Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы

Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы (рус. Уфимское высшее военное авиационное училище лётчиков (УВВАУЛ)) — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан эшмәкәрлеге туҡтатылған осоусылар училищеһы.

Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы
Нигеҙләү датаһы 1 сентябрь 1984
Дәүләт  Рәсәй
Карта

1986 йылдан 1999 йылға тиклем эшләй һәм хәрби авиация вертолёттары лётчиктарын әҙерләүҙә махсуслаша. Училище курсанттарын осоуға әҙерләү Ми-2 һәм Ми-8 вертолёттарында уҡыу вертолёт полктарында алып барыла.

Хәҙерге ваҡытта элекке училище территорияһында — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы һәм эске ғәскәрҙәрҙең махсус тәғәйенлешле отряды уҡыу үҙәге, шулай уҡ башланғыс осоусыларҙы әҙерләү менән мәктәп-интернаты.

Тарихы үҙгәртергә

Училище СССР Оборона министрының 52-се һанлы 1983 йылдың 4 мартындағы приказы буйынса булдырыла, уның менән СССР Министрҙар Советының 1983 йылдың 6 ғинуарындағы «Өфө ҡалаһында лётчиктарҙың юғары хәрби авиация училищеһын булдырыу тураһында» ҡарары бойомға ашырыла. Министр приказына ярашлы:

  • Формалаштырыу ваҡыты итеп 1984 йылдың 1 сентябре билдәләнә.
  • Училище 1986 йылдың 1 ғинуарына тиклем формалаштырырға, курсанттар менән дәрестәрҙе 1986 йылдың 1 сентябренән башларға.
  • 1986 йылда тәүге тапҡыр курсанттар уҡырға алынған.
  • 1986 йылдың 1 сентябрендә тәүге дәрес уҙғарыла.
  • 1989 йылдың 14 майынан тәүге курсант осоуҙары башлана.
  • 1990 йылдың октябрендә тәүге сығарылыш була.

1987 йылдың авгусында Белорус ССР-ынан Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тәьминәт частары менән бергә вертолёт полкы (15402-се хәрби часы) күсә. 1988 йылда Дәүләкән ҡалаһында тәьминәт частары менән бергә уҡыу-вертолёт полктарының ике эскадрильяһы ойошторола. Башҡортостан Республикаһының Мишкә районында авиация полигоны асыла. 1989 йылда Сызрань юғары хәрби авиация лётиктар училищеһы ҡарамағындағы Безенчук авиагаринизоны Өфө лётиктар училищеһы составына күсерелә.

Лётчик-инструкторҙар Красный Яр, Дәүләкән, Безенчук, Звезда, Сердобск аэродромдарында осоуға өйрәтә.

1989 йылдың июнендә Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһының шәхси составы Өфө янындағы тимер юл һәләкәтендә зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу буйынса операцияла ҡатнаша. 358 зыян күреүсе эвакуациялана.

1990 йылдың майында Башҡортостандың Белорет һәм Бөрйән райондарында ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү һәм эвакуациялау буйынса осоштар уҙғарыла.

1991 йылда Һарытау юғары хәрби авиация лётиктар училищеһы бөтөрөлгәс, уның курсанттары Өфө училищеһына уҡырға күсерелә[1].

1995 йылға ҡарай училище меңдән ашыу офицер әҙерләй, шул йылға ҡарай бында 12 кафедра (авиация һәм радиоэлектроника ҡорамалдары, аэродинамика һәм осоу динамикаһы, авиация ҡоралын һуғышта ҡулланыу, вертолёт йөрөтөү, ижтимағи фәндәр, сит телдәр, авиация техникаһын конструкциялау һәм файҙаланыу, математика, тактика, техник механика, физика, физик әҙерлек һәм спорт), ярҙамсы хеҙмәттәр, бүлектәр, китапхана була. Уҡытыусылар һаны — 150 кеше, шул иҫәптән 20 фән кандидаттары.

1999 йылдың аҙағына ҡарай, Рәсәй Хөкүмәтенең 1998 йылдың авгусындағы ҡарарына ярашлы, Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы ябыла.

Училищела йәмғеһе 1692 хәрби лётчик әҙерләнә[2].

Хәҙерге ваҡытта элекке училище территорияһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы һәм эске ғәскәрҙәрҙең махсус тәғәйенлешле отряды уҡыу үҙәге, шулай уҡ башланғыс осоусыларҙы әҙерләү менән мәктәп-интернаты урынлашҡан[3].

Тамамлаусылар үҙгәртергә

Өфө осоусылар училищеһын 1692 курсант, 71 ситтән тороп уҡыу бүлеге офицеры һәм 8 Ҡаҙағстан хәрби хеҙмәткәре тамамлай. Шуларҙың 6-һы алтын миҙалға лайыҡ була: Борис Боярский, Геннадий Багрий, Радик Аҫылбаев, Владимир Каряев, Иван Гнетецкий, Вячеслав Власов (ситтән тороп уҡыған). Шулай уҡ 63 тамамлаусы "ҡыҙыл" дипломдарға эйә була.

Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы ике курсанттар йыйылмаһы Сызрань хәрби авиацияһы институтында уҡыуын тамамлай, улар араһында Раушан Ҡотлойәров һәм Роман Молодкин алтын миҙалға тамамлай.

Училищены өс тамамлаусы Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була[2]:

Начальниктары үҙгәртергә

  • 1984—1994 йылдарҙа — полковник, 1989 йылдан авиация генерал‑майоры Б. И. Лысенко;
  • 1994—1999 йылдарҙа — полковник, 1996 йылдан авиация генерал‑майоры А. Н. Пишенин.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бикмеев М. А. Башкортостан — кузница офицерских кадров (страницы военной истории республики). — Уфа, 1998.

Һылтанмалар үҙгәртергә