Үҙәк Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы

(CEFTA битенән йүнәлтелде)
Үҙәк Европа ирекле сауҙа килешеүе, (CEFTA)

ЦЕФТА флагы
Тибы буйынса классификация Ирекле сауҙа ойошмаһы
Ағзалары 6 дәүләт ағзалыҡта
1 бәхәсле статустағы дәүләт
Албания Албания
Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина
Төньяҡ Македония Төньяҡ Македония
Молдова Молдова
Черногория Черногория

Сербия Сербия
БМО [Косовола БМО миссияһы|УНМИК (Косово)]]

Рәсми телдәре Албан теле, Босний теле, Македон теле, Черногор теле, Молдаван һәм Серб теле
241 343 км²
21,8 миллион кеше
1992 йылдың 21 декабре (Краков, Польша)
Ағзалыҡта торған илдәрҙең валютаһы Албан лек (легы), Босния конвертирланған маркаһы, Евро, Македон денары, Молдаван лейы, Серб динары
Үҙәк Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы (CEFTA) үҫеше

     CEFTA ағзалары      Европа берлеге ағзалары


1992 йыл — Польша, Венгрия һәм Чехословакияның ойошмаға нигеҙ һалыуы


2003 йылда — Словения (1996), Румыния (1997), Болгария (1999) һәм Хорватия (2003) ҡушылды


2013 йыл — Польша, Венгрия, Чехия, Словакия һәм Словения Европа берлегенә инделәр (2004), һуңынан — Болгария һәм Румыния (2007), аҙаҡ — Хорватия (2013); Македония ҡушылған (2006), һуңынан — Албания, Босния һәм Герцеговина, Косово, Молдавия, Черногория һәм Сербия (2007) ҡушылған.

Үҙәк Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы (Central European Free Trade Agreement) — Ирекле сауҙа зонаһы ойошмаһы, Европа берлегенә инмәгән илдәр араһындағы Вишеград төркөмө килешеүе вариҫы.

Ойоштороу тарихы

үҙгәртергә

1991 йылдың февралендә Венгриялағы Вишеград ҡалаһында Венгрия, Польша һәм Чехословакия вәкилдәренең юғары кимәлдә осрашыу һөҙөмтәһендә даими органдары төҙөү планлаштырмаған субрегиональ ойошма барлыҡҡа килде. Артабан был ойошма Вишеград төркөмө тип атала башлаған. Чехияның премьер-министры Вацлав Клаус Вишеград төркөмөн төҙөү инициаторы булған. Элекке интеграцион структуралар емерелгәндә һәм Көнбайышҡа йүнәлгән сауҙа ағымының ҡыйын хәл ителгән проблемаларға осрауы шарттарында эске региональ продуктты үҫтереү һәм Европа союзына интеграцияланыуға әҙерләнеү өсөн тырышлыҡты берләштереү мохтажлығынан төҙөлгән был ассоциация.

1992 йылдың декабрендә Венгрия, Польша, Словакия һәм Чехия Үҙәк Европа ирекле сауҙа, ЦЕФТА (CEFTA) тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған, һәм ул 1993 йылдың 1 мартында көсөнә ингән.

Тәүҙәрәк ассоциацияла ҡатнашыусы илдәр яңы ағза ҡабул итеүҙе күҙалламағадар, ләкин һуңғараҡ өс төп талапты ҡәнәғәтләндергән илдәр ассоциацияға инеү мөмкинлегенә лайыҡ тип хәл иткәндәр:

  • Евросоюз менән килешеүе йәки Европа союзының ассоциацияланған ағзаһы статусы булыуы;
  • Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО) йәки Тарифтар һәм сауҙа буйынса генераль килешеүе (ГАТТ)булыуы;
  • килешеүҙә ҡатнашыусы һәр ил менән ирекле сауҙа тураһында ике яҡлы килешеүе булыуы.

1996 йылдың 1 ғинуарынан килешеүҙең сираттағы ағзалары Словения, 1997 йылдың 1 июленән — Румыния, ә 1999 йылдың 1 ғинуарынан — Болгария ҡушылған.

ЦЕФТА–ға берләшеүҙең маҡсаты — 2002 йылға ирекле сауҙа зонаһын булдырыу маҡсатында блок эсендә сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм кооперацион үҫеште стимуллаштырыу перспективаһын булдырыу. Шул уҡ ваҡытта эске региональ интеграцияны үҙмаҡсат итеп түгел, ә ЦЕФТА берләшмәһендә ҡатнашҡан илдәр иҡтисады менән бәйле – уларҙың иҡтисады, бер-береһен байытырлыҡ түгел, ә бер типлы, уларҙың баҙары (рыногы) капитал яғынан ярлы, юғары технологиялар буйынса сикләнгән, сеймал яғынан дефицитлы булғанлыҡтан (шул иҫәптән энергетик ресурстар буйынса ла), Евросоюзға инергә әҙерләнеү (күсеү) осоронда ҡайһы бер проблемаларҙы нивелирлаштырыу (шымартыу) кәрәк булған. Бынан тыш, ЕС илдәре күпселек өлөшөнә хужа булған тышҡы сауҙала ЦЕФТА-ла ҡатнашыусы илдәр бик ҙур кире сальдоға эйә. Был һәм башҡа иҡтисади проблемалар ЦЕФТА сиктәрендә генә түгел, ә тап хәҙерге көндә барған Евросоюзға интеграцияланыу процесында хәл ителә. ЦЕФТА илдәренең закондарын да Евросоюз нормалары (Acquis communautaire) менән яҡынайтыу аҙымы яһала.

Халыҡ-ара сауҙа

үҙгәртергә

ЦЕФТА үҫеше объектив ҡыйынлыҡтар һәм ҡатнашыусы илдәрҙең көнбайыш европа структураларына интеграцияланыуға ҙур тырышлыҡ һалыуы менән бәйләнгән. Бының менән бергә, Килешеүҙең институциональ органдарын төҙөү тураһындағы Словакия тәҡдимен ҡабул итмәгәндәр.

Шул уҡ ваҡытта ЦЕФТА эшмәкәрлек иткән периодта, Килешеүҙәге тәүге яҙмалар менән сағыштырғанда, ҡатнашыусы илдәрҙең үҙ-ара сауҙаһында осраған барьерҙарҙы ликвидациялау (ул һуңғараҡ өҫтәлмә протоколдарҙа сағылыш тапҡан) һиҙелерлек шәбәйгән.

1997 йылдың 1 ғинуарынан ЦЕФТА сиктәрендә сәнәғәт изделиеларының (эшләнмәләренең) күпселеге өсөн ғәмәлдә ирекле сауҙа зонаһы барлыҡҡа килде (тариф һаҡлағысы оҙайлыраҡ, 2002 йылдан да һуңламай, аҡрынлап, юҡ ителергә тейешле һиҙгер тауарҙарҙы индермәгәндә). Был иң тәүҙә ЦЕФТА-ға нигеҙ һалған илдәргә ҡағыла, сөнки һуңыраҡ ингән илдәрҙең тауарҙарын яҡлау дәрәжәһе бер ни тиклем киңерәк. Был бигерәк тә 1999 йылдың 1 ғинуарынан үҙҙәре менән сауҙа итеүҙең төп этабы либералләштерелгән Румыния һәм Болгарияға ҡағыла. Мәҫәлән, Польша һиҙгер тауарҙарға автомобилдәр төҙөлөшө продукцияһын, шулай уҡ нефть продукттарын һәм ҡоростан эшләнгән изделиеларҙы индерә.

Ауыл хужалығы тауарҙары өсөн ЦЕФТА ирекле сауҙа зонаһын түгел, ә 3-сө һанлы Өҫтәлмә протоколға ярашлы, 1996 йылдың 1 ғинуарынан масштабы киңәйтелгән өлөшләтә һәм һайланма либерализацияны күҙҙә тота. Бының һөҙөмтәһендә 1999 йылдың башында дөйөм «А» списогы сиктәрендә уның бер өлөшө пошлинаһыҙ, икенсе өлөшө («В» списогы) – арзанлатылған һәм бөтөн илдәр өсөн дөйөм ҡаралған ставка буйынса һатыла (реализация), ә «С» списогындағы тауарҙар менән сауҙа итеү ике яҡлы килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла, һәм тариф преференциялары ауыл хужалығы тауарҙарының 90 %-тан артығына ҡағыла.

Сәнәғәт тауарҙары менән сағыштырғанда, ЦЕФТА сиктәрендә ауыл хужалығы продукттары тауар әйләнешен либералләштереү дәрәжәһе күпкә түбәнерәк.

Ауыл хужалығы рыноктарының (баҙарының) спецификаһын иҫәпкә алып, ЦЕФТА-ла ҡатнашыусы илдәр айырым ситуацияларҙа ауыл хужалығы тауарҙарын яҡлау сараларын ҡулланыу мөмкинлеге тураһында килешкәндәр. Шулай, мәҫәлән, Польша 1997 йылда бөтөн ЦЕФТА илдәре өсөн крахмалға һәм унан эшләнгән изделиеларға тариф преференцияһын, ә 1998 йылда Чехиянан шәкәр импортлауға, Венгриянан сәсеү һәм мал аҙығы кукурузаһына, Чехиянан һәм Словакиянан мал аҙығы кукурузаһына, шулай уҡ Чехия, Словакия һәм Венгрия томат пастаһына преференцияны юҡҡа сығарған. 1998 йылда Словения һәм Румыния шулай уҡ венгр бойҙайына таможня пошлинаһын (Румыния тағы ла бойҙай-арыш онона) күтәргән, ә Чехия һәм Словения уның минималь размерын булдырған һ.б.

1998 йылда ЦЕФТА-ла ҡатнашыусы илдәр премьер-министрҙарының Прагала һуңғы осрашыуында әйтелгәнсә, ауыл хужалығы тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары менән сауҙаны либералләштереүҙе формаль туҡталып торғандан һуң, Килешеү сиктәрендә улар менән сауҙа итеү байтаҡҡа ҡыйынлашты. Быны ЦЕФТА-ла ҡатнашҡан төрлө илдәрҙә ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙаны либералләштереү һөҙөмтәһе төрлөсә булыуы менән аңлатып була. Үҫешкән субсидиялар системаһы индергәнлектән, тик Венгрияла, шулай уҡ Чехияла был тауарҙар менән сауҙа итеүҙә ыңғай сальдоға эйә, ә башҡа илдәрҙә ауыл хужалығы тауарҙары дефицитлы. Бынан тыш, рынок (баҙар) торошо алдан яҡшылап өйрәнелмәгәнлектән, ЙЕФТА-ның бөтөн илдәре был либерализацияға насар әҙерләнгәйне. Йыш ҡына артып ҡалған аҙыҡ-түлекте, ябай ғына юл менән үҙ-ара бер-береңә "ырғытыуға" барып етә ине. Ауыл хужалығы сәйәсәтен координациялау бер ҙә булманы. Ошо күренеш ЦЕФТА-ның ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеү мәсьәләләре буйынса подкомитет төҙөү мохтажлығына килтерҙе, һәм ул 1999 йылдың икенсе яртыһында эшләй башланы.

Билдәләп үтер кәрәк, Килешеүҙе реализациялау һөҙөмтәһендә, үҙ-ара тауар менән алмашыу һиҙелерлек тергеҙелде һәм үҫеште. Мәҫәлән, Польшаның ЦЕФТА дәүләттәре менән тауар әйләнеше өс тапҡырҙан артығыраҡҡа үҫте.

ЦЕФТА сиктәрендә хеҙмәттәшлек иткәндә, төп иғтибар үҙ-ара сауҙа менән бәйле проблемаларға йүнәлтелгән. 1994 йылдың ноябрендә ЦЕФТА дәүләттәре премьерҙары тарафынан ҡабул ителгән һәм Познань декларацияһында рәсмиләштерелгән булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәттәшлек сфераһында бер-береһенә хеҙмәттәр күрһәтеү (услуги) һәм капиталды күсереү (перемещение), килемде күсереү кеүек нимәләр ысынбарлыҡта был өлкәлә әлегә башҡарылмай. Бының менән бәйле һорауҙар ҡатнашыусы илдәрҙең һөйләшеүҙәре барышында хәл ителергә тейеш, сөнки төп иҡтисади азатлыҡ проблематикаһы (тауарҙарҙың, хеҙмәтләндереүҙең, капиталдың һәм шәхестәрҙең күсеүе) берләштерелергә тейешлеге ЦЕФТА һәм ЕС-та ағза булып торған айырым илдәрҙең үҙ-ара килешеүҙәрендә ҡарала. ЦЕФТА-ла ҡатнашыусы илдәрҙең төп маҡсаты - Европа Союзы ағзаһы булыу, һәм был, үҙ сиратында, ЕС закондарына ҡулайлашыу процестары менән бәйләнгән. Шуның өсөн был проблематика ЦЕФТА сиктәрендә берләшкән илдәрҙң үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә иҫәпкә алынырға тейеш.

Ойошма ағзалары

үҙгәртергә

2013 йылдың июленә ҡарата ЦЕФТА ағзалары: Албания, Босния һәм Герцеговина, Македония Республикаһы, Молдова, Сербия, Косоволағы БМО Миссияһы (УНМИК)(Косово) һәм Черногория.

Элегерәк ойошма ағзаһы булдылар: Болгария, Чехия, Венгрия, Польша, Румыния, Словакия, Словения һәм Хорватия. Улар ЕС ағзаһы булып киттеләр, был статустарын юҡҡа сығарҙылар.

Ҡатнашыусы илдәр ҡушылдылар сыҡтылар
  Польша 1992 2004
  Венгрия 1992 2004
  Чехословакия   Чехия 1992 2004
  Словакия 2004
  Словения 1996 2004
  Румыния 1997 2007
  Болгария 1999 2007
  Хорватия 2003 2013
  Төньяҡ Македония 2006
  Албания 2007
  Босния һәм Герцеговина 2007
  Молдова 2007
  Черногория 2007
  Сербия 2007
  Косоволағы БМО Миссияһы (УНМИК)(Косово) 2007

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Европа союзының киңәйеүе
  • Ирекле сауҙа Европа ассоциацияһы
  • Меркосур

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмадар

үҙгәртергә