Әлмәтов Ғәйет Баймый улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалеря полкы пулемётсыһы. Гвардия ҡыҙылармеецы

Әлмәтов Ғәйет Баймый улы (рус.  Альметов Гает Баймеевич; 5 май 1924 йыл — 1 ғинуар 1973 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы пулемётсыһы. Гвардия ҡыҙылармеецы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры[1].

Әлмәтов Ғәйет Баймый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 5 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Ҡарағайкүл, Октябрьский ауыл советы, Благовещен районы
Вафат булған көнө 1 ғинуар 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (48 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәйет Баймый улы Әлмәтов 1924 йылдың 5 майында БАССР-ҙың Бөрө кантоны Сиҙәш ауыл Советы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы Осиповка ауыл Советы) Ҡарағайкүл ауылында тыуған.

1942 йылдың 18 авгусында БАССР-ҙың Байҡыбаш районы (1937—1956 йй.) хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия ҡыҙылармеецы Әлмәтов Ғәйет Баймый улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы пулемётсыһы булып хеҙмәт итә[2].

1945 йылдың 30-31 ғинуарында күрһәткән ҡаһарманлығы

  Эскадрондың хәрби операциялары һәм марш үтеүе ваҡытында, теләһә ниндәй шарттарҙа ла иптәш Әлмәтовтың пулемёты таҙа һәм һәйбәт торошта була. Шуның өсөн дошмандың 1945 йылдың 30 ғинуарында Янни ауылы янындағы ҡаты контрһөжүме ваҡытында пулемётынан өҙлөкһөҙ атып, иптәш Әлмәтов 17 гитлерсыны юҡ итте.

Ә 31 ғинурҙа, Вальдфульварк тораҡ пункты янында дошмандың көслө контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда, шәхси карабинынан атып 6 гитлерсыны үлтерҙе

 

III дәрәжә Дан ордены менән билдәләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әлмәтов Ғәйет Баймый улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Благовещен районы Ҡарағайкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 939.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә