Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы

Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы (30 апрель 1957 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)

Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Биографияһы

үҙгәртергә

Нурзиә Әхмәт ҡыҙы Әбдрәшитова 1957 йылдың 30 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында тыуған. Әсәһе 1962 йылда йөрәк сиренән вафат булып ҡала.

Уны, һеңлеһен һәм ағаһын Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Ғәрифә өләсәйе үҙ ҡанаты аҫтына ала. Тик ул да 1967 йылда вафат була. Балалар яңынан Ҡараталға, атайҙарының яңы ғаиләһенә күсеп ҡайта.

1968 йылда Ҡаратал мәктәбе директоры Шәрифйән Ғәҙелшин уларҙы Баймаҡ интернатына урынлаштыра. Мәктәпте тамамлағас, буласаҡ актриса Ҡуянтау тәжрибә хужалығында бер йыл эшләп ала. Унан Роза Ильясованың өгөтләүе буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә.

Фәрдүнә Ҡасимова, Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Тамара Хоҙайбирҙиналар — уның уҡытыусылары була. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, 1977 йылда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ҡайта.

Яңы эшләй башлағас та тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән, хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ дәрәжәһенә күтәрелгән актрисаны белмәгән, ул тыуҙырған образдарҙы хәтерләмәгән кеше юҡтыр, моғайын. " Айһылыуҙың айлы кистәре"ндә — Хәнифә, "Ай тотолған төндә"лә — Тәңкәбикә, "Аҡҡош йыры"нда — Әлимә, «Бисәкәй»ҙә — Утлыбикә, "Аҡ ҡалфаҡ"та — Раушания ролдәре аша халыҡҡа яҡшы таныш ул.

Тәүге аҙымдарымды баҫырға өйрәткән режиссёры Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улын оло хөрмәт менән иҫкә ала Нурзиә Әхмәт ҡыҙы. Уға Хисмәтулла Дәүләтов, Әсҡәт Йәнбәков, Ҡәйүм Хөсәйенов, Рәмзилә Әҙелшина, Хәмзә Ҡурсаев, Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова кеүек сәхнә оҫталары менән бергә эшләргә, ижад итергә насип була.

Бына инде 35 йыл Нурзиә Әхмәт ҡыҙы яратҡан театрына тоғро хеҙмәт итә. Ошо арауыҡта ҡырҡтан ашыу роль башҡарып, халыҡ ихтирамын яулаған.

1977 йылда Риза Әбдрәшитовҡа кейәүгә сыға Илгиз менән Илнур исемле улдары бар. Барыһының да тормошо театр менән бәйләнгән: өлкән улы Илгиз — драма артисы, кесеһе Илнур — театр директоры вазифаһын башҡарыусы, Риза Ғәҡиф улы менән килендәре Айгөл дә театрҙа эшләй.

Театр сәнғәте өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте өсөн 2012 йылда Нурзиә Әхмәт ҡыҙы Әбдрәшитоваға «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Тәүге тапҡыр уйнаған спектаклдәре: «Алһыу таңдар», «Сәйер йондоҙҙар», «Зимагорҙар», «Ҡыйыу ҡыҙҙар», «Ҡойма ямғырҙа», «Ҡара төндә яҡты моң»…

Шул ваҡытта «Ҡара төндә яҡты моң» спектаклендә төп ролде — йәш ҡатын Гөлбикә образын тыуҙырырға тура килә. Көслө рухлы, уй-хисле, ышаныслы, урыны менән ярһыу образ ул.

Шунда уның киләсәген билдәләгән герой барлыҡҡа килә — ул «Ай тотолған төндә» спектаклендәге Тәңкәбикә роле.

«Рәйсә+Фәйзи», «Ҡыҙҙар ниңә илай?», «Тойғолар ниңә һүнә?», «Төштәге йыр», «Аҡ ҡалфаҡ», «Аҡҡош йыры», «Ҡазан һөлгөһө», Арыҫлан Мөбәрәковтың "Бисәкәй спектаклдәрәренге ролдәре лә тамашасы күңеленә хуш килә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)

Һылтанмалар

үҙгәртергә