Әхмәтғәлиева Айгөл Ғабдулла ҡыҙы

Әхмәтғәлиева Айгөл Ғабдулла ҡыҙы, (паспорт буйынса Муллағәлиева, 27 ноябрь 1973 йыл, СССР, РСФСР, Татар АССР-ы, Аҡтаныш районы, Иҫке Сәфәр ауылы) — яҙыусы, драматург, журналист, мөхәррир. Татарстан, Журналистар (2007 йылдан) һәм яҙыусылар (2009 йылдан) союзы ағзаһы. Сажидә Сөләймәнова (2011) һәм Илдар Юзеев (2021) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты[1].

Әхмәтғәлиева Айгөл Ғабдулла ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 ноябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Сәфәр, Аҡтаныш районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист
 Әхмәтғәлиева Айгөл Ғабдулла ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәтғәлиева Айгөл Ғабдулла ҡыҙы 1973 йылдың 27 ноябрендә Аҡтаныш районы Иҫке Сәфәр ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ғабдулла менән әсәһе Гөлзифа Уҫы ауылынан. Һеңлеләре — Сөмбөл, Айһылыу. Аҡтаныш районы Ҡасҡын урта мәктәбен (1990), Ҡазан дәүләт университетының]] татар теле һәм әҙәбиәте, тарихы һәм көнсығыш телдәре факультетын (1995) тамамлай.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Ҡазан дәүләт университетында уҡыған йылдарында Ҡазандың 10-сы гимназияһында уҡытыусы, «Белем» гәзитендә корректор булып эшләгән. Ғаиләһе менән Яр Саллы ҡалаһына күсенгәс, «Нур» гәзитендә корреспондент, Саллы дәүләт педагогия институтында (2015 йылдан университет) уҡытыусы булып эшләй. 2001 йылдан 2013 йылға тиклем «Майҙан» журналының әҙәбиәт бүлеген етәкләй. Унан «Казан утлары» журналына бүлек мөхәррире булып күсә.

Беренсе яҙмалары мәктәп йылдарында уҡ ваҡытлы матбуғатта күренә башлай. Хикәйәләре, публицистик яҙмалары һәм юморескалары «Казан утлары», «Волга», «Сөембикә», «Мәйдан», «Тулпар», «Чаян» журналдарында, «Мәдәни җомга» гәзитендә баҫыла.

2008 йылда «Мәгариф» нәшриәтендә балалар өсөн «Болытта җиләк үсә», 2011 йылда Татарстан китап нәшриәтендә өлкәндәр өсөн повесть һәм хикәйәләрҙе үҙ эсенә алған «Синең өчен яшим» китабы[2], 2014 йылда йәш үҫмерҙәр өсөн «Мин гашыйк булдым» китабы, 2016 йылда «Баланнарда бал тәме» китабы баҫылып сыға[3]. 2014 йылда татар театрының беренсе ҡатын-ҡыҙ актрисаһы С. Ғиззәтуллина-Волжская тураһында роман яҙыуы өсөн Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы гранты бирелә («Туташ» романы)[4]. Татарстандың халыҡ артисы йырсы Хәниә Фәрхигә арналған «Хәния» новеллалар йыйынтығы авторы[5].

Пьесалары Әтнә («Күз нурларым»), Ырымбур («Ул бит кичә иде», 2015), Саллы татар театрҙары, Өфө һәм Сибай башҡорт театрҙары сәхнәһендә ҡуйылған.

Хикәйәләре урыҫ теленә тәржемә ителгән. «Җиде ят» хикәйәһе төрөк теленә тәржемә ителеп, «Hece Oyku», «Sessiz kuray» (Анкара) журнал-китаптарында; балалар өсөн яҙылған «Әби, Илнур һәм математика» хикәйәһе төрөк телендәге киң билдәле «Altin Sincar» (Алтын тин) йыйынтығында урын алған.

Хикәйәләре мәктәп дәреслектәренә, «Яңа базар», «Балачак энциклопедиясе» йыйынтыҡтарына индерелгән. Зифа Кадированың дүрт китабын редакциялаған.

Популяр йырҙар авторы (мәҫәлән, «Ак чәчәкләр» йыры, Вил Усманов көйө).

Фильмография

үҙгәртергә
  • 2015 — «Ак чәчәкләр» (режиссер Ренат Әйүпов) — сценарий авторҙарының береһе.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • 2011 — Сажидә Сөләймәнова премияһы
  • 2012 — «Яңы татар пьесаһы 2012» конкурсы еңеүсеһе — «Бәхет агачы» драмаһы менән
  • 2013 — республикала уҙған конкурста «Таллыкүлдә былбыл бар» повесы — II, «Зәңгәр күлмәк» киносценарийы — III урын
  • 2014 — Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара бәйге — «Капка» хикәйәһе менән — ТР I, дәүләт-ара (төрки телле 13 дәүләт) — II урын
  • 2014 — Саллы ҡалаһында «Йыл яҙыусыһы»
  • 2021 — Илдар Юзеев исемендәге премия[6]

Ғаилә хәле

үҙгәртергә

Кейәүҙә, улы Марат, ҡыҙы Лилиә[7].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Айгөл Әхмәтгалиева. 2021 йыл 14 июнь архивланған. Әдипләр (Әхмәт Дусайлының шәхси) порталы
  2. Синең өчен яшим. Милли электрон китапханә порталы (рус.)
  3. Айгөл Әхмәтгалиева — районыбыз горурлыгы. «Актаныш», 13.11.2016
  4. Рузилә Мөхәммәтова. «Туташ» турында гапләшү: «Сары матбугат иртәрәк туса, Волжская, Ильскаялар турында күбрәк белер идек». Интертат, 6.11.2019
  5. Хәния Фәрхи иҗатын яратучылар өчен яхшы хәбәр. tatar-today.ru
  6. Дилбәр Сөләйманова. Әдәби бүләк. 2021 йыл 19 апрель архивланған. «Тулпар», 31.03.2021
  7. Лилия Йосыпова. Айгөл Әхмәтгалиева белән интервью. «Ирек мәйданы», 07.04.2016