҙа, министрлыҡ барыбер мәсетте күсерергә баҙнат итмәй.

1917 йылдың 20 июнендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында «Каруанһарай башҡорттар тарафынан төҙөлгән башҡорттарҙың милли ҡаҙанышы» тигән ҡарар ҡабул ителә. 1917 йылдың ноябренән Каруанһарайҙа Башҡорт мәркәз шураһы урынлаша. 1917 йылдың декабрендә бында Башҡортостан автономияһын раҫлаған III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы үтә.

 
2007 йылда Каруанһарай бинаһына 1917 йылдың декабрендә унда III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы үтеүе һәм Башҡорт Хөкүмәте менән Башҡорт ғәскәре штабы урынлашыуы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған

Башҡорт мәркәз шураһының элекке рәйесе, Наркомнац ҡарамағындағы Мосолмандар эштәре буйынса комиссариат ағзаһы Шәриф Манатов 1918 йылдың ғинуарында Каруанһарайҙы ҡайтарыу мәсьәләһе буйынса В. И. Ленин менән әңгәмәләшә. Ленин Каруанһарайҙы башҡорттарға ҡайтарыу тураһындағы декрет проекты менән танышып: «Каруанһарай әле һаман башҡорттарға ҡайтарылмағанмы?» — тип һорай. Һәм шунда уҡ: «Уны тиҙерәк бирергә кәрәк», — тине. Әҙерләнгән проектты уҡығас, ул «Башҡорт йорто» һүҙҙәре араһына «халыҡ йорто» һүҙен индергән. 1918 йылдың 6 февралендәге РСФСР-ҙың Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатының (Наркомнац) декретына ярашлы, Каруанһарайҙы башҡорт халҡына тапшырыу иғлан ителә.

1918 йылдың авгусынан Каруанһарайҙа Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт хәрби шураһы урынлаша.

1921 йылда Каруанһарайҙа башҡорт педагогия техникумы асыла.

1960 йылда Каруанһарай архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауына алына.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкиры и Оренбуржье: история и современность (к 150-летию Караван-Сарая). — Уфа—Оренбург, 1996. — 99 с.
  • Байғотлина Г. Һоҡландырҙың да, һыҙландырҙың да, Каруанһарай!.. / Гүзәл Байғотлина // Йәшлек. — 2006. — 18 июль.
  • Ильясова Г. Уйҙарға һалдың, Каруанһарай… / Г. Ильясова // Башҡортостан. — 2006. — 21 июль.
  • Караван-Сарай. /Авт.-сост. Калимуллин Ф. Б. 2-е изд. — Уфа: Китап, 1995. — 71 с.
  • Танатов А. Влияние эпохи на причины и цели создания Караван-сарая. // Ватандаш. — 2004. № 8.
  • Утягулов Р. Звезда Караван-Сарая // Ватандаш. — 2001. № 12. — С. 159—162.
  • Юлан А. Каруанһарай — Башҡортостан дәүләтселегенең бишеге // Йәшлек. — 2006. — 15 июль.
  • Янгузин Р. З. Караван-Сарай — национальная святыня башкирского народа //Оренбургской губернии — 250 лет: проблемы истории и культуры. Оренбург, 1994.
  • Янгузин Р. З., Данилова Г. Б. Караван-Сарай. Уфа: «Китап», 1996.
  • Янгузин Р. З. Караван-сарай — 150 лет. // Ватандаш. — 1996. — № 2. — С. 79—83.

Һылтанмалар үҙгәртергә