Әхмәтйәнов Мөхтәр Сафа улы

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры

Әхмәтйәнов Мөхтәр Сафа улы (22 сентябрь 1922 йыл — 25 февраль 2000 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2][3].

Әхмәтйәнов Мөхтәр Сафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Асҡар, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 25 февраль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхтәр Сафа улы Әхмәтйәнов 1922 йылдың 22 сентябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армияға Әбйәлил район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 7 декабрендә саҡырыла[3]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148‑-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5‑се батарея разведчигы булып хеҙмәт итә[2].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 14.02.1944, 17.04.1944; подразделениның 1944 йылдың 7 июлендәге 19/н номерлы приказы) менән бүләкләнә[1][2]. Ә 1945 йылдың 31 мартында II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 16.02.1945, 17.02.1945; подразделениның 1945 йылдың 31 мартындағы 12/н номерлы приказы)[1][4]. Наградлау ҡағыҙында был турала ошолай һүрәтләнә:

  1945 йылдың 2 февралендә һуғышта разведчик булып эшләп, Әхмәтйәнов Мөхтәр Сафа улы көньяҡ-көнсығыш районда дошман пехотаһының һәм танктарының, Репли частәренең тупланыуын асыҡлай. Батарея уты менән пехота таратыла. Шул уҡ һуғышта, немец батальоны 58-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадронына һөжүмгә күтәрелгәс, иптәш Әхмәтйәнов 1-се эскадронындың уң флангы буйынса атыусы станоклы пулеметты асыҡлай, ул батарея уты менән туҡтатыла.

1945 йылдың 17 февралендә Браллентиндан көнсығыштараҡ таҡта ярыу заводы районында шәхси ҡоралынан ике дошман һалдатын юҡ итә. II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ[4].

 

2000 йылдың 25 февралендә вафат була. Сибай ҡалаһында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә