Әлфирә
Әлфирә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Әлфирә |
Этимологияһы
үҙгәртергәӘлфирә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе мәңге йәшел тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәБаҡыева Әлфирә Миңнулла ҡыҙы (1966 йыл) — ғалим-табип, муниципаль хеҙмәткәр. 1993 йылдан Өфө һәм республика дауаханалары табибы, бүлек мөдире; 2006 йылдан Өфөләге 36-сы поликлинканың баш табибы; 2007 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, хакимиәттең эштәр идарасыһы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Шәйәхмәтова Әлфирә Биктимер ҡыҙы (1951 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. 1986—2001 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 54-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
Ғәлләмова Әлфирә Хәләф ҡыҙы (1966 йыл) -Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Мәжитова Әлфирә — философия фәндәре кандидаты.
Йоносбаева Әлфирә — Башҡортостандың Баймаҡ районы Мәҙәниәт йорто янында 1983 йылда ойошторолған, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары һәм фестивалдәре дипломанты, лауреаты һәм еңеүсеһе, Б. Вәлид исемендәге район премияһы лауреаты «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә«Әлфирә» — Ринат Камал әҫәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |