Өфө янындағы тимер юл һәләкәте

Өфө янындағы тимер юл һәләкәте (рус. Железнодорожная катастрофа под Уфой) — 1989 йылдың 4 июнендә (Мәскәү ваҡыты буйынса — 3 июндә) Башҡортостандың Иглин районында, Әшә ҡалаһынан 11 км йыраҡлыҡта, Әшә — Оло Тәләк аралығында килеп сыҡҡан Рәсәй һәм СССР тарихындағы иң эре тимер юл һәләкәте. № 211 «НовосибирскАдлер» һәм № 212 «Адлер — Новосибирск» поездары ҡара-ҡаршы үткән ваҡытында яҡында урынлашҡан «Себер — Урал — Иҙел буйы» газ үткәргесенән сығып торған еңел углеводородтарҙың көслө шартлауы арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғә. 575[2] (икенсе мәғлүмәт буйынса, 645[3]) кеше һәләк булған, шул иҫәптән 181 бала, 600-ләп кеше яраланған булған.

Өфө янындағы тимер юл һәләкәте
Дәүләт  СССР
Урын Әшә (станция) һәм Улу-Теляк[d]
Ваҡиға ваҡыты 4 июнь 1989
Зыян күреүселәр һаны 623
Һәләк булғандар һаны 645[1]
Хеҙмәтләндереүсе Советские железные дороги[d]
Карта

Һәләкәт сәбәптәре

үҙгәртергә

Дмитрий Чернов һәм Дидье Сорнетт (Didier Sornette) фекеренсә, катастрофа сәбәптәре - ашығып эшләү ғәҙәте, диспетчерҙарҙың хәрәкәтте туҡтатырға хоҡуғы булмау, продукт тибын нефттән газға юғарынан баҫым яһап үҙгәртеү, поездар үтеүен арттырыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Тик илдә властар тарафынан сара күреү система сәбәптәрен бөтөрөү урынына ғәйеплеләрҙе эҙләүгә ҡайтып ҡалған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә