Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы
Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы (1912 йыл — 1951 йыл) — дәүләт, партия, комсомол органдары эшмәкәре. 1938 йылда ВКП (б)-ның Өфө ҡалаһы Сталин район комитетының өсөнсө секретары, 1938—1940 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полибүлек начальнигы, гвардия майоры.
Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Мәхмүт ауылы, Арҡауыл ауыл советы, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 1951 |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Майор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәт Ғатаулла улы Абдуллин 1912 йылда Башҡорт АССР-ының Салауат районы Мәхмүт ауылында тыуған.
1931 йылда Коммунистар партияһына инә.
1920—1927 йылдарҙа — Әхмәт Абдуллин батрак һәм «Южураллес» тресында ағас йығыусы, артабан, 1928−1929 йылдарҙа, Златоуст ҡалаһында металлургия заводында кочегар булып эшләй.
1930—1933 йылдарҙа Свердловск (хәҙер Екатеринбург) ҡалаһында рабфакта уҡый.
1934−1936 йылдарҙа СССР-ҙың Ауыр сәнәғәте Халыҡ Комиссариаты янындағы үрләтелгән кешеләр (выдвиженец) курстары тыңлаусыһы, Башҡорт юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе талибы.
1936 йылда Өфө моторҙар заводында сәнәғәт бүлеге парторгы булып эшләй.
1936−1938 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә.
1938 йылда Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы Өфө ҡалаһы ВКП(б)-ның Сталин район комитетының өсөнсө секретары итеп һайлана.
1938 йылдың июль айынан алып 1940 йылдың октябренә тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһын биләй.
1941−1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдан алып 1950 йылға тиклем — БАССР-ҙың Хеҙмәт резервтары идаралығы начальнигы.
БАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советына 122-се Йәркәй округынан (Илеш районы) депутат итеп һайлана (1947 йылдың 9 феврале)[1]/.
1950−1951 йылдарҙа Башҡортостан өлкә партия мәктәбендә уҡый.
1951 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- Список депутатов Верховного Совета БАССР 2-го созыва (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)