Һаранғы

Силәбе өлкәһендәге күл

Һаранғы - рус. Сарсанги, Саранги - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл[1]

Һаранғы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Арғаяш районы
Карта

Арғаяш районы Силәбе өлкәһе картаһында

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип аңлата:

От распространенного в прошлом у башкир и татар мужского имени Саранги и Саран, с основой саран — «скупой», «жадный», -ги, -гы — именной аффикс[2].[3]

Гидроним нисектер рус. Сарсанги рәүешенә лә инеп киткән.

Географияһы

үҙгәртергә

Һаранғы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынында, ике уба араһында урынлашҡан.

Силәбенән - 40 километр, Екатеринбургтан – 170 километр алыҫлыҡта ята.

Йыраҡ түгел Оҙонгүл, Тәрәнкүл, Күсәрге, Күрге һәм Өйрәкте күлдәре.

Тораҡ пункттар: Оҙонгүл һәм Илембәт ҡасабалары, Журавли дача ҡасабаһы [4].

Географик координаттары: киңлеге - 55°25′57.48″N (55.432632), оҙонлоғо - 61°16′30.73″E (61.275204).

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
  • Максималь тәрәнлеге: 2,5м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,5*1,35км
  • Һыуының үтәҙеклеге, таҙалығы: һыуы болғансыҡ, үтәҙеклеге 1 метрҙан кәм.
  • Һыуын туйындырыусы сығанаҡтар: яуым-төшөм.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 216 м

Төбө ҡомло[1].

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Күлдең яр буйҙарын ҡуйы ҡамышлыҡ һәм күрән баҫҡан.

Һыуы һай булғанлыҡтан даими рәүештә балығы тонсоға.

Күлдә табан балыҡ, себер сабағы, рипус тереклек итә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Сарсанги
  2. Шувалов Н. И. Саранги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Саранги
  4. Сарсанги (озеро) 2019 йыл 17 июнь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Саранги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7