Өйрәкте (күл, Сосновка районы)

Силәбе өлкәһе

Өйрәкте (рус. Урефты - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы күл.

Өйрәкте
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә аңлатыуынса, күлдең атамаһы башҡорт телендәге өйрәк — (башҡ. өйрәк) — һәм һүҙ яһаусы ялғау «-ты» ҡушып яһалған гидронимдан үҙгәреп, урыҫ теленә Урефты рәүешенә инеп нығынып киткән.

Өлкәнең Ҡоншаҡ районында иһә ошо уҡ юл менән яһалған Өйрәкте гидронимы урыҫ теленә Уректы булып ингән[2].

Географияһы

үҙгәртергә

Өйрәкте күле Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы Долгодеревенск ауыл биләмәһе ерҙәрендә урынлашҡан.

Силәбегә тиклем алыҫлығы – 20 км, Екатеринбургҡа – 180 км, Долгодеревенск ауылына – 12 км.

Географик координаттары: оҙонлоғо - 61°25′18.02″E (61.421671), киңлеге - 55°25′33.86″N (55.426071).

Ярында урынлашҡан тораҡ пункттар: Өйрәкте (Урефты) ҡасабаһы.

Иң яҡын күлдәр: Оҙонкүл, Һаранғы, Оло Сағыуысты [3].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күл сөңкәһе түңәрәк, һыу көҙгөһөнөң майҙаны 8,72[4] квадрат километр, диаметры 4 километр.

Ныҡ тәрән түгел, уртаса 3-4 метр, иң тәрән урыны 6 метр.

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 207 м [5].

Төбө ылымыҡлы, урыны менән ҡомло, ташлы. Көньяҡ-көнсығышында төпһәләр бар[6].

Һыуы таҙа, бер аҙ тоҙ тәме итә.

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Көньяғын ҡайын сауҡалығы уратып алған. Күлдең ярҙары тотош ҡамыш менән ҡапланған, көнсығышында һыуға батып ҡайын үҫә.

Өйрәкте, ысынлап та, өйрәктәргә бай, ҡашҡабаш күпләп үрсей.

Күлдә бик күп көмөш табан балыҡ тереклек итә, бында ул ҡәҙимге төр булып тора. Шулай уҡ алабуға, алабалыҡ һәм рипус йәшәй. Һыу ятҡылығын файҙаланыусы уға карп, шамбы, аҡ амур һәм сабаҡ ебәреп тора[6].

1978 йылда ҡышҡы һыуыҡтар оҙайлы булып китә, боҙҙо бер кем дә тишмәй. Кислород етмәгәнлектән күлдәге балыҡ тонсоға һәм шул балыҡты йөк машиналары менән ташып алалар. Бынан һуң күлдә 5 йыл буйы балыҡ күренмәй.

Күлде файҙаланыусы ойошма селбәрә ебәрә, элекке төрҙәрҙән бары табан балыҡ ҡына абориген булып ҡала.Хәҙер күлдә балыҡ күп.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Урефты // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7