B Lab — Америка Ҡушма Штаттарында, Пенсильвания штатындағы Делавэр округында урынлашған коммерциялы булмаған ойошма. 2006 йылда өс дуҫ — Джей Коен Гилберт[1][2], Барт Хоулахан һәм Эндрю Кэссо — был ойошмаға нигеҙ һалалар[3]. Социаль һәм экологик файҙалығы критерияларға тура килгән компаниялар өсөн B Lab махсус сертификаттар (B Lab certification йә B Corporation certification) барлыҡҡа килтерә. Ошо сертифакаттар, шулай уҡ үҙ рейтингылары һәм аналитик материалдары ярҙамында B Lab экономиканың яңы секторын барлыҡҡа килтерәләр һәм өс бер-береһе менән бәйләнгән инициативалар ярҙамында систем үҙгәрештәр яһай: ысынлап та «яҡшы компаниялар» һәм яҡшы маркетинг араһында айырмаларҙы табыу өсөн «Certified B Corporations» төркөмөн төҙөй; инвестицияларҙы социаль проектар һәм тирә-яҡты һаҡлау яғына күсереүгә йоғонто яһай; социаль эшҡыуарлыҡты һәм инвестицион йоғонто яһауҙы тиҙ үҫтергән дәүләт программаларын алға ебәрә[4][5][6].

B Lab донъялағы социаль үҙгәрештәр өсөн булған инновацион коммерциялы һәм коммерциялы булмаған моделдәрҙе алға ебәрә, үҙ сертификаттарының секторын ҙурайтыр өсөн оҙайлы капитал баҙарын һәм стратегик инициативаларҙы үҫтерә, социаль яуаплыҡ предметына корпорацияларҙың уставтарын яҡшырта, социаль предприятияларҙы һәм бизнесты берләштерә. Баҙарҙа B Lab сертификациялары Det Norske Veritas, Underwriters Laboratories һәм Technischer Überwachungsverein компаниялары менән ярыша. 2014 йылдың яҙына ҡарата 27 илдән булған 1 мең тирәһе компаниялар экономиканың 60 тармағында B Lab сертификаттарын ала, тағы ла 16 мең компания ойошманың ҡоралдары менән ҡуллана.

Башланғыс этапта «B Lab» ойошмаһын күп билдәле заказчиктар һәм инвесторҙар хуплай — Рокфеллер фонды, Халыҡ-ара үҫеш буйынса АҠШ агентствоһы, Deloitte, Prudential Financial һәм Halloran Philanthropies[7]. B Lab компанияларҙың яңы төрөн уйлап сығара — В Corporation («В» «файҙалы» тигәнде аңлата). Был юридик билдә һәм компанияларға үҙҙәрен социаль яуаплы ҡулланыусы һәм инвесторҙарға һанарға мөмкинлек биргән сертификациялар системаһы. B Corporation сертификатын һәм статусын алыр өсөн, компаниялар үҙҙәренең оәоштороу килешеүҙәрен үҙгәртергә тейеш: менеджерҙар акционерҙар тураһында ғына тулҡынланырға тейеш түгел, улар компания эшселәренең, берләшмәләрҙең һәм тирә-яҡтың мәнәфәғәттәрен иҫәпкә алалар. Бындай үҙгәрештәр эшҡыуарҙарға эске байлыҡтарын юғалтыуҙарына ҡурҡмай ғына сит инвесторҙарҙы алалар[8][9].

2014 йылда Сколл фонды «В Lab» ойошмаһын донъяның социаль эшҡыуарҙар конкурсының финалисты кеүек бүләкләй[10]. Шулай уҡ B Lab корпорациялар һәм дәүләт ҡануниәте тураһында булған айырым информацион сайтты етәкләй[11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Jay Coen Gilbert (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 11 май 2015.
  2. Capitalist Monkey Wrench (ингл.). Forbes. Дата обращения: 11 май 2015.
  3. Andrew Kassoy (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 11 май 2015.
  4. The Non-Profit Behind B Corps (ингл.). B Lab. Дата обращения: 11 май 2015. 2015 йыл 5 июнь архивланған.
  5. B Lab’s Bart Houlahan: Building More Socially Responsible Corporations (ингл.). Wharton School of the University of Pennsylvania. Дата обращения: 11 май 2015.
  6. The “Benefit Corporation” Movement (ингл.). Massachusetts Institute of Technology. Дата обращения: 11 май 2015.
  7. Corporate Responsibility Nonprofit, B Lab, Shows Strong Growth (ингл.). Forbes. Дата обращения: 11 май 2015.
  8. A New Kind of Company: A "B" Corporation (ингл.). Inc.. Дата обращения: 11 май 2015.
  9. B Corp and a Benefit Corporation are Not Created Equal (ингл.). Triple Pundit. Дата обращения: 11 май 2015.
  10. 2014 Skoll Awardees (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 11 май 2015. 2015 йыл 10 сентябрь архивланған.
  11. Benefit Corporation (ингл.). Дата обращения: 11 май 2015.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә