Ташылдыҡтар, седименттар (рус. наносы) — һауа йәки һыу ағымы тарафынан килтерелгән ҡаты өлөшсәләр.

Ләм
Ташылдыҡ ҡом
Һыу ташылдыҡтары
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә седиментология[d]
 Һыу ташылдыҡтары Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Гидрологияла (шулай уҡ йырҙа өйрәнеүҙә (рус. русловедение), гидравликала) йырҙа ташылдыҡтары һәм йырҙаға бәйһеҙ ташылдыҡтар айырыла. Шулай уҡ ташылыу рәүеше буйынса ағым тәгәрәтеп килтергән (ауыр ташылдыҡтар) һәм һыу ағыҙып килтергән төрҙәргә бүленә. Йырҙа ташылдыҡтарын ғәҙәттә һыу төбөнән ағым тәгәрәтеп күсерә, ә йырҙанан тыш — һыуға эләгеп, ағып килә.

Ташылдыҡтар күсеүе йырҙа процесының асылын тәшкил итә.

Ташылдыҡтар барлыҡҡа килеү интенсивлығы һыу ағымының тиҙлегенә бәйле[1]. Таулы төбәктәрҙә ҡыҫҡа көслө ҡойма ямғырҙар быға бигерәк тә булышлыҡ итә.

Һыу йыуыу арҡаһында йыл һайын Ер өҫтө 10-12 млрд.куб. м тау тоҡомо һәм тупраҡ юғалта[1]. Барлыҡ йыллыҡ ҡаты аҡманың яҡынса 40 проценты 9 йылға өлөшөнә тура килә: Хуанхэ - 2 млрд. т тиерлек, Ганг - 1.5 млрд. т , Амазонка - 548 млн. т, Миссисипи - 312 млн. т, Амударъя - 217 млн. т, Нил - 111 млн. т., йәнә Брахмапутра, Янцзы, Һинд йылғалары. Рәсәйҙәге йылғалар араһында иң күп ташылдыҡтар аҡмаһы Йәнәсәйҙә - 17 миллион т . Һыу йыуыуы арҡаһында Ер өҫтө мең йылда 7 см-ға төшә бара.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә