Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы

башҡорт этнографы, төркиәтсе
(Әбүбәкер Диваев битенән йүнәлтелде)

Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы (6 декабрь 1855 йыл — 5 февраль 1933 йыл) — башҡорт этнографы, төркиәтсе. Коллегия теркәүсеһе (1881). Урта Азия тормошон һәм Ҡаҙағстан төрки халыҡтарының фольклорын, этнографияһын, телен, тарихын өйрәнеүгә арнаған атаҡлы ғалим һәм мәғрифәтсе, башҡорттарҙан тәүге профессорҙарҙың береһе.

Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваев
Тыуған көнө:

6 декабрь 1855({{padleft:1855|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур ҡалаһы, Ырымбур губернаһы (йәки Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Туҡай ауылы)

Вафат булған көнө:

5 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (77 йәш)

Вафат булған урыны:

Ташкент ҡалаһы,
Үзбәк ССР-ы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Этнограф, педагог

Наградалары:
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены

Биография

үҙгәртергә

Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваев 1855 йылдың 6 декабрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур ҡалаһында[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Туҡай ауылында[2]) затлы башҡорт дворяны Әхмәтйән Шаһиморат улы Диваев ғаиләһендә донъяға килгән[3][2]. Диваевтар нәҫеленән. Милләте буйынса башҡорт[4].

1876 йылда Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусының Азия бүлексәһен тамамлағас, Ташкентта хәрби хеҙмәт үтәй башлай. Артабан Төркөстан крайының өйәҙ идаралыҡтарында хеҙмәт итә.

1881 йылдан алып Ташкент ҡалаһында Һырдаръя өлкә хәрби губернаторы эргәһендә тәржемәсе булып эшләй. 1906 йылда штаб-ротмистр званиеһында отставкаға китә.

Революцияларҙан һуң, Ташкент ҡалаһында Төркөстан халыҡ университетын һәм Төркөстан көнсығыш институтын асыу тураһында инициатива күтәрә, 1918—1925 йылдарҙа шунда уҡыта. Шул уҡ ваҡытта 1919 йылдан алып Төркөстан халыҡ музейының этнография һәм археология бүлектәре мөдире булып эшләй, ә 1921—1923 йылдарҙа Ҡырғыҙстан ғилми комиссияһы һәм Төркөстандың төп халҡының көнкүрешен өйрәнеү буйынса комиссия экспедицияларын етәкләй[1]. Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваев 1933 йылдың 5 февралендә Ташкент ҡалаһында 78 йәшендә вафат була[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда хәрби бурысын үтәгән осорҙа уҡ ҡаҙаҡтарҙың, ҡарағалпаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, үзбәктәрҙең фольклорын һәм этнографияһын өйрәнә, археология, эпиграфика, иҫке яҙма ҡомартҡылары менән ҡыҙыҡһына. Материалдарын йыйып һәм өйрәнеп, рус теленә тәржемә итеп баҫтырып сығара[1]. Хеҙмәттәре Ташкент, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Верный ҡалаларының төрлө баҫмаларында сыға[3].

1894 йылда Төркөстан ҡалаһындағы изге Әхмәт Йәсәүи мавзолейының яҙмаларын күсереп алыу эшен ойоштора, Һырдаръя яры буйында Ҡорҡот-ата ҡәберлеген тикшерә[3]. Төркиәтселәр В. В. Бартольд һәм Н. Ф. Катанов менән хат алышҡан[1].

Ташкентта тыуған яҡты өйрәнеү музейының этнография һәм археология бүлектәренә етәкселек иткән осорҙа, уның экспонаттарын тәртипкә килтерә, ғилми тасуирламалар, материалдар йыйыу өсөн программалар төҙөй. Шулай уҡ этнографик экспедициялар ойоштороп, этнография, археология һәм фольклор буйынса материалдар йыйыуын дауам итә[3].

Диваев төрлө ғилми йәмғиәттәрҙең ағзаһы, шул иҫәптән: 1896 йылда — Төркөстан археология һөйөүселәренең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, 1924 йылда Академик үҙәгендәге тарих йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы итеп һайлана[1][5].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Бүләктәре

үҙгәртергә

Әбүбәкер Диваев 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна, Изге Станислав, Фарсы арыҫланы һәм ҡояшы, Бохара Алтын йондоҙо ордендары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Шәкүров Р. З. Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 Вәлиди Ә. Өфөбөҙҙән сыҡҡан бер ғалимдың хеҙмәтенә 25 йыл тулыу мөнәсәбәте менән // Ватандаш. — 2005. — № 12. — С. 109. — ISSN 1683-3554.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Рәшит Шәкүр, 2005
  4. Смирнова Н. С., 1964
  5. Сәлихов Ә. Ғ. Әхмәтзәки Вәлиди менән Әбүбәкер Диваевтың мөнәсәбәте хаҡында // Ватандаш. — 2005. — № 12. — С. 105—107. — ISSN 1683-3554.
  6. Диваев Абубакир Ахметжанович (1856–1933): Реком. список лит. на каз. и рус.яз. /ООУНБ им. С. Торайгырова; сост. Ш. Б. Шахметова, М. Ж. Исакаева. — Павлодар, 2006. — 19 с.
  7. Салихов А. Г. Он знает дух и душу нашего народа. «Республика Башкортостан» (7 декабрь 2005). Дата обращения: 15 июль 2015. 2015 йыл 18 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә