Әл-Ижәбәһ мәсете
Әл-Ижәбәһ мәсете (ғәр. مسجد الإجابة; рус. Мечеть аль-Иджабах) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны. Шулай уҡ Бәни Мүәвиә Мәсете йәки Әл-Мөбәхәлә Мәсете булараҡ билдәле
Әл-Ижәбәһ мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 622 |
---|---|
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Административ-территориаль берәмек | Мәҙинә |
Әл-Ижәбәһ мәсете Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәӘл-Ижәбә мәсете Мөхәммәт Пәйғәмбәр тере сағында төҙөлгән. Мәсет хаҡында Сәхих Мөслим хәҙисендә бәйән ителә. Мәсет Бәнү Ғәүес ырыуынан Мүәйә бин Мәлик бин Ғәүф ерендә төҙөлгән булған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әл-Әлиәнән ҡайтҡанда мәсет эргәһенән үтеп барған, күреп ҡалып шунда ингән, тип һөйләгән Әмир бин Сәғдари. Унда ул юлдаштары менән намаҙ уҡыған. Оҙаҡ доға ҡылғандан һуң, ул юлдаштарына боролоп, үҙенең Аллаһтан һораған өс теләге хаҡында һөйләгән. Ул халыҡты аслыҡтан һәм һыу баҫыуҙан ҡурсалауын, шулай уҡ кешеләр араһында ыҙғыш-талаштың туҡтауын һораған.
Аллаһ Иснәдендә әйтелгәнсә, һуғыш, яла яғыу һәм ыҙғыш Ҡиәмәт Көнөнә тиклем дауам итәсәк[1].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәМәсет Баҡиҙан көньяҡҡа табан 385 метр алыҫлыҡта Әс-Ситтин урамында урынлашҡан. Ән-Нәбәүи мәсетенә тиклем ара (киңәйтелгәндән һуң) ни бары 580 метр тәшкил итә. Бөгөн был төбәк Бәни Мүәвиә районының бер өлөшө булып тора. Бер манараһы бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Masjid-Masjid Bersejarah di Madinah: Masjid Al-Ijabah | ihram.co.id, ihram.co.id. 19 август 2018 тикшерелгән.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |