Уҫы (Татарстан)
Уҫы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Уҫы ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Уҫы татар. Усы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
308 человек (2010) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423739 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Уҫы йылғаһы (Бәжәнә бассейны) буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәУҫы — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет һәм уның ҡарамағында мәктәп (1858 йылда асылған), 2 һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 218 башҡорт, 48 типтәр; 1848 йылда — 339 башҡорт, 293 типтәр; 1870 йылда — 756 башҡорт; 1902 йылда — 592 аҫаба башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәштәр йәшәй. Керҙәш башҡорттар сығышы менән байлар ырыуынан[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
734 | 756 | 1033 | 1110 | 1249 | 1364 | 1235 | 866 | 897 | 622 | 545 | 628 | 542 | 364 | 344 | 308 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхна бар[1].