Әхтәров Урал Нурит улы
Әхтәров Урал Нурит улы (5.07.1940) — урман хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры[1].
Әхтәров Урал Нурит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 июль 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Көҫәпәй ауылы, Мәсетле ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | лесник |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәУрал Нурит улы Әхтәров Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Көҫәпәй ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә белем ала.
Һуғыш дәүере балаһы Урал Нурит улы хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Тыуған ауылы Көҫәпәйҙә төрлө миҙгелле эштәр башҡара[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә15 йәшлек үҫмер, бәлкәй энеләре һәм һеңлеләрен ас итмәҫ өсөн, Молотов исемендәге туған колхозында малсылыҡ тармағында эш башлай.
1968 йылда Салауат район Мәҙәниәт йортона баянсы итеп эшкә саҡырыла, Малаяҙға күсеп килә.
1971 йылда Урал Әхтәровты Салауат урман хужалығына эшкә саҡыралар. Башта ул тракторисы-машинист, артабан урмансы булып хеҙмәт итә.
Тап урман эшендә ул үҙенең булмышын тапты. Осҡорлоғо, тырышлығы, намыҫы һәм тәртип сифаттары асылды.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл тулған осорҙа ил йәштәре «Теге егет өсөн дә» тигән әүҙем хәрәкәткә ҡушыла: үҙҙәренең бригадалары исе легенә яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған егеттәрҙе лә индереп, улар исеменә эш хаҡы тупланы. Был аҡса миллионлаған кеше ғүмерен өҙгән һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙың, уларҙың ғаиләләренең ихтыяжын бер аҙ еңеләйтеү маҡсатына йүнәлтелде. Мәскәүҙә Еңеү Байрағы янында фотоға төшөү — был акцияла әүҙемлек күрһәткән йәштәрҙе дәртләндереү сараһы була. Республикала һәм районда үткәрелгән һөнәри оҫталыҡ конкурстарында күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған Урал Әхтәров был хәрәкәттә еңеүсе тип табыла. Урал Нурит улы Мәскәүҙә маршалдар, Советтар Союзы Геройҙары, космонавтар менән осраша.
Төп һөнәри вазифаһынан башҡа, ул Салауат урман хужалығының профсоюзын етәкләй, күп тапҡырҙар район һәм ауыл советтарына депутат итеп һайлана.
Урал Нурит улы шәхси эшҡыуар ҙа, Крәҫтиән фермер хужалығы етәксеһе. Эште башлағанда йөҙләп баш йылҡы, һыйыр малы тотҡан. Бөгөн дә ике тиҫтәләп малдары бар[3].
Урал Әхтәровтың олатаһы Ғатаулла Яруллин лесничий булып ярты быуат хеҙмәт иткән.
Урал Нурит улының ҡыҙы Ләйсән менән улы Фаил да урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре. Икеһе лә Башҡорт дәүләт аграр университетының урман факультетын тамамлаған[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены[5]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ахтаров Урал Нуритович(недоступная ссылка)
- Ветеран лесного хозяйства Башкортостана Урал Ахтаров отметил 70-летний юбилей.(недоступная ссылка)
- ИП Ахтаров Урал Нуритович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ветеран лесного хозяйства Башкортостана Урал Ахтаров отмечает 70-летний юбилей (рус.)
- ↑ Ахтаров Урал Нуритович(недоступная ссылка)
- ↑ ИП Ахтаров Урал Нуритович
- ↑ Ветеран лесного хозяйства Башкортостана Урал Ахтаров отметил 70-летний юбилей.(недоступная ссылка)
- ↑ Ветеран лесного хозяйства Башкортостана Урал Ахтаров отметил 70-летний юбилей.(недоступная ссылка)