Юлдыбай (Күгәрсен районы)

(1-се Юлдыбай (Күгәрсен районы) битенән йүнәлтелде)

Юлдыбай (рус. Юлдыбай) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 276 кеше[1]. Почта индексы — 453340, ОКАТО коды — 80238885006.

Ауыл
Юлдыбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Күгәрсен районы

Координаталар

52°38′27″ с. ш. 56°46′09″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 238 885 001

ОКТМО коды

80 638 485 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Юлдыбай (Рәсәй)
Юлдыбай
Юлдыбай
Юлдыбай (Күгәрсен районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юлдыбай

2007 йылдың 10 сентябренә тиклем ауыл 1-се Юлдыбай тип йөрөтөлә[2].


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 531
1920 йыл 26 август 683
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 437
1959 йыл 15 ғинуар 472
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 340
2002 йыл 9 октябрь 335
2010 йыл 14 октябрь 276 147 129 53,3 46,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Хвалын): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 85 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Ҙур Ыҡ урамы (рус. улица Большой Ик )
  • З.Биишева урамы (рус. улица З.Биишевой )
  • М.Кәрим урамы (рус. улица М.Карима )
  • Оло Ыҡурамы (рус. улица Оло-Ик )
  • Тассы урамы (рус. улица Тассы )
  • Һ.Дәүләтшина урамы (рус. улица Х.Давлетшиной)[3]

Тарихы үҙгәртергә

V ревизия буйынса 1795 йылда Юлдыбай ауылы 25 ихатанан һәм 184 кешенән тора. Уның бер ихаталы утары булған.

1838 йылда ауылда 784 кеше йәшәй. Улар 1184 бот яҙғы иген сәскән. Бында шулай уҡ Юлдыбайҙың улдары мулла Абдулсаттар (1770) һәм Ярмөхәмәт (1750) йәшәгән. VIII һәм X ревизиялар араһында Юлдыбай тип аталған өс ауыл була. 1859 йылда 1-се Юлдыбай ауылы 410 кеше йәшәгән 128 ихатанан, 2-се Юлдыбай 404 башҡорт йәшәгән 40 йорттан тора, 3-сө Юлдыбайҙа ихатала 57 йорт була, унда 142 кеше йәшәй. 2-се Юлдыбай ауылының тағы бер исеме бар — Башҡорт Һатлығы. Һуңғы исеме аҫаба башҡорт Һатлыҡ Аллабирҙин исеменән сыҡҡандыр, күрәһең, ул 1761 йылда Тимашевҡа ер һатыуҙа ҡатнашыу өсөн Һәүен-Ҡыпсаҡ волосы вәкиле итеп һайланған. Өсөнсө ауыл да икенсе исемгә эйә булған — Мораҙым[4]

Топонимдары үҙгәртергә

Юлдыбай ауылының топонимдар һүҙлеге[5].

Матбуғатта үҙгәртергә

Сайтта үҙгәртергә

  • Из материалов башкирского фольклора Кугарчинского района Республики Башкортостан[7]


Видеофильмдар үҙгәртергә

  • «БАШҠОРТОСТАН ШИШМӘЛӘРЕ» Күгәрсен районының Юлдыбай ауылы янында урынлашҡан Ҡайынтау шишмәһе[8]

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Суфиянова Нәсимә Фәтих ҡыҙы (1949—?) — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Правительство Российской Федерации. Постановление от 10 сентября 2007 г. N 572
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 149—153. 2022 йыл 9 апрель архивланған.
  5. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 70 — 76-сы биттәр
  6. [1]
  7. УРГАЗА.ru
  8. YouTube сайтында Видео