Омельяненко Александр Владимирович
Омельяненко Александр Владимирович (8 май 1974 йыл) — Рәсәй Федерацияһының Хәрби-Һауа көстәре капитаны (РФ Геройы исеме бирелгән мәлдә[1]), икенсе Чечен һуғышында ҡатнаша, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). Хәрби-Һауа көстәренең һәм Һауа һөжүменә ҡаршы оборонаның 4-се армияһы 55-се Севастополь айырым вертолет полкының Ми-24 вертолет звеноһы штурман-операторы.
Омельяненко Александр Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 май 1974 (50 йәш) |
Тыуған урыны | Лепельский район[d], Витебская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Уҡыу йорто |
Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Владимирович Омельяненко 1974 йылдың 8 майында Белорус ССР-ы Витебск өлкәһе Лепельск районының Новое Заслоново ауылында офицер ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә уҡыуы менән бер рәттән ДОСААФ авиаклубында белем ала.
1991 йылда Хәрби Көстәр сафына баҫа һәм Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһында уҡый, уны 1996 йылда уңышлы тамамлай. Краснодар крайының Кореновск ҡалаһында дислокацияланған Хәрби-Һауа көстәренең һәм Һауа һөжүменә ҡаршы оборонаның 4-се армияһының 55-се айырым вертолет полкында хеҙмәт итә.
Икенсе Чечен һуғышында ҡатнаша, Чечня һәм Дағстанға 5 командировкала була. 2001 йылдың аҙағына уның иҫәбендә 1000-дән ашыу сәғәт хәрби осош була.
2001 йылдың 17 октябрендә майор К. П. Кистеня экипажы составында ҡатмарлы метеошарттарҙа Марух артылышы районында командир Гелаев етәкселегендәге террорслар төркөмөн эҙләү һәм юҡ итеү өсөн осош яһай. Боевиктар төркөмө Маруха йылғаһы тамағында табыла, Омельяненко ут асып тиҫтәләгән боевикты юҡ итә. Һуғыш барышында ракета ярсығынан зыян күргән вертолет[2] шарлауыҡ районындағы ҙур булмаған майҙансыҡҡа ултыртыла. Вертолетҡа яҡын килергә тырышҡан боевиктар борт ҡоралы ярҙамында туҡтатыла. Вертолетты ерҙә бер аҙ ҡарағандан һуң, Кистень менән Омельяненко ҡабат аэродромға ҡайтырға тырышырға ҡарар итә, сөнки боевиктар ныҡ яҡынлаша.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2001 йылдың 28 ноябрендәге Указы менән Төньяҡ-Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Александр Владимирович Омельяненкоға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 743) бирелә.
Рәсәй Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 2002 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай. 2019 йылда Рәсәй Федерацияһының Оборона идаралығы милли үҙәгендә хеҙмәт үтә.
Полковник. Миҙалдар менән бүләкләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы Геройы (2001)
Күп һанлы миҙалдар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
- Козак Ю. Грозным небом закалён // Красная Звезда. — 2019. 18 февраля. — С.6. 2019 йыл 1 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Омельяненко Александр Владимирович . 2016 йыл 3 август архивланған.
- ↑ Омельяненко Александр Владимирович .
- ↑ Омельяненко Александр Владимирович . «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Антон Бочаров. Омельяненко Александр Владимирович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 22 февраль 2019.