Хызыров Вәхит Ғәлибай улы
Хызыров Вәхит Ғәлибай улы (16 ноябрь 1965 йыл) — йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
Хызыров Вәхит Ғәлибай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 ноябрь 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Таштимер, Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Биографияһы
үҙгәртергәВәхит Ғәлибай улы Хызыров 1965 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Таштимер ауылында музыкаль ғаиләлә тыуған. Алты баланың өсәүһе профессиональ йырсы булған.
1988 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Джон Мусин класы), 1993 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт институтын (М. Ғ. Мортазина класы), 2006 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлаған.
1988 йылдан Өфө агрегат производство берекмәһенең «Авангард» мәҙәниәт йортоноң вокаль ансамбле менән етәкселек иткән, 1991 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан башлап Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-вокалист булып эшләгән (2003—2004 йылдарҙа — художество етәксеһе), шул уҡ ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында, 1998 йылдан — Өфө сәнғәт институтында уҡыта.
Хызыров Вәхит Ғәлибай улы — Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре (1997), Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт көндәре (2001), Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка фестивалендә (Мәскәү, 1987; Саранск, 1988; Өфө, 1989) ҡатнаша. Гастролдәр менән Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Австрия, Германия, Ҡытай, Нидерланд, Швейцария һ. б.) була. "Концерт теноры"н үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы (Өфө, 1999, 2000, 2002, 2010).
Ижады
үҙгәртергәАртист репертуарында сит ил (И. С. Бах, А. Дворжак, Д.Каччини һ. б.), рус (А. Е. Варламов, М. И. Глинка, М. П. Мусоргский һ. б.), башҡорт (Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, А. М. Ҡобағошов, Р. М. Хәсәнов һ. б.), татар (С. З. Сәйҙәшев, Р. М. Яхин) композиторҙары әҫәрҙәре; боронғо романстар, халыҡ йырҙары.
Хызыров Вәхит Ғәлибай улы Н. Ә. Дауытовтың әҫәрҙәрен башҡарыусы беренсе йырсы: Р. Т. Бикбаев шиғырына «Башҡортостан бында башлана» вокаль-симфоник циклында (2000), С. Әлибай, Ш. Биҡҡол, Н. Нәжми, Р. Ф. Мифтахов шиғырҙары циклында тенор партияһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001)
- Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (1999).
- «Төрквижн» халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың эстрада һәм халыҡ йырҙары фестиваленең лауреаты (Истанбул, Төркиә, 1996; Гран при);
- «Гәрәбә һандуғас» Халыҡ-ара камера йыры конкурсында дипломант (Калининград, 1996)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://duslik-kypere.narod.ru/pressa/vahit-hizirov.htm
- Г.А.Ишкинина. Хызыров Вәхит Ғәлибай улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.