Һеләүһен (күл)
Һеләүһен — рус. Селезя́н - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы күл.
Һеләүһен | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Һеләүһен Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең географы, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә рус. Селезя́н (Селезни) күленең атамаһы башҡорттарҙа киң таралған Селезин (Һеләүһен) тигән исемдән килеп сығып, Селезян, Селезни рәүешлегә үҙгәргән тип фараз итә [2].[3]
Ысынлап та, халҡыбыҙҙа ир балаларға көслө йәнлектәр исеме биреү киң таралған булған. Шулар иҫәбендә Һеләүһен (диал. Селәүсен) исеме лә бар. Мәҫәлән, Һеләүһен Кинйин - 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Е. И. Пугачёвтың полковнигы.[4]
Географияһы
үҙгәртергәЭткүл районының төньяҡ өлөшөндә, Силәбенән яҡынса 40 км, Копейскиҙан 20 км алыҫлыҡта ята.
Көньяҡ-көнбайыш ярында Һеләүһен ауылы урынлашҡан . Унан йыраҡ түгел - Кесе Һеләүһен һәм Аткүл күлдәре, һуңғыһы менән ул ер аҫты һыуҙары менән тоташҡан. Төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Сүмләк йылғаһы ҡоя[5].
Һеләүһен күле күренештәре
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н. И.Селезян // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Селезян[1]
- ↑ Улдарына Һеләүһен тип исем ҡушҡандар // Ҡырағай мөхит - "Башҡортостан", 14 март 2017 [2] 2019 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Селезян// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.