Juhudi Kilimo Company Limited[1] — Кениялағышәхси компания, ваҡ фермерҙарға микрокредиттар, беренсе сиратта производство активтары алыуға, бирә, шулай уҡ уларҙың уҡыуын ойоштора[2][3][4][5].

Juhudi Kilimo
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2004

Нигеҙләүсе

Алеке Дондо (ингл. Aleke Dondo)

Уранлашыуы

Найроби (Кения)

Төп фигуралар

Бернард Кивава (ингл. Bernard Kivava)

Тармаҡ

Микрокредитлау

Сайт

http://juhudikilimo.com/

Ойошторолоуы

үҙгәртергә

Juhudi Kilimo проекты 2004 йылда Алеке Дондо (ингл. Aleke Dondo) тарафынан ул киңәйткән K-Rep Development Agency коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының структура өлөшө булараҡ нигеҙләнә. 2009 йылда проект айырым компания итеп үҙгәртелә[6].

Juhudi Kilimo штаб-фатиры Найробиҙа (Кения) урынлашҡан[4].

Алеке Дондо (ингл. Aleke Dondo) Juhudi Kilimoның идеологы, беренсе етәксеһе (CEO) һәм һуңынан директорҙар советының беренсе етәксеһе була[4]. 2010 йылдың октябренән 2015 йылдың апреленә тиклем компанияға Нат Робинсон (ингл. Nat Robinson[4]) етәкселек итә.

2015 йылдың апреленән Бернард Кивава (ингл. Bernard Kivava)[7] компания етәксеһе була.

Компанияны фондлаусы социаль инвесторҙар: Acumen (2011)[8], Grameen Foundation[8], «Асыҡ йәмғиәт» институты (Soros Economic Development Fund), Форд фонды, Рокфеллер фонды, Kiva һ.б.[3].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Juhudi Kilimo — классик микрокредитлау ойошмаһы, Кенияның төпкөл төбәктәрендәге ваҡ фермерҙарға үтескә аҡса бирә[3][4].

Juhudi Kilimo'ның төп үҙенсәлеге — кредит бирер алдынан фермерҙы уҡытыу[3][4]. Курс үткәндә үтескә дәғүә итеүселәр финанс һәм ауыл хужалығы белемдәре ала, компанияны ойоштороусылар фекеренсә, был белемдәр хужалыҡтың һөҙөмтәлелеген күтәрә һәм ваҡ эшҡыуарҙарға табышлыраҡ эшләү мөмкинлеген бирә[3][4].

Juhudi Kilimo ил эсендә киң ҡулланыла торған ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрҙе — һөт һыйыры һәм кәзә, ҡош-ҡорт, сусҡа, кролик һәм башҡа мал-тыуар аҫраусыларҙы, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе финанслай; ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән һуғарыу һәм продукция эшкәртеү техникаһы алыуға, транспорт, шул иҫәптән мотоцикл, велосипед һ.б., ауыл хужалығы тауарҙары ташыу транспорты алыуға кредит бирә[3][4].

Үтескә алыусылар менән эш нигеҙҙә «кредит офицерҙары» аша тормошҡа ашырыла, улар үҙҙәренә бирелгән планшеттар аша махсус онлайн платформа аша компания менән бәйләнеш тота[3].

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

үҙгәртергә

2010 йылда Juhudi Kilimo 7 500-ләп фермерҙы финансланы, атап әйткәндә, 1 834 һыйыр һатып алыуға кредит бирҙе, был уртаса фермерға килемдәрен ике-өс тапҡыр арттырырға мөмкинлек асты[2].

2012 йылда Juhudi Kilimo операцион рентабеллелеккә сыға[3].

2013 йылдың мартына Juhudi Kilimo йәмғеһе 10 000 үтес бирә[9].

2014 йылға Juhudi Kilimo 20 120 фермерға бөтәһе 11,7 миллион АҠШ долларынан ашыуыраҡ суммаға кредит бирә[3]. Үтескә бирелгәндең кире ҡайтарылыу кимәле 95 % тәшкил итә[3].

2011 йылда Шваб фонды Juhudi Kilimo компанияһын асҡан Алеке Дондоны Йылдың социаль эшҡыуары тип атаны[2]. Ул ваҡытҡа Алеке Дондоны «Көнсығыш Африканың микрофинанслау олатаһы» тип йөрөтәләр ине инде[2].

2013 йылдың апреленә Juhudi Kilimo АфрикалаB Lab сертификатлаған беренсе компанияға әүерелде[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Чаще просто Juhudi Kilimo.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Aleke Dondo 2015 йыл 10 июнь архивланған. (англ.). Фонд Шваба (2011). Проверено 10 июня 2015.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Juhudi Kilimo 2015 йыл 15 апрель архивланған. (англ.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Company Overview of Juhudi Kilimo Company Limited (англ.
  5. Juhudi Kilimo: Providing financing for Kenyan smallholder farmers 2015 йыл 27 апрель архивланған. (англ.
  6. 6,0 6,1 Olivia Muiru.
  7. Шулай уҡ ҡара: пресс-релиз 2015 йыл 10 июнь архивланған..
  8. Acumen Fund and Grameen Foundation Invest in Agricultural Microfinance Company Juhudi Kilimo Company Limited 2015 йыл 10 июнь архивланған. (англ.
  9. Juhudi Kilimo 2015 йыл 21 май архивланған. (англ.

Һылтанмалар

үҙгәртергә