Әбән ибн Сәғит
Әбән ибн Сәғит әл-Ғәс (ғәр. أبان بن سعيد بن العاص;рус. Абан ибн Саид) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе, ҡорайыш.
Әбән ибн Сәғит | |
ғәр. أبان بن سعيد بن العاص ғәр. أبان بن سعيد بن العاص الأموي[1] | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Хаҡ хәлифәт |
Тыуған көнө | билдәһеҙ |
Тыуған урыны | билдәһеҙ |
Вафат булған көнө | 634[1] |
Вафат булған урыны | Ajnadayn[d], Израиль[1] |
Бер туғандары | Khalid ibn Sa`id[d] һәм ʻAmr ibn Saʻīd ibn al-ʻĀṣ[d] |
Һөнәр төрө | сауҙагәр, Сәхәбәләр |
Эшмәкәрлек төрө | налоговое право[d] |
Эш урыны | Мәҙинә |
Һуғыш/алыш | Бәҙер һуғышы һәм Битва при Хайбаре[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәӘбән оҙаҡ ваҡыт мосолмандарға ҡаршы була. Уның ағалары Ғәмр менән Хәлид ислам ҡабул иткәндән һуң, уның ғаиләһендә низағтар башлана. Бәҙер һуғышында мосолмандарға ҡаршы һуғышҡан. Был алышта уның ағалары Ғүбәйдәт һәм Ғәс һәләк була. Хоҙайбиә солох килешеүен төҙөгәндә Әбән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең илсеһе Усман ибн Әффанды үҙ ҡурсыуына ала[2].
Мосолмандарға ҡаршы тороу осоронда яйлап ислам дин ғилемен өйрәнә. Ислам риүәйәтенә ярашлы, Әбән йыш ҡына Сүриәгә йөрөгән һәм шундай сәфәрҙәрҙең береһендә бер монах менән осрашҡан, ул иһә Ғәрәбстанда яңы пәйғәмбәрҙең килеүе тураһында хәбәр иткән. Әбән «яңы пәйғәмбәр»ҙең билдәләре тулыһынса Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән тап килгәненә инана. Мәккәгә ҡайтҡас, күпмелер ваҡыттан һуң ислам динен ҡабул итә. Был Хәйбәр янындағы һуғышҡа тиклем булған [2].
Ислам динен ҡабул иткәндән һуң Әбән Мәҙинәгә Һижрәт ҡыла, унда уға һалым өлкәһендә мөһим дәүләт эштәрен алып барыу бурысы йөкмәтелә. Әбү Бәкер хәлифә булған ваҡытта Византияға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Византияға ҡаршы яуҙарҙың береһендә һәләк була[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 الزركلي خ. ا. الأعلام (ғәр.): قاموس تراجم لأشهر الرجال والنساء من العرب والمستعربين والمستشرقين — 15 — بيروت: دار العلم للملايين, 2002. — Т. 1. — Б. 27.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Абан ибн Саид ибн аль-Ас // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |