Әминев Ибраһим Садиҡ улы
Әминев Ибраһим Садиҡ улы (рус. Аминев Ибрагим Садыкович; 1901 йыл — ?) — 16-сы гвардия дивизияһының штаб идаралығының комендант взводында хеҙмәт итә, гвардия ҡыҙылармеецы[1].
Әминев Ибраһим Садиҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1901 |
Тыуған урыны | Усман, Төрөмбәт ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | Советская гвардия[d] һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИбраһим Садиҡ улы Әминев 1901 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-мең улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Уҫман ауылында тыуған.
1941 йылдың 24 декабрендә Ауырғазы район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
16-сы гвардия дивизияһының штаб идаралығының комендант взводында повозочный булып хеҙмәт итә,
Әминев Ибраһим Садиҡ улы 1942 йылдың июненән бирле 112-се Башҡорт дивизияһының хәрби операцияларында ҡатнаша, һәм шул осорҙа үҙен бик тәртипле һәм хәстәрлекле ҡыҙылармеец-повозочник итеп күрһәтте. Уға ышанып тапшырылған аты менән арбаһы һәр ваҡыт әҙер. 1943 йылдың 1 февраленән 24 февралгә тиклем Чернухино-Дебальцево районында дошман тылында барған хәтәр һуғыш мәлендә повозкаһында 200 км юл үтте. Дәһшәтле алыш эсенән үҙенең аттарын сығара алды. 1943 йылдың 19 сентябренән алып 1944 йылдың 15 ғинуарына тиклем Чернигов ҡалаһы, Днепр йылғаһы, Белоруссияның өлкә үҙәге Мозырь ҡалаһы өсөн алыштарҙа ҡатнашты', |
— тип яҙылған уның батырлығы тураһында.
1945 йылдың 15 апреленән 3 майына тиклем Берлинға һөжүм итеү операцияһы барышында, Науен ҡалаһы янынан үткәндә дошман бомбаға тотҡан шарттарҙа ла аттарын һәм бричкаһын һаҡлап ҡала.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)[4].
Хәтер
үҙгәртергәӘминев Ибраһим Садиҡ улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ның Ауырғазы районы Усман ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.