ICANN

Домен исемдәре һәм IP-адрестар менән идара итеү корпорацияһы

«Домен исемдәре һәм IP-адрестар менән идара итеү корпорацияһы» (Internet Corporation for Assigned Names and Numbers), ҡыҫҡартмаһы ICANN (уҡылышы айкэн[3]) — 1998 йылдың 18 сентябрендә домен исемдәре, IP-адрестар һәм Интернет эшенең башҡа өлкәләре менән бәйле мәсьәләләрҙе көйләү өсөн АҠШ хөкүмәте ҡатнашлығында ойошторолған коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара ойошма.

ICANN
Логотип
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 18 сентябрь 1998
Рәсми атамаһы Internet Corporation for Assigned Names and Numbers[1]
Ҡыҫҡаса атамаһы ICANN
ХФА-лағы транскрицияһы ˈaɪkæn
Эшмәкәрлек төрө Мәғлүмәт технологиялары, доступ[d], цензура, Демократия, Цифровой барьер[d], Цифровые права[d], свобода информации[d], Internet phenomena[d], Сетевой нейтралитет[d], неприкосновенность частной жизни[d], социология, ҡулланыу[d] һәм Управление интернетом[d]
Нигеҙләүсе Постел, Джонатан Брюс[d]
Генераль директор Göran Marby[d]
Дәүләт Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Flag of Turkey.svg Төркиә
Flag of Uruguay.svg Уругвай
Flag of Singapore.svg Сингапур
Flag of Belgium.svg Бельгия
Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Flag of Switzerland.svg Швейцария
Flag of Kenya.svg Кения
Административ-территориаль берәмек Калифорния
Урынлашыу Истанбул, Сингапур, Монтевидео, Брюссель, Пекин, Женева, Найроби һәм Вашингтон
Дөйөм килем 129 300 000 € (2020)
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Playa Vista[d], Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Хеҙмәткәрҙәр 388 кеше (2020)[2]
Страница для сообщений об ошибках community.icann.org
Адрес 12025 Waterfront Drive, Suite 300Los Angeles, CA 90094-2536, USA
Рәсми сайт icann.org
icann.org/ar
icann.org/fr
icann.org/ru
icann.org/es
icann.org/zh
Официальный блог icann.org/news/blog
Каналдың URL-ы icann.org/news.rss
URL политики конфиденциальности icann.org/privacy/policy
Пожертвования 0 €
Фолловерҙар һаны 101 983 һәм 15 300 ± 99
Код ACM 2012 10011211
Commons-logo.svg ICANN Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

1998 йылға тиклем дөйөм ҡулланыуҙағы домендарҙа исемдәрҙе теркәү менән Network Solution Inc (NSI) Ҡалып:Какая? компанияһы ғына шөғөлләнә. Шунлыҡтан теркәлеү хаҡы ла юғары була — .com, .net һәм .org зоналарындағы һәр домен уның эйәһенә $50 долларға төшә. Ошо сәбәпле теркәлгән домен исемдәре һаны йылдам үҫә алмай: 1998 йылда донъяла уларҙың һаны ни бары өс миллион була.

ICANN корпорацияһы домендарҙы теркәүҙең бүлгеләнгән системаһын ҡулланыуҙы индерә, был сара аккредитацияанған теркәүселәрҙең домен исемдәре реестрына ирекле инеү принцибына нигеҙләнә. Шулай итеп, конкуренциялы домен баҙары хасил була. Бөгөн дөйөм файҙаланыуҙағы домен зоналарында 900-ҙән ашыу аккредитацияланған теркәүсе эшләй. Ә теркәлгән домендар һаны 270 миллиондан ашып киткән[4].

 
Лос-Анджелеста ICANN-дың штаб-фатиры

Адресациялау системаһын үҫтереп, ICANN корпорацияһы дөйөм ҡулланыуҙағы домендар исемлеген дә арттыра. 1998 йылда улар ни бары өсәү (.com, .net, .org) була. 2001 йылдан корпорация .info, .biz, .name, .coop, .museum, .aero, .pro, .travel, .jobs, .cat, .asia, .eu, .mobi, .tel домен зоналарын индерә.

ICANN ҡарарҙар ҡабул итер алдынан улар буйынса Интернет берләшмәһе, бизнес һәм төрлө илдәрҙең дәүләт власы органдары вәкилдәре менән фекер алышыу үткәрә. ICANN документтары буйынса фекер алышыу төрлө форматта үтә. Бынан тыш, корпорация халыҡ-ара конференциялар үткәреп тора.

ICANN офистары Лос-Анджелеста, Истанбулда һәм Сингапурҙа урынлашҡан, корпорацияның етәксе органдарында планетаның төрлө мөйөштәре вәкилдәре эшләй.

2011 йылда компания донъяла булған бөтә мәғлүмәттең һанын хисаплап сығарыу буйынса киң күләмле тикшеренеүҙәр үткәрә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә донъяла 2,56 зеттабайт мәғлүмәт барылғы асыҡлана. Шул уҡ тикшеренеүҙән яһалған фараздарға ярашлы, XXI быуат аҙағына мәғлүмәт һаны 4,22 йоттабайтҡа етәсәк.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. https://www.icann.org/en/icann-acronyms-and-terms?nav-letter=i&page=1
  2. https://www.icann.org/en/system/files/files/annual-report-2020-en.pdf
  3. Название организации фонетически имитирует фразу «я могу», произнесённую по-английски («I can»).
  4. Verisign Domain Name Industry Brief.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә