Аткүл (Силәбе өлкәһе)

Аткүл  — рус. Аткуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге күл.

Аткүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Күл Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Эткүл районы биләмәһенә инә; уның көньяҡ-көнбайыш ярында Аткүл ауылы урынлашҡан.

Күлдең майҙаны 13 км²,оҙонлоғо — яҡынса 6 километр, киңлеге — яҡынса 2,2 километр. Һыу массаһы күләме — 29,3 млн м³ самаһы.

Күлдең төбө башлыса ләмле, әммә урыны менән таштары ла бар; ҡомло ярҙары ла бар. Ярҙары һөҙәк, үҫемлектәре күп түгел. Һанһыҙ ҡылымыҡтар һәм ер аҫты һыуҙары менән Селезән күле менән тоташҡан.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Башҡортса «Ат + күл» тип яһалған атама [2]. Атҡол тигән ирҙәр исеменән килеп сыҡҡан тигән фараздар ҙа бар, имеш, «ҡол» һүҙе «күл»гә әйләнгән[3]. Шулай булыуы ла ихтимал, әлбиттә. Әммә күлдең халыҡ телендә Эткүл тигән икенсе күлдән бик алыҫ та булмауы шулай ҙа тап ат тигән хайуан исеме һәм күл тигәндән барлыҡҡа килеүе хәҡиҡәткә яҡыныраҡтыр

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күл соҡоро Сүмләк йылғаһының боронғо үҙәнендә урынлашҡан. Күлгә йылғанан мул булып килгән ағым иҫәбенә һыу алмашынып тора. Тәрәнлеге ҙур булмағанға күрә йәй күлдә һыу йылына - 20° С һәм унан да юғарыраҡ