1-се Төрөкмән

(1-е Туркменево битенән йүнәлтелде)

1-се Төркмән (рус. 1-е Туркменево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1404 кеше[4]. Почта индексы — 453643, ОКАТО коды — 80 206 834 2.

1-се Төрөкмән
1-се Төркмән
Нигеҙләү датаһы 1770
Рәсми атамаһы 1-се Төркмән
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Моҡас ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Моҡас ауыл Советы[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 1190 кеше (2002)[2],
1404 кеше (2009)[2],
1043 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453643
Карта

XVIII быуаттың 60-сы йылдарнда нигеҙ һалынған һәм Бөрәйн улусы старшинаһы Төрөкмән Йәнсәйетовтың исемен йөрөтә. Ул 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, баш күтәрүселәр отрядын етәкләй, Уртаҙым нығытмаһын яулап алыуҙы, Ҡыҙыл нығытмаһын ҡамауға алыуҙы ойошторған, полковник дәрәжәһенә лайыҡ була[5]. Уның ҡарамағында 39 йорт була. Нигеҙ һалыусы 1731—1811 йылдарҙа йәшәй. Уның улдары һәм ейәндәре: Һөйәрғол, 1752 йылғы, уның улдары Һабанғол, Баҙарғол, Мөхәмәтшәрип, үгәй улы Иҫәнғол; Ҡадырғол, 1755 йылғы, уның улы Алдаҡай; игеҙәктәр Туҡран һәм Йомағол, 1764 йылғылар; Яманғол, 1768 йылғы, уның улдары — Ейәнғол, Ғәле, Ишәли; йорт старшинаһы Яманһары, 1768 йылғы, уның улдары — Буранғол, Буранбай, Уралбай[6].

Ауылда өс яҫауыл, өс хорунжий, ике сотник, ике дин әһеле йәшәгән. төрөкмән ауылы туғанлыҡ ептәре менән Бәләбәй өйәҙе (хәҙер дәүләкән районы) башҡорттары менән бәйле (Күрмәнкәй, Этҡол, Дүртөйлә ауылдары. Улар барыһы ла бөрйәндәр. Бәләбәй өйәҙе Бөрйән улусының башҡорттары Мең улусы аҫабаларының (Верхнеурал өйәҙенән сығыштары) припущенниктары булалар. Төрөкмән Йәнсәйетов ауылда ла, тирә-яҡта ла бик күренекле, абруйла кеше була. 1770 йылдың 7 июнендә Урал буйлап сәйәхәт ҡылған академик Иван Лепехин уны күргән, уның йортонда ҡунаҡ булған[6].

Тәүге күсеп килеүселәр Темәс ауылынан булған тигән фараз бар, сөнки Төрөкмән ауылында Темәсовтар була (Түләбай, 1784 йылғы, уның улы — Килмөхәмәт; Кинйәбулат, 1798 йылғы, уның улы — Исмәғил, ейәне — Шәһивәли). Ошо исемдәрҙең күбеһе бөгөнгө көндә фамилия булып киткән — Тулыбаевтар, Исмәғилевтар, Шәһиевтар, Килмөхәмәтовтар[7].

Төрөкмән ауылы халҡы 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. Сотник Дәүләткилде Йәнбәков яу яланында ятып ҡала. Иҫәнғол Һөйәрғолов, Ейәнғол Яманғолов, Ишмөхәмәт Муллабаев Парижға тиклем барып етәләр. Кинйәбулат Рәсүлев, Паһтаран Иҫәньюлов 1828—1829 йылдарҙағы Урыҫ — төрөк һуғышында ҡатнашып, батырлыҡ күрһәтәләр[6]..

Ошо ауылда «Йәйәүле Мәхмүт» исемле йыр һәм легенда тыуған. XIX быуаттың беренсе яртыһында ауылда Юлдыбаев Мәхмүт Аллағыуат улы йәшәгән (1812 йылғы). Бәлки, легендала уның тураһында һүҙ баралыр, тигән фараз бар[6].. 1919—1922 йылдарҙа Төрөкмән 5-се Бөрйән улусының үҙәге була. Кантисполком рәйестәре — Х. Өмөтбаев, Х. Ҡәйепҡолов, Х. Хәбибуллин[7].

Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, һунар менән шөғөлләнә. XIX быуаттың 30-сы йылдарында ауыл халҡы йәйләүгә сыҡҡан. 76 йортта йәшәгән 482 кешегә 1000 йылҡы малы, 230 һыйыр, 781 һарыҡ, 500 кәзә тура килгән. 1843 йылда 889 бот ярауай иген сәскәндәр.

1930 йылда «Төйәләҫ» ауыл артеле ойошторола[7].

1957 йылдан алып — «Сибай» совхозының, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозының Төйәләҫ бүлексәһе[7].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 728 367 361 50,4 49,6
1920 йыл 26 август 637
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1270 636 634 50,1 49,9
2002 йыл 9 октябрь 1190 581 609 48,8 51,2
2010 йыл 14 октябрь 1043 506 537 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Кесе Төйәләҫ йылғаһы янында урынлашҡан[7].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 69 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 28 км

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  • Туркменово