Сураш — Үҫәргән һәм Байлар ҡәбиләләре составына ингән боронғо башҡорт ырыуы.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ырыу атамаһы ырыу башлығы исеменән алыныуы мөмкин. Сураш этнонимының фин-уғыр этимологиялы булыу мөмкинлеге һүҙҙең ялғауынан күренә, сөнки был һуҙҙең формалашыуы урал телдәренә хас принципҡа ҡоролған[1].

Үҫәргән ҡәбиләһенә ингән Сураш ырыуы иң боронғоларҙан һанала һәм иң баштан, ҡәбилә ойошҡан саҡтан уҡ, уның составына инә. Башҡорттар Сураш ырыуын, Айыу һәм Бүре ырыуҙары менән бер рәттән, иң боронғолар иҫәбенә индерәләр[2]. Ырыуҙың килеп сығыу тарихын Төньяҡ Арал яны һәм Һырдарья йылғаһының түбәнге өлөшөндә формалалышыуы һәм Баджгурд исеме аҫтында билдәле булған ҡәбилә берләшмәһе менән бәйләйҙәр. Үҫәргәндәр, башҡа ҡәбилә берләшмәһе кеүек, төрлө этник сығышлы ырыуҙар ҡушылыуынан барлыҡҡа килә. Сураш һәм Айыу ырыуҙары IV—VI быуаттарҙа Арал дингеҙенән төньяҡҡа һәм көнсығышта күсенеп йөрөгән уғыр ҡәбиләләре тоҡомонан булалар. Был ҡәбиләләр Урта Иртыш яны Сарғат мәҙәниәт берлегенең ҡалдығы була (тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө уларҙы савирҙар, сыбырҙар менән тиңләштерә[3][4]). Сарғат мәҙәниәте үҙ эсенә уғыр, самодий һәм өҫтөнлөк итеүсе иран этник һыҙаттарын ала. Л . М. Левина уғыр халыҡтарында айыу культы барлығын һәм башҡорттарҙа айыу ырыуы булыуын билдәләп үтә һәм был хайуан, моғайын, башҡорттарҙа тотем булғандыр тигән фекер әйтә. Айыу ырыуынан үҫәргәндәрҙең Бүре ырыуы айырылып тора, сөнки был исем уның иран сығышы хаҡында һөйләй:  эт (бүре) культы боронғо Һиндостан,Европа илдәрендә булған инаныуҙарға, шул иҫәптән боронғо хтоник Геката аллаһы менән бәйле. Арал яны дәүере баджгурдтар составындағы уғыр ырыуҙары тарафынан индерелгәне һәм бик оҙайлы ваҡыт һаҡланып килгәне һәм һуңғараҡ та башҡорттарҙы күрше халыҡтар иштәк экзоэтнонимы менән атауы билдәле[5]

Башҡорт Сураш ырыуы атамаһы ҡараҡалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә (ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Туғыҙ оғуҙ ырыуы эсендә), ҡырғыҙҙарҙа һәм Зәрәвшан ҡыпсаҡтарында бар[6]. Арал янында Сураш ырыуы, башҡа уғыр ырыуҙары һәм улар менән күрше йәшәгән иран телле хионит (уларҙы С. П. Толстов һаҙ ҡаласыҡтарын барлыҡҡа килтереүселәр тип һанай) ҡәбиләләре кеүек, төрки ҡәбиләләре ағылышы арҡаһында урындағы халыҡтың составына — ҡараҡалпаҡтар (Мөйтән ҡәбиләһе), ҡыпсаҡтар һәм үзбәктәрҙең ата — бабалары араһына инә. Был халыҡтың бер өлөшө Мөйтән йәки Үҫәргән исеме аҫтында бәшнәктәр составында көнбайышҡа табан йүнәлә[7].

1-се һәм 2-се мең йыллыҡ араһында Сураш ырыуы үҫәргәндәр составында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлаша. Монголдар һөжүме аҫтында XIII быуатта үҫәргәндәр Көньяҡ Урал тауҙары алдына күсенеп китәләр. Бында Сураш ырыуы бүлгеләнә: сураштарҙың бер өлөшө туғандаш байлар ҡәбиләһе составында ҡала һәм һуңғараҡ Ыҡ йылғаһының түбәнге өлөшөнә күсеп ултыра, ҡалғандарыҺаҡмар буйы далаларына китә. Үҫәргәндәрҙең Сураш ырыуының ныҡ йоғонтоһона Йәнәй ырыуы дусар була, уларҙа үҫәргән тамғаларының күплеге ошо хаҡта һөйләй.

Ырыу аралары

үҙгәртергә

Абдулла, Байтал, Буйлыҡҡан, Иман, Йомаҡай, Ҡалмаҡ, Ҡаралар, Ҡуян, Ҡыпсаҡ, Кәрәкәй, Мырҙағәле, Мышы, Суҡмар, Төрөкмән, Үр, Уҫмаҡ.

Фамилиялары

үҙгәртергә

Абдуллин, Валитов, Ҡулаев, Ҡарабаев,Сарбаев һ. б.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Муратов Б.
  2. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения.- М., 1974.- С.110.
  3. Левина Л. М. Этнокультурная история Восточного Приаралья.- М., 1996
  4. Сыбыры. 2012 йыл 19 март архивланған.
  5. Левина Л. М. Этнокультурная история Восточного Приаралья.- М., 1996
  6. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения.- М., 1974.- С.143.
  7. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения.- М., 1974.- С.432.
  8. Государственные деятели. 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.