Ғиззәтуллина-Волжская Сәхибъямал Ғиззәтулла ҡыҙы
Ғиззәтуллина-Волжская Сәхибъямал Ғиззәтулла ҡыҙы (15 май 1892 йыл — 6 апрель 1974 йыл) — театр актёры, режиссёр. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1966).
Ғиззәтуллина-Волжская Сәхибъямал Ғиззәтулла ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: | |
Һөнәре: |
актриса |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1923 |
Театр: |
Биографияһы
үҙгәртергәСәхибъямал Ғиззәтулла ҡыҙы Ғиззәтуллина-Волжская 1892 йылдың 15 майында Рәсәй империяһының Ҡазан ҡалаһында тыуған.
1907 йылдан Ильясбәк Батыргәрәй улы Ашҡаҙарскийҙың «Фажиғә вә мөсәккин исламия» (Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы; «Сәйяр») труппаһы актёры. 1912 йылдан Өфөлә профессиональ «Нур» театр труппаһын ойоштора. Граждандар һуғышы йылдарында Көнсығыш фронттың 2‑се армияһы ҡарамағындағы 6‑сы фронт труппаһына етәкселек итә. 20‑се йылдарҙа Ижевскиҙа, Ҡазанда һ. б. урындарҙа драма театрҙарында эшләй. Реалистик йүнәлештә ижад иткән актриса. Милли сәхнәлә тәү башлап сит ил классикаһы әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә ролдәр башҡара.
1923 йылдан Башҡорт драма театры сәхнәһендә сығыш яһай һәм сағыу Зөләйха («Йософ һәм Зөләйха», К. Ғ. Тинсурин) менән Сәрби («Йәш йөрәктәр», Ф. Бурнаш) образдарын кәүҙәләндерә. Режиссёр булараҡ, героик-романтик һәм трагик сюжеттарҙы, ҙур, көслө тойғоларҙы сағылдырыуға ынтыла: Ф. Әмирхан «Йәштәр», «Тигеҙһеҙҙәр», Ғ. Исхаҡи «Зөләйха» һ. б. Н. Иҫәнбәттең «Гөльямал» пьесаһы Ғ.‑В. тормошона һәм ижадына арналған.
Театр оҫтаһы 1974 йылдың 6 апрелендә Татар АССР-ының Чистай ҡалаһында вафат була, Ҡазанда ерләнә.
Ролдәре
үҙгәртергә- Луиза («Мәкер һәм мөхәббәт» — «Коварство и любовь», Ф. Шиллер)
- Трильби (Дж. Дюморьеның «Трильби» романы буйынса Г. Г. Ге яҙған шул уҡ исемдәге пьеса)
- Мариана («Һаран» — «Скупой», Ж.‑Б. Мольер).
- Шафиҡа («Ҡыҙғаныс бала», Н. Кемал; дебют, 1907)
- Сәрби («Уйнаш», Ғ. Камал), Биби («Бисара Бибийыһан», З. Сәйетзада)
- Катерина («Йәшен» — «Гроза», А. Н. Островский)
- Зөбәйҙә («Йәшә, Зөбәйҙә, мин дә йәшәрмен», С. Л. Рәмиев)
- Ғәлиә («Алдым-бирҙем»), Фатима («Мөғәллимә»; икеһе лә — Ғ. Исхаҡи) .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1966).
Хәтер
үҙгәртергә- 2022 йылдың майында Өфөлә «Нур» татар театрына нигеҙ һалыусы Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжскаяның юбилейы билдәләнде[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Уфе отметили юбилей основателя татарского театра «Нур» Сахибжамал Гиззатуллиной-Волжской. ИА «Башинформ», 17 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 май 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғиззәтуллина-Волжская Сәхибъямал Ғиззәтулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 май 2022)