Әүмеш (Әбйәлил районы)
Әүмеш — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Таштимер ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 121 кеше[1]. Почта индексы — 453622, ОКАТО коды — 80201837003.
Ауыл | |
Әүмеш Әүмеш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
113 | ↗121 | ↘107 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 107 | 50 | 57 | 46,7 | 53,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәӘүмештең тағы бер исеме бар — Алсынбай. Тәүге исеме антропоним — ауылға нигеҙ һалыусы һәм гидроним — Әүмеш шишмәһе исеменән, икенсеһе — тәүге төпләнеүсенең улы Алсынбай Әүмешев исеменән (уның балалары Вәлит, Ҡәйепҡол, Кинйәғол —уның улдары Хәмит, Хәлит, Сабит) алынған. Алсынбай 1740—1819 йылдарҙа йәшәгән.
1795 йылда ауылда 20 хужалыҡ була, унда 102 кеше йәшәй. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 366 кеше 58 йортта йәшәгән һәм 1920 йылда 100 йорттан торған. Ауылда йәшәүселәр араһынан Амангилде (балалары Ғайса, Лоҡман), Аҙнагилде, Яугилде Татлыбаев, Сибай Тауымбаев XIX быуаттың беренсе яртыһында тирмә һәм кантон идаралығында хеҙмәт итеүҙәре менән айырылып тора.
14-се башҡорт полкы яугиры, ике көмөш миҙал кавалеры Әбделвәхит Әбделсәләмов Парижда үҙенең хәрби юлын тамамлай.
258 кеше йәшәгән 33 йорттоң 25-е йәйләүгә сыҡҡан. Кесе Ҡыҙыл һәм Оло Йылға йылғалары үҙәндәре буйлап күсеп йөрөйҙәр. Уларҙың 315 аты, 270 һыйыры, 185 һарығы һәм 6 кәзәһе була. 33 йортҡа 608 бот яҙғы иген сәселгән, шул иҫәптән Аҙнабай Искәндәров — 100 бот[6].
ӘҮМЕШ
Әбйәлил районының Таштимер ауыл советына ҡараған ҙур булмаған бер ауыл бар. Ул Әүмеш ауылы. Элек Алсынбай тип аталып йөрөтөлгән. Ауылдың ҡулъяҙма тарихында Әүмеш тә, Алсын да Тэуәт ҡарттың улдары итеп теркәлгән. Тэуәт ҡарттың кем икәнлегенә килгәндә, уның тураһында Күсем ауылы шәжәрәһендәге мәғлүмәттәрҙе файҙаланып ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡларға мөмкин. Күсем ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Йомарт бей булған. Уның улы Иһәш тархан. Тэуәт батыр Иһәш тархандың улы. Тэүэт батыр яҡынса XVII быуат башында йәшәгән булырға тейеш. Әүмеш ауылының шәжәрәһендә Тэүэт ҡарт, уның улдары тураһында түбәндәгеләр яҙылған: «Ауыл элек Алсынбай тип аталған. Алсынбай — Тэүэт олатайҙың улы. Тэүэт олатайҙың бөтәһе 7 улы булған: Әүмеш, Алсын, Алдыҡай, Мырҙаҡай, Шәрифйән, Ишмырҙа, Йәнҡаҙыҡ…». Тимәк, Әүмеш (Алсынбай) ауылы ағалы-энеле Әүмеш менән Алсындың исемдәрен йөрөтә. Беҙҙең уйыбыҙса, Әүмеш менән Алсын аталары бер булһа ла, икеһе ике әсәнән тыуған булырға тейеш. Ауылдың шәжәрәһендә башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында барған көрәш тураһында айырым әйтеп үтелгән. Быныһы бер. Икенсенән, Алсынбайҙың исеме уның ҡаҙаҡтарға бәйләнеше булыуына ишара яһай. Бының өсөн ҡаҙаҡта алсын тигән ырыуҙың булыуын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Нисек кенә булмаһын, ауылдың ике исем йөрөтөүе ундағы элекке социаль-патриархаль бүленеш тураһында һөйләй. Ауылға һәр бер кешенең исеме ҡушылмай. Ауыл атамаһы булып уның тарихында ниндәйҙер урын тотҡан кешенең исеме генә нығына. Шуның өсөн Әүмеш (Алсынбай) ауылында элек ике көслө төркөм булғанына ышанырға мөмкин. Уның береһенә — Әүмеш, икенсеһенә Алсынбай етәкселек иткән. Ауылда, быуындан быуынға һөйләнеп килгән риүәйәттәрҙә Алсынбай — бай төркөм вәкиле булһа, ә Әүмеш ауылды төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан ярлы кеше итеп кәүҙәләндерелгән. Шәжәрәлә был хәл үҙенсәлекле сағылыш алған. Мәҫәлән, унда Әүмеш ҡаҙаҡ байы менән ярыша, тип әйтелә. Ярышта Әүмеш еңә. Тик ул еңгән өсөн бүләккә алтын алмай, ә тыуған тупраҡ, ер һорай. Әүмеш өсөн ер, тыуған тупраҡ алтындан да ҡәҙерлерәк була. Әүмештең бына шундай тыуған еренә бирелгән булыуы, туғандарының мәнфәғәтен үҙенеке кеүек итеп һаҡлағаны, яҡлағаны өсөн ауылдаштары уның исемен ауылға ҡушыуҙы хуп күрәләр. Тарихи документтарҙа Әүмеш ауылының үҫеш юлы яҡшы уҡ сағылдырылған. «Генераль межалауға иҡтисади иҫкәрмәләр»ҙә 1795 йылда Әүмеш ауылында 20 өй булғаны, унда 58 ир, 44 ҡатынҡыҙ йәшәгәне теркәлгән. 1841 йылда ундағы халыҡ һаны ике тапҡырға арта. Ул осорҙа Әүмеш ауылында 249 кеше йәшәгән. Ә 1866 йылда инде Әүмеш 58 өйлө ауылға әүерелгән. Унда 358 кеше йәшәгән. Ауыл һыулаған йылға ла Әүмеш шишмәһе тип аталған. (Ҡара: Список населенных мест по сведениям 1866 года. Т. 28. Оренбургская губерния. СПб., 1871.) 504
Этнографик йәһәттән Әүмеш ауылы тамъян ырыуына ҡараған. Ауылда 6 ара булған. Улар айыу, алҡым, боттоҡ, ҡуян, угед һәлбер тип аталған. Икенсе информатор Ғәйнуллин Муллахмәт ағай тағы ла бер ара булыуын өҫтәп әйтте. Ул бейәләйҙәр араһы. Был араға Ғәйнуллиндәр ингән. Ауылда ҡултамға урынына ошондай өҙәңгегә оҡшаған тамға ҡулланылған. Уны өҙәңге тамға тип атап йөрөткәндәр. 1841 йылғы документтарҙа Әүмеш ауылы кешеләренең йәйләүгә сығыуҙары тураһында яҙып ҡалдырылған. Ауыл кешеләре иң тәүҙә Сатрайортта яҙлаған, унан һуң Ҡараһыйыр тигән урынға күскән, көҙгә яҡын Яҡтыкүл тирәһендә булғандар. Ҡышты үткәрергә ауылға ҡайтҡандар. Быларҙың бөтәһе лә тыуған төбәкте өйрәнеүселәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тип ышанабыҙ[7]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы деревни Аумышево
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 40 2022 йыл 19 март архивланған.
- ↑ Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 504—505-се биттәр.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |