Адам Мицкевич
Адам Бернард Мицкевич (пол. Adam Bernard Mickiewicz; 24 декабрь 1798, Заосье фольваркы, Новогрудский өйәҙе, Литва губернаһы, Рәсәй империяһы — 26 ноябрь 1855, Константинополь, Ғосман империяһы) — поляк шағиры, сәйәси публицист, Польша һәм Белоруссия милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. XIX быуат Польша һәм Белоруссия әҙәбиәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай[2] Польшала романтизм осороноң иң бөйөк шағирҙарының береһе (Юлиуш Словацкий һәм Зигмунд Красинский менән бер рәттән) иҫәпләнә.
Адам Мицкевич | |
Adam Mickiewicz | |
Исеме: |
Adam Bernard Mickiewicz |
---|---|
Тыуған урыны: |
Заосье фольваркы, Новогрудский өйәҙе[1], йәки Новогрудок, Литва губернаһы, |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
профессор, шағир, публицист, драматург, эссеист, тәржемәсе, яҙыусы |
Ижад йылдары: |
1818—1855 |
Йүнәлеше: |
Поляк романтизмына башланғыс һалыусы |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Ҡултамғаһы: | |
Биографияһы
үҙгәртергәТәүге осор
үҙгәртергәФәҡирлеккә төшкән ҙур булмаған ерле дворянин-шляхтич, Новогрудка (хәҙерге Беларусь) адвокаты Миколай Мицкевичтың (1765—1812) улы; ғаилә боронғо литва нәҫеле Мицкевичтар-Рымвидтарға ҡарай. Әсәһе Яков Франк[3][4] юлынан барыусы суҡынған йәһүдтәр ғаиләһенән. 1799 йылдың 12 февралендә Новогрудканың Фарный костелында суҡындырыла.
Новогрудканың Михаил Архангел (1807—1815) ҡорамы эргәһендәге доминикан мәктәбендә белем алғас, Вильн университетына (1815) уҡырға инә. 1817 йылдан патриотик йәштәр түңәректәре филоматтар һәм филареттар эшмәкәрлегендә ҡатнаша, программа шиғырҙары яҙа («Йәшлеккә ода», 1820 һәм башҡалар). Университетты тамамлағас, Каунаста (1819—1823) уҡытыусы булып эшләй.
1823 йылдың октябрендә Вильнюста Н. Н. Новосильцевтың «Филоматтар эше» буйынса арттырып күрһәтеүе буйынса элекке Изге Троица базилиан монастырендә урынлашҡан төрмәгә ябыла. 1824 йылдың апрелендә кемдеңдеңдер яуаплылығында төрмәнән сығарыла. 1824 йылдың октябрендә Литванан ҡыуып сығарыла.
1829 йылға тиклем Рәсәйҙә була: Санкт-Петербург, 1825 йылдың февраленән мартҡа тиклем — Одесса, шул уҡ мәлдә Крымға барып килә, 1825 йылдың декабренән — Мәскәү (унда ул буласаҡ шағирә һәм тәржемәсе Каролина Павловаға — Каролина Янишҡа өйләнеп маташа), 1827 йылдың ноябренән тағы ла Петербург. Рәсәйҙә декабристар хәрәкәтенә яҡынлай (К. Ф. Рылеев, А. А. Бестужев), билдәле рус яҙыусылары һәм шағирҙары (А. С. Пушкин, А. А. Дельвиг, И. В. Киреевский, ағалы-ҡустылы Ксенофонт Полевой һәм Николай Полевой, Д. В. Веневитинов, Е. А. Баратынский), библиограф һәм эпиграммалар авторы С. А. Соболевский, шулай уҡ шағир А. М. Янушкевич менән дуҫлаша. Мицкевич айырыуса шағир һәм журналист кенәз Петр Андреевич Вяземский менән дуҫ була, ул «Ҡырым сонеттарын»[5] башлап рус теленә тәржемә итә.
1829 йылдың майында Петербургтан сит илгә сығып китә.
Эмиграция
үҙгәртергәГермания, Швейцария, Италияла йәшәй. 1831 йылғы ихтилал ҡатнашыусыларына ҡушылырға теләге уңышһыҙлыҡ менән тамамланғас, бер нисә ай Дрезденда була. 1832 йылда Парижға күсә, поляк һәм литва-белорус эмиграцияһы эшмәкәрҙәре менән аралаша, сәйәси публицистика менән шөғөлләнә. 1839—1840 йылдарҙа Лозаннала латин әҙәбиәтенән белем бирә. 1840 йылда Коллеж де Франста славян теле буйынса беренселәрҙән булып профессор дәрәжәһен ала. 1841 йылда польша мессианлығы тәғлимәтсеһе Анджей Товяньский тәьҫиренә бирелә. Товянизм пропагандалағаны өсөн француз хөкүмәте 1845 йылда Мицкевичты лекциялар уҡыуҙан тыя. 1852 йылда отставкаға ебәрелә.
1855 йылдың апрелендә Мицкевич тол ҡала һәм 1855 йылдың көҙөндә Яңы Польша, шулай уҡ йәһүд легионы ойоштороу өсөн Константинополгә китә, легион француз һәм инглиздәргә Рәсәй менән көрәшергә ярҙам итергә тейеш була.
Ваба менән ауырып, 26 ноябрҙә үлеп ҡала. Үлеме алдынан дуҫы Служальский унан баларыңа нимә тип әйтергә, тип һорай. «Бер-береһен яратһындар», — ти һәм бер нисә минуттан саҡ ишетелгән тауыш менән: «Һәр ваҡыт!» тип өҫтәй.
1890 йылда Мицкевичтың кәүҙәһен яндырғандан һуң ҡалған көлдө Париждан Краковҡа алып киләләр һәм Вавель кафедраль соборы саркофагына урынлаштыралар.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәСтудент йылдарында, анығыраҡ әйткәндә, 1818 йылдың йәйендә, Верещаковтарҙың Тугановичтағы имениеһында Мицкевич Марыля Верещако (Marianna Ewa Wereszczakówna), Брест судьяһы ҡыҙы менән таныша. Адам имениеға Томаш Зан менән, Марыляның ағалары саҡырыуы буйынса килә. Ҡыҙ граф Вавжинц Путкамер менән никахлашҡан була, шуға ла Адамдың һөйөүен кире ҡаға.
1834 йылда Адам Мицкевич Целина Шимановскаяға өйләнә, ул уға 6 бала таба: ҡыҙҙары Мария һәм Хелена, улдары Мицкевич Владислав (1838—1926) — Польша эмиграцияһының күренекле эшмәкәре, Юзеф (1850—1938), Александр һәм Ян.
Мицкевич йәшәгән адрестар
үҙгәртергә- Новогрудок 1801—1815 йыл, Валевская урамы (хәҙерге Ленин урамы), 1-се йорт, 231400.[6]
- Вильна (хәҙ. Вильнюс), Литва, 1822 йыл, Бернардинская урамы (хәҙ. лит. Bernardinų g.), 11-се йорт.
- Санкт-Петербург 04.1828 — 15.05.1829 йыл — И-А Иохим йорто — Большая Мещанская урамы, 39.
- Одесса февраль — март 1825 г. — Дерибасовская урамы, 16.
- Евпатория — июль 1825, Караим урамы, 53. Мицкевич Одессанан «Каролина» яхтаһында, Генрих Ржевуский (Бальзактың буласаҡ ҡайнағаһы) менән килә. Ҡырым буйлап был сәйәхәт һөҙөмтәһендә лирик цикл «Ҡырым сонеттары» тыуа, ул уларҙы «Ҡырым буйлап сәйәхәт дуҫтарына» арнай.
- Мәскәү 12.1825 — 03.1826 йылдан — Федор Лехнер пансионы — Малая Дмитровка, 3/10
Ижады
үҙгәртергә«Ҡала ҡышы» („Zima miejska“) тигән беренсе шиғыры 1818 йылда „Tygodnik Wileński“ Вилен гәзитендә баҫыла. Юзеф Завадский тарафынан нәшер ителгән беренсе шиғри йыйынтығы "Поэзия"ла («Poezje», т. 1, Вильна, 1822) «Балладалар һәм романстар» («Ballady i Romanse») һәм «Романтик поэзия тураһында» („Ballady i Romanse“) тигән баш һүҙ баҫыла, һуңғыһы Польша әҙәбиәтендәге романтик йүнәлешкә башланғыс бирә.
Иң тәүге әҫәре «Живиля», унда героиня — литва ҡыҙы Живиля тыуған ҡалаһына рустарҙы индергәне өсөн һөйгәнен үлтерә. Был әҫәр тәүгеләрҙән булып сит телгә (литва) Симон Даукантос тарафынан 1819 йылда тәржемәләнә.
"Поэзия"ның икенсе томына (1823) «Гражина» („Grażyna“) тигән романтик лироэпик поэма һәм «Дзяды» („Dziady“) драматик поэмаһының 2, 4 өлөштәре инә. Рәсәйҙә «Сонеты» (1826) китабы баҫыла, унда ҡалдырып киткән Ватанын һағыныусы герой-пилигрим образы һәм польша поэзияһына хас булмаған көнсығыш мотивтарына бай «Ҡырым сонеттары» („Sonety krymskie“) циклы инә.
Санкт-Петербургта 1828 йылда «Конрад Валленрод» («Konrad Wallenrod») поэмаһы Николай I императорға бағышлау менән сыға. Унда Литва халҡының тәре йөрөтөүселәр менән көрәше һүрәтләнә. Төп персонаж — трагик герой, дошман яғында яңғыҙ яугир, ул үҙенең шәхси бәхетен халҡын ҡотҡарыу өсөн ҡорбан итә. Сығышы буйынса литва үҙ иленән баш тартҡан булып, Тевтон ордены башына тороп ала һәм Орденды һәләкәткә илтә. Замандаштары поэмала поляктарҙың уларҙы ҡол итеүселәр менән көрәшенә аллюзия һәм проблеманы хәл итеүҙә сәйәсәткә ҡаршы шундай һабаҡ ҡулланырға: тыштан үҙеңдән көслө дошманың менән килешкән булырға һәм уға хеҙмәт итергә барырға, бер юлы йәшерен рәүештә уға ҡаршы эшләргә («валленродизм») тигән тәҡдим уҡый. «Поэзия» йыйынтығына (1-2-се том, 1829) лирик шиғырҙар, «Фарис» поэмаһы һәм балладалар ингән.
Фрагменталь төҙөлөшлө һәм ике ваҡиғалар үҫешле «Дзяды» (1832) поэмаһының өсөнсө өлөшөндә, башлыса, филареттар эше буйынса тикшереү эше фантастик һәм реаль итеп һүрәтләнә.
"Дзяды"ларға «Отрывок» — Рәсәй һүрәттәре менән шиғырҙар циклы эйәрә. Уға «Памятник Петру Великому», «Дорога в Россию», «Олешкевич», «Петербург», «Моим друзьям-москалям» (русса тәржемәлә — «Русским друзьям») инә. «Моим друзьям-москалям» (1830-сы) шиғыры менән Мицкевич, рус халҡы менән түгел, ә поляктар ҙа, рус халҡы үҙе лә ҙур зыян күргән империя ҡыҫырыҡлауына ҡаршы көрәшергә саҡыра. Унда, рус шағирҙарына шулай тип өндәшә: «Бәлки, кемдәрҙер үҙенең йәнен батшаға һатып, уның тупһаһында уға баш эйәлер… Кемдер һатлыҡ теле менән уның еңеүенә дан йырлай һәм дуҫтарының михнәттәренә ҡыуаналыр…»[7]
Польша мессианизмы идеялары «Книги польского народа и польского пилигримства» („Księgi narodu polskiego i pielgrzymstwa polskiego“, 1832) тип аталған художество-публицистик әҫәрендә сағыла. Польшаның таралыуы халыҡтарҙың дөйөм һуғышында ҡатнашырға саҡыра, был халыҡтарҙың терелеүе Польшаның уяныуына килтерергә тейеш була. Шул уҡ идеялар Мицкевичтың «Поляк пилигримы» („Pielgrzym Polski“, 1832—1833) гәзитендә пропагандалана.
Мицкевичтың иң ҙур әҫәренең береһе — эпик поэма «Пан Тадеуш» („Pan Tadeusz czyli Ostatni zajazd na Litwie“), 1832—1834 йылдарҙа яҙылған һәм 1834 йылда Парижда баҫыла. Поэмала ностальгия һәм юморға бай, әммә тарихи йәһәттән шляхта әхлағы булмаған образ һүрәтләнә[8]. Поляк милли эпопеяһы һәм һүҙ сәнғәтенең шедевры иҫәпләнә. «Пан Тадеуш» поляк режиссеры Анджей Ванда (1999) тарафынан экранға сығарыла.
Мицкевич, үҙендә халҡының рухын туплап, беренсе тапҡыр Европаның аҡыллы депутаттары менән бер рәттән поляк шиғриәтенә лә тауыш хоҡуғы һәм шуның менән уға беҙҙең поэзияға ла йоғонто яһарға мөмкинлек бирҙе.[9]
Мицкевичтың теле
үҙгәртергәАдам Мицкевичтың теле башлыса поляк шляхтаһы теле[10], ул Белоруссия һәм Литвала киң таралған, шағир үҙе лә уға ҡарай, был тел грамматик системанан һәм лексик ресурстар йәһәтенән ҡарағанда урындағы белорус элементтарына бай[11]. Үҙ ижадында провинциализмдарҙы шағир маҡсатлы индерә, шул рәүешле үҙенең үҙенсәлеген күрһәтә. Филология фәндәре докторы һәм БГУ профессоры Николай Хаустович билдәләүенсә, Мицкевич үҙ әҫәрҙәрен һирәк кенә поляк, ҡайһы берҙә генә «литва» тип атай[12].
Күп кенә ғалимдар, әҙәбиәт тарихсылары, шулай уҡ тел белгестәре шағирҙың теле тураһында һүҙ йөрөтөүе ауыр, сөнки уның провинциализмдарының күләме һәм характеры өйрәнелеп бөтмәгән, ти[10]. Адам Мицкевич исемендәге университет профессоры Станислав Добжыцкий «Несколько наблюдений за языком Мицкевича» тигән хеҙмәтендә әҙәби поляк теле сиктәренән сығып киткән күп тел факттарын теркәй[13].
1936 йылда Вильн университеты поляк һәм славян әҙәбиәте философияһы докторы, әҙәбиәтсе Станислав Станкевич «Pierwiastki białoruskie w polskiej poezji romantycznej» тигән хеҙмәтендә фонетика, морфология, синтаксис һәм телдең зат һәм һан грамматик категориялары өлкәһендәге айырылып торған үҙенсәлектәрен иҫәпләй.
