Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (

Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].

Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Бүздәк районы, СССР
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районында тыуған. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың декабрендә Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында санинструктор булып хеҙмәт итә[1][2].

1943 йылда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән (батырлыҡ күрһәткән көнө: 14.11.1943), ә 1944 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1][2][3].

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана:

  Һуғыш ваҡытында ҡоралдары менән 20 яралы һалдатты командиры менән бергә һуғыш яланынан сығарҙы. 14.11.1943 йылдың 14 ноябре көнө Малодуша (белор. Маладуша) ауылы янындағы һуғышта сафтан сыҡҡан миномент тоҫҡаусыһын алмаштыра һәм минометтан атып дошмандың һуғыш припастары тейәлгән автомашинаһын шартлата[3].  

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә