«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Баймаҡ)

Башҡортостандың Баймаҡ районы Мәҙәниәт йорто янында 1983 йылда ойошторолған ансамбль. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары һәм

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостандың Баймаҡ районы Мәҙәниәт йорто янында 1983 йылда ойошторолған ансамбль. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары һәм фестивалдәре дипломанты, лауреаты һәм еңеүсеһе. Б.Вәлид исемендәге район премияһы лауреаты[1].

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Нигеҙләү датаһы 1983
Урын Баймаҡ районы
«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Италияға юлға сығыр алдынан. 1993 йыл. Буклет тышы

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 1983 йылда Баймаҡ мәҙәниәт йорто янында ойошторола. Төп эшмәкәрлек йүнәлеше — милли бейеү сәнғәтен үҫтереү һәм башҡорт бейеүенең иң яҡшы өлөгөләрен пропагандалау. Коллективта 30 бейеүсе. 1989 йылда уңыштары өсөн ансамблгә халыҡ исеме бирелә, әлеге исемде ансамбль күп тапҡыр иҫбат итте[1].

Художество етәкселәре: БР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Д. М. Исҡужин (нигеҙ һалыусы), В. Р. Баймырҙин, Радик Баҡиров, балетмейстер — Алина Вәлинурова, Ғәлинур Хәмитов.

Бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Й. З. Бикбирҙин, Д. М. Исҡужин, Р. Й. Низаметдинов, И. И. Мөхәмәтйәнов.

Репертуары

үҙгәртергә

Ансамбль репертуарында төрлө жанрҙағы 50-гә яҡын бейеү. Иң билдәлеләре: «Беләҙегем-йөҙөгөм», «Дуҫтар осрашҡанда», «Зарифа», «Ҡара юрға», «Тимербайҙың улдары», «Ҡара-ҡаршы», «Ирәндек буйында», «Ҡайтыу», «Маршрут», «Алдар-батыр», «Рекрут» башҡорт халыҡ бейеүҙәре; «Каруанһарай», «Сонайым» хореографик картиналары; «Ҡайтыу», «Күңелле тапылдау», «Болон һыҙғыртҡысы», «Перовский», Циалковский, «Генерал Игзаков» жанр бейеүҙәре һәм башҡа бейеүҙәр.

Фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашыу һәм ҡаҙаныштар[1][2]

үҙгәртергә

II Бөтә Союз үҙешмәкәр смотры (Ҡырым, 1987);
«Һиңә, Мәскәү!» Бөтә Рәсәй фольклор байрамы (Мәскәү, 1987;
Фольклор коллективтарының йыр һәм бейеү фестивале (Галле округы, ГДР, 1989);
Ырымбур өлк. БР көндәре (1996);
«Славян юлы» («Славянский ход») Бөтә Союз фестивале (Мәскәү, 1991);
II Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале (Красноярск, 1991);
Халыҡ-ара фольклор фестивале (Италия, 1993);
Халыҡ-ара фольклор фестивале Бельгия, 1997);
Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (Мәскәү, 1985);
Респ. халыҡ бейеүҙәре (Учалы, Гран при, 1994;
Ф.Ғәскәров ис. халыҡ бейеүе фестивалдәре (1994, Өфө);
Мәскәү ҡалаһының 850-йыллығына арналған «Дорогая моя Москва» халыҡ ижады фестивале — Гран-при (Мәскәү, 1996);
«Берҙәмлек — Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале (1996, Өфө);
Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районыадминистрацияһының мәҙәниәт өлкәһендә премияһы (1999);
«Еңеү салюты» («Салют Победы») республика халыҡ ижады фестивале (2000, Өфө);
«Башҡортостан — Урал ынйыһы» халыҡ ижады форумы дипломанты (2005; — Өфө);
Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата ойошторолған VI төбәк-ара фестивале (2014, йәш состав, 1-се дәрәжә диплом);

Ансамблдең элекке составы:

Аралбаев Фәттәх, Аралбаева Зарифа, Нурмөхәмәтов Әсхәт, Сәйғәфәров Салауат, Ильясов Илгиз, Шәйәхмәтов Марсель, Нарынбаев Азамат, Барлыбаева Лилиә, Фәхретдинова Резида, Рысмөхәмәтова Гөлнара, Асҡарова Луиза, Асҡарова Сулпан, Йәүҙәт Бикбирҙин, Динислам Исҡужин, Әхмәтова Гөлзифа, Ғирфанова Лиля, Әхмәтова Дилара, Арыҫланбәкова Гөлсөм, Бүләков Вилүр, Биктимерова Фирүзә, Ғәлин Рәшит, Дәүләтшин Альберт, Йыһаншина Гөлназ, Исҡужина Фирүзә, Кинйәбулатов Миңлеғәли, Ҡасҡынов Радис, Мөрсәлимова Гүзәл, Йоносбаева Әлфирә, Ямантаев Ғиззәт, Йәнбәков Радмир[1].

Аккомпаниаторҙар

Иҫәнғолов Радик (баян); Мәүлетҡолов Саньяр (баян); Биккулов Артур (аккордеон); Ғәйетбаев Әхиәт (ҡурай); Хәсәнов Рауил (ҡурай).

Ансамблдең бөгөнгө ҡаҙаныштары

«Ирәндек» халыҡ бейtүҙәре ансамбле күп кенә республика сараларында ҡатнаша, мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһындағы Ҡурай байрамнда, «Салауат йыйыны» фольклор байрамында, төрлө фестивалдәрҙең гала-концерттарында («Соцветие дружбы», «Салют Победы»). Йыл һайын тиерлек республика һәм халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була. 2014 йылда «Байыҡ» республика телевизион конкурсында ансамбль солисы Нәил Шәйәхәмәтов Гран-при яуланы; 2015 йылда шул уҡ конкурста «Ирәндек» ансамбле Гран-при алды, 2016 йылда — Динислам Исҡужин — Гран-при, 1 урынға — Ғәлинур Хәмитов лайыҡ булдылар. 2015 йылда Ф. Ғәскәров исемендәге призға VII халыҡ-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре араһында II дәрәжә лауреаты тип таныла, шулай уҡ Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт филармонияһының махсус призына лайыҡ булды. 2016 йылда «Уральский перепляс» XII Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәре фестивалендә — I дәрәжә лауреаты (Силәбе ҡалаһы), республика этник фестивалендә (Илеш районы) — 2-се урын, «Доступная среда» программаһы сиктәрендә «Беҙ баргә» интеграциялы фестиваль — «Өлкәндәр араһында халыҡ бейеүе» номинацияһында 1-се урын (Өфө, 2017); VIII Халыҡ-ара Ф. Ғәсҡәров исемендәге призға халыҡ бейеүҙәре фестивале (Мәләүез, 2018, Гран-при) VI Республика халыҡ коллективтарының үҙешмәкәр ижады фестивале"Дуҫлыҡ гөлләмәһе"(Өфө, 2018)[3].

«Ирәндек» ансамбленең яңы составы (етәксеһе — Наиль Шәйәхмәтов, балетмейстер — Алина Вәлинурова): Илшат Ғүмәров, Рәил Санъяров, Айнур Әминев, Радмир Байбулов, Ғәлинур Хәмитов, Фәиз Усманов, Наил Шәйәхмәтов, Инсаф Ҡолмөхәмәтов, Гөлкәй Рахманғолова, Гөлфиә Йәрмөхәмәтова, Гүзәл Шакирова,Гөлсинә Ғатауллина, Алина Вәлинурова, Ләйсән Муҡаева, Регина Иҫәнбаева, Яҙгөл Зөбәйҙуллина, Нәркәс Туйсина.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание. Китап. Уфа-2002.
  2. Сказание о земле Баймакской (документальное повествование о. истории и людях). Автор-составитель Ю. А. Узиков. Уфа. Изд. !Слово!, 1998
  3. Народный ансамбль танца «Ирандык» 2020 йыл 29 июнь архивланған.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. YouTube сайтында Видео Ансамбль народного танца «Ирандык».
  2. YouTube сайтында Видео Танец «Зарифа» — Народный ансамбль танца «Ирандык»
  3. YouTube сайтында Видео "Талир тәнкә " — женский состав ансамбля «Ирандык»
  4. YouTube сайтында Видео "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары - "Өс төп бейеүе"/ "Три пня"

Сығанаҡтар

үҙгәртергә