Әл-Хәмрә ҡәлғәһе
Әл-Хәмрә ҡәлғәһе (исп. Alhambra, ғәр. الحمراء — әл-хәмрә — «ҡыҙыл»[7]; рус. Альгамбра) — Көньяҡ Испаниялағы архитектура-парк ансамбле.
Әл-Хәмрә ҡәлғәһе | |
исп. La Alhambra[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 1238 |
---|---|
Дәүләт | Испания[2][3][1][…] |
Административ-территориаль берәмек | Гранада[d][2][3][1][…] |
Әҫәр заказсыһы | Гранада әмирлеге |
Архитектура стиле | испано-мавританское искусство[d] |
Дни работы | ежедневно[d] |
Мираҫ статусы | Historic Garden (Spain)[d][1], Zona Patrimonial[d][1], Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d][4] һәм объект культурного наследия Испании[d][5] |
Адрес | Calle Real de la Alhambra S/N, 18009 Granada[6] |
Почта индексы | 18009[6] |
Рәсми сайт |
alhambra-patronato.es[6] alhambra-patronato.es/en |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d], (iii)[d] һәм (iv)[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 69 594 |
Страница учреждения на Викискладе | Alhambra |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Alhambra[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Alhambra[d] |
Әл-Хәмрә ҡәлғәһе Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәӘл-Хәмрә ҡәлғәһе Гранада ҡалаһының көнсығыш өлөшөндә убалы террасала урынлашҡан.
Төп үҫешен мосолман династияһы Насриҙар идара иткән осорҙа ала (1230—1492), улар ваҡытында Гранада Иберия ярымутрауында Гранада әмирлегенең баш ҡалаһына, ә Әл-Хәмрә уларҙың резиденцияһына әйләнә (ҡалған һарайҙар башлыса XIV быуатҡа ҡарай). Манаралы ҡәлғә стенаһы эсендәге ҙур комплекс составына шулай уҡ мәсеттәр, торлаҡ йорттар, мунсалар, баҡсалар, келәттәр, зыярат ингән. Әлеге ваҡытта ислам архитектураһы музейы булып тора.
Ҡәлғә диуарҙарына манаралар менән ябып ҡуйылған киң комплекс составына шулай уҡ , торлаҡ йорттар, мунсалар, баҡсалар, келәттәр, зыярат инә. Әлеге ваҡытта музей булып тора.
Тарихы
үҙгәртергә1238 йылда «Әл-Әхмәр» (Ерән) ҡушаматлы Мөхәммәт I Ибн Наср Гранаданы Йософ ибн Һуд Мурсия тайфаһы әмиренән тартып ала, уныһы үҙ сиратында көсһөҙләнгән Әлмөхәдтәрҙән тартып алған булған.
Мөхәммәт I һарай төҙөй башлай, уны уның улы һәм вариҫы Мухаммад II аль-Факих (1273—1302) дауам итә.
1492 йыл Гранаданы Католик королдәр яулап ала, һәм Альгамбра король резиденцияһына әйләнә.
XVI—XVII быуаттарҙа. мәсет урынында Санта-Мария сиркәүе төҙөлә, ә һарай комплексы янында Карл V һарайы барлыҡҡа килә.
Тәхеткә Бурбондар ултырғандан һуң, йәғни Филипп V батшалыҡ иткәндән алып(1700—1746), испан королдәре Әл-Хәмрә менән ҡыҙыҡһыныуын юғалта.
В 1821 йыл Әл-Хәмрә ер тетрәүҙән зыян күрә.
Ҡыҙыҡһыныу тыуыуы
үҙгәртергәXIX быуаттың икенсе сирегенән Әл-Хәмрә Европа һәм Америка романтиктарын — әҙәбиәтселәрен һәм рәссамдарын йәлеп итә башлай; атап әйткәндә, ул 1829—1832 йылдарҙа Испанияла йәшәгән Вашингтон Ирвингҡа, шулай уҡ Джордж Ноэль Гордон Байронға, Франсуа-Рене де Шатобрианға, Виктор Гюгоға, Эдвард Бульвер-Литтонға һәм башҡаларға көслө тәьҫир итә.
Реставрация эштәре
үҙгәртергәШул уҡ ваҡытта Әл-Хәмрәне реставрациялау башлана, уларҙа архитекторҙар Хосе Контрерас Осорио (ул 1841—1843 йылдарҙа эштәргә етәкселек итә), уның улы Рафаэль Контрерас-и-Муньос (1847—1890 йылдарҙа) һәм ейәне Мариано Контрерас Гранха (1890—1910 йылдарҙа) айырыуса дан ала. Әммә хәҙерге заман күҙаллауҙары буйынса уларҙың реставрацияһы фәнни күҙаллауҙарҙан алыҫ була, улар ул ваҡытта таралған һәм мавритан архитектураһы тураһында бик боҙолған күҙаллауҙарҙан сығып эш итә, хатта «Әл-Хәмрә» архитектура стилен тыуҙыра. Тарихи ҡиәфәтенә яҡыныраҡ итеп Әл-Хәмрәне 1923—1936 йылдарҙа музей комплексын һаҡлаусы архитектор-реставратор Леопольдо Торрес Бальбас ҡайтара.
Галерея
үҙгәртергә-
Ғәрәп каллиграфияһы
-
Дозор башняһынан Әл-Ҡәсәбәнең дөйөм күренеше
-
Алтын бүлмә ихатаһы
-
Илселәр Залына инеү урыны
-
Арыҫлан ихатаһы
-
Апалы-Һеңлеле залының көмбәҙе
-
Карл V һарайы, көньяҡ фасады
-
Парталь
-
Пик манараһы: Хенералифенан күренеш
-
Һуғарыу каналы ихатаһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://www.iaph.es/patrimonio-inmueble-andalucia/resumen.do?id=i14929 (исп.)
- ↑ 2,0 2,1 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=es&srlang=es&srid=RI-51-0010966 — 2017.
- ↑ 3,0 3,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://whc.unesco.org/es/list/314
- ↑ Министерство культуры Испании — 1977.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Bibliotecas y Centros de Documentación de Andalucía
- ↑ Полное название ғәр. الْقَلْعَةُ ٱلْحَمْرَاءُ әл-ҡәлғәтү-л-х̣әмрә — «ҡыҙыл ҡәлғә».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вся Гранада и Альгамбра. [Barcelona:] Escudo de oro, 2011. ISBN 978-84-378-1880-1.
- Jacobs, Michael; Fernández, Francisco. Alhambra. London: Frances Lincoln, 2009. ISBN 978-0-7112-2518-3.
- Grabar, Oleg. The Alhambra. Cambridge (Mass.): Harvard University Press, 1978.
- Bermúdez López, Jesús y otros. La Alhambra y el Generalife: Guía Oficial. Granada: Patronato de la Alhambra y Generalife, TF Editores, 2010. ISBN 978-84-86827-28-1
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Туристический сайт Альгамбры (исп.) (инг.) (фр.) (итал.) (нем.)
- Сайт патроната Альгамбры и Хенералифе 2010 йыл 20 август архивланған. (исп.) (инг.)
- Сайт Альгамбры и Гранады (исп.) (инг.) (фр.) (нем.) (ҡыт.) (итал.) (порт.) (рус.) (ғәр.)
- Информация об Альгамбре и Гранаде (исп.) (инг.) (фр.) (нем.) (итал.) (пол.) (рус.)
- Сайт гидов Гранады (исп.) (инг.) (фр.) (нем.)
- История и архитектура Альгамбры (рус.)
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.