Литва телен яҡшы белгәс, Мицкевич төрлө литва һүҙҙәрен ҡушып, яҫы исемдәр барлыҡҡа килтерә. Литвала һәм Польшала популяр исем — Гражина шуларҙың иҫәбендә; лит. Gražina, пол. Grażyna литва һүҙе «graži» («сибәр»)[14] һәм популяр литва исеме Живиле; лит. Živilė литва һүҙҙәре «žygiuoti» («хәрәкәтләнеү») һәм «viltis» («өмөт»). Литва теленең жемайт һөйләшендәге айырым фрагменттар Мицкевич тарафынан Парижда (Batignol rue de la Sante 1851 йәки 1852 йылда) яҙыла, ул дуҫы Людмилев Корыльский менән шахмат уйнап һәм поляк, литва йырҙарын йырлап ултырғанда бәхәс тыуа. Корыльский жемайт һөйләшендә йырҙар йырлай башлай. Мицкевич, йырҙар дөрөҫ йырланмай, тип, ҡағыҙға иҫтән өс литва йырын яҙа. Йырҙар Мицкевичтың улы Владислав тарафынан 1908 йылда баҫыла[15]
Мицкевич тәржемәләрҙә
үҙгәртергәРус теленә Мицкевичтың әҫәрҙәрен төрлө тәржемәселәр һәм шағирҙар тәржемәләй. А. С. Пушкин «Три Будрыса» балладаһын (тәржемәлә «Будрыс и его сыновья», 1833; "Библиотека для чтения"ла 1834 йылда баҫыла) тәржемә итә һәм был хеҙмәт тәржемә эшенең иң камил өлгөһө иҫәпләнә[16], Пушкин шулай уҡ «Воевода» балладаһын һәм «Конрад Валленрод» әҫәренә баш һүҙҙе тәржемә итә. "Дзяды"ның беренсе тәржемәһен В. А. фон Роткирх эшләй. Мицкевичтың тәржемәселәре араһында — И. И. Козлов, 1827 йылда П. А. Вяземскийҙың «Крымские сонеты» әҫәрен һүҙмә-һүҙ тәржемәһе буйынса эшләй, Н. В. Берг, «Пан Тадеуш» эпик поэмаһын һәм шиғырҙарын, В. Г. Бенедиктов («Гражина», «Конрад Валленрод», лирика), Г. П. Данилевский, С. Ф. Дуров, А. Н. Майков (өлөшләтә «Крымские сонеты»), Л. А. Мей, П. И. Вейнберг, А. П. Колтоновский (1890 йылдар аҙағында — 1900 йылдар башында), һуңғараҡ — К. Д. Бальмонт, В. Я. Брюсов, Игорь Северянин, акмеист М. А. Зенкевич, Е. Г. Полонская, Н. Н. Асеев («Песнь филаретов»), О. Б. Румер («Пловец», «Иоахиму Лелевелю» һәм башҡа шиғырҙар), С. И. Кирсанов (башлыса, «Посвящение в альбом» Давид Тухмановтың киң билдәле «По волне моей памяти» буйынса, «Смерть полковника», «Редут Ордона»), Михаил Светлов («Колокол и колокольцы», «Упрямая жена» һәм башҡа шиғырҙары), М. С. Живов, Л. Н. Мартынов («Дзяды», шиғырҙар), Давид Самойлов (айырым шиғырҙар), Арсений Тарковский («Гражина», «Шанфари», «Альмотенабби» шиғырҙары), А. М. Гелескул, прозаик һәм тәржемәсе Асар Эппель һәм башҡа шағирҙар һәм тәржемәселәр. Мицкевичтың сонеттарын М. Ю. Лермонтов, А. Н. Майков, И. А. Бунин, В. Ф. Ходасевич һәм башҡа шағирҙарҙан тыш, В. Левик тәржемә итә.
Белорус теленә — В. И. Дудин-Марцинкевич, Александр Ельский, Янка Купала, Б. А. Тарашкевич, Петр Битель, Язэп Семежон, Максим Лужанин, Рыгор Бородулин, Серж Минскевич, Константин Цвирка, Михась Скобла, Ирина Богданович, Анатоль Борусевич. тәржемә итә. "Пан Тадеуш"тың белорус теленә өс тулы тәржемәһе бар.
Литва теленә Мицкевичты Э. Даукша, В. Кудиркар, Майронис, М. Густайтис («Крымские сонеты» һәм «Дзяды»), Т. Юргелионис (шиғырҙар), Л. Гира, К. Шакянис (1924 йылда "Пан Тадеуш"ты тәржемә итә), В. Миколайтис-Путинас, Ю. Марцинкявичюс һәм башҡа шағирҙар тәржемә итә.
Украин теленә — П. А. Кулиш, П. П. Гулак-Артемовский, Елена Пчилка, М. Ф. Рыльский.
Чех теленә Мицкевич Ярослава Врхлицкий, Э. Красногорская тәржемәһендә баҫыла.
Эсперантоға Мицкевичты А. Грабовский һәм И. Лейзерович тәржемә итә.
Адам Мицкевич тураһында фекерҙәр
үҙгәртергәШул замандың әҙәби тәнҡитсеһе Ксенофонт Полевой һүҙҙәре буйынса, А. С. Пушкин Мицкевичҡа ҙур ихтирам менән ҡараған. Бөйөк рус шағиры әҙәбиәтселәр араһында үҙе хужа булып өйрәнһә лә, Мицкевич булғанда үҙен тыйнаҡ тотҡан, уны үҙенән белемлерәк, ғалим, тип иҫәпләй[17].
Рус шағиры Василий Жуковский Мицкевичтың «Конрад Валленрод» поэмаһы баҫылып сыҡҡас, Пушкинға: «Беләһеңме, ҡасандыр ул һинең ауыҙыңды ябасаҡ», ти. Пушкин былай тип яуаплай: «Һин дөрөҫ әйтмәйһең, ул мине күптән һүҙһеҙ ҡалдырҙы»[17].
А. С. Пушкин Мицкевичҡа бер нисә шиғыр бағышлай — «В прохладе сладостной фонтанов» (1828), «Он между нами жил» (1834), «Сонет» шиғырҙарында (1830) һәм "Путешествии Онегина"ла юлдар (1829—1830)[18]. Мицкевич 1829 йылдың майында Рәсәйҙән киткәс Пушкин шулай тип яҙа:
- «…Он вдохновен был свыше
- И свысока взирал на жизнь — »[17].
Хәтер
үҙгәртергә- Меркурийҙағы кратер Мицкевич хөрмәтенә аталған.
- СССР һәм Беларусь Республикаһында Мицкевичҡа бағышланған почта маркалары баҫылған.
- Новогрудкала Адам Мицкевичтың йорт-музейы асылған.
- Вильнюста Адам Мицкевич музейы бар.
- Одессала һәйкәл ҡуйылған.
- Львовта һәйкәл ҡуйылған, ул майҙан да уның исемен йөрөтә.
- Ивано-Франковскта (элекке Станиславов, Станислав) һәйкәл ҡуйылған һәм майҙан аталған.
- Тбилисиҙа Мицкевич хөрмәтенә майҙан аталған.
- Бреста Мицкевич хөрмөтенә урам аталған һәм бюст ҡуйылған.
- Лидеҙа Адам Мицкевич урамы бар.
- Гроднола Мицкевич хөрмәтенә урам аталған һәм бюст ҡуйылған.
- Минскта Мицкевич хөрмәтенә сквер атлаған, унда шағирға һәйкәл ҡуйылған.
- Веймарҙа (Германия) бюст ҡуйылған .
- Шальчининкай ҡалаһында А. Мицкевичҡа һәйкәл ҡуйылған.
Баҫмалары
үҙгәртергә- Dzieła. Wydanie narodowe, t. 1-16, Warszawa, 1949—1955
- Dzieła. Wydanie jubileuszowe, t. 1-16; Warszawa, 1955
- Dzieła wszystkie, t. 1, 4, Warszawa, 1969-72
- Собрание сочинений, т. 1-5, Москва, 1948-54
- Избранные произведения. Москва — Ленинград, 1929
- Избранные произведения в 2-х т. М, Гослитиздат, 1955
- Стихотворения. Поэмы, Москва, 1968.
Фильмдар
үҙгәртергәЕжи Гедройца исемендәге IХ конкурста (йомғаҡлау өлөшө Минскиҙа 2009 йылдың 31 мартында яһала) Олег Лукашевичтың «Алам Мицкевич дәүере» фильмы Ҡыҙыл дипломға лайыҡ була[19]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Заосье ауылы, Барановичский район, Брест өлкәһе.
- ↑ Масляніцына І.
- ↑ Czeslaw Milosz «The Land of Ulro» (Farrar,Strauss, Giroux, 1981)
- ↑ Balaban, Meir, The history of the Frank movement, 2 vols., 1934—1935
- ↑ Т.
- ↑ Новогрудский райисполком. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Алексей Петров.(недоступная ссылка)
- ↑ Шыдлоўскі, С.
- ↑ И. В. Киреевский. Обозрение русской словесности 1829 года. — И. В. Киреевский. Критика и эстетика. Сост., вступ. статья и примеч. Ю. В. Манна. Москва: Искусство, 1979 (История эстетики в памятниках и документах). С. 75.
- ↑ 10,0 10,1 Станіслаў Станкевіч. Мова Міцкевіча // Беларускія элементы ў польскай рамантычнай паэзіі = Pierwiastki białoruskie w polskiej poezji romantycznej / Валер Булгакаў. — 1-е выд. — Вільня: Інстытут беларусістыкі; Беласток: Беларускае гістарычнае таварыства, 2010. — С. 144. — 211 с. — ISBN 83-60456-21-6.
- ↑ Bitsch K. Język polski w Wileńszczyźnie. — Przegląd Współczesny, Styczeń-marzec 1925. — С. 29 і 32.
- ↑ М. Хаўстовіч. Наш Міцкевіч // XIX стагоддзе: Навукова-літаратурны альманах. — Кн. першая. — Мн.: БДУ, 2000.. — С. 3. — 214 с.
- ↑ Dobrzycki St. Kilka spostrzeżeń nad Językiem Mickiewicza. — Prace Filologiczne, 1911. — Т. VII.
- ↑ Poradnia językowa 2014 йыл 3 май архивланған.
- ↑ LMS IC: Lietuviu klasikines literaturos antologija: Adomas Mickevicius. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Томас Венцлова.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 О. Л. Довгий, А. Е. Махов. 12 зеркал Пушкина . Дата обращения: 22 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
- ↑ Н. В. Измайлов. Мицкевич в стихах Пушкина . Дата обращения: 22 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йыл 1 сентябрь архивланған.
- ↑ Фильм «Эпоха Адама Мицкевича» удостоен Диплома с отличием на IX конкурсе имени Гедройца 2009 йыл 25 август архивланған.
Һәйкәлдәр һәм урындар
үҙгәртергә-
Варшава
-
Курганга Алама Мицкевич (шунда уҡ Новогние)
-
Веймар
-
Варшава
-
Париж
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. Мицкевич в русской печати. 1825—1955, М.—Л., 1957.
- Беккер И. И. Мицкевич в Петербурге. Л.: Лениздат, 1955. 168 с.
- Беккер И. И. Мицкевич в России // Звезда. 1955. № 11.
- Благой Д. Д. Мицкевич и Пушкин // Известия Академии наук СССР. Отделение литературы и языка. — М.: Изд-во АН СССР, 1956. — Т. XV. Вып. 4. — С. 297—314.
- Брусевіч А. Фактары беларускай культуры ў творчасці Адама Міцкевіча. Гродна, 2008;
- Горский И. К. А. Мицкевич. М., 1955.
- Живов М. С. А. Мицкевич. М., 1956.
- Климчук В. А. Чей поэт Адам Мицкевич? Брест, 2003.
- Лабынцев Ю. А., Щавинская Л. Л. «Староруское» церковное наследие в творческой судьбе Адама Мицкевича // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2005. № 3 (21)
- Рыльский М. Ф. Поэзия А. Мицкевича. М., 1956.
- Ткачёв М. Мицкевич и Пушкин: истоки и традиции русской поэзии. — Минск: Славянский путь, 2003.
- Яструн М. Мицкевич. Пер. с польск. А. Голембы. М., 1963.
- Adam Mickiewicz. Zarys bibliograficzny. Warszawa, 1957.
- Kleiner J. Mickiewicz, t. 1-2, Lublin. 1948.
- Kronika życia i twórczości Mickiewicza. Warszawa, 1966
- Słownik języka Adama Mickiewicza, t. 1-7, Wrocław — Warszawa — Kraków, 1962—1971.
- Rymkiewicz J., Siwicka D., Witkowska A., Zielińska M. Mickiewicz. Encyklopedia. — Warszawa, 2001.
Һылтанмалар
үҙгәртергәАдам Мицкевич Викимилектә | |
Адам Мицкевич Викияңылыҡтарҙа |