Өлфәт
Өлфәт — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәӨлфәт исеме ғәрәп теленән дуҫлыҡ, мөхәббәт тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы (27 июль 1938 йыл — 6 декабрь 2016 йыл) — ғалим-акушер-гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының (2001) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
- Мостафин Өлфәт Мансур улы (4 май 1959 йыл — 29 октябрь 2020 йыл) — дәүләт эшмәкәре, ғалим. Техник фәндәр кандидаты. 2018 йылдың 29 октябренән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы[2].
- Ҡобағошов Өлфәт Миниәхмәт улы -Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор.
- Зиннуров Өлфәт Ғаяз улы — (1950), ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы.
- Йомағужин Өлфәт Зәйнетдин улы (11.05.1949), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2009 йылдан Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры[3].
- Шәйәхмәтов Өлфәт Шәйхизаман улы (1956), ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан финанс-иҡтисад мәсьәләләре буйынса проректор; 2010 йылдан — Ғилми-производство инновацион технологиялар институты директоры. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- «Өлфәт» — 1905 йылдың 11 декабренән алып 1907 йылдың 9 июненә тиклем татар телендә сыҡҡан гәзит.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Азат Гиззатуллин. Мэром Уфы избран Ульфат Мустафин. ИА «Башинформ» (29 октября 2018). Проверено 31 октября 2018.
- ↑ Единый республиканский бизнес-портал. Юмагузин Ульфат Зайнетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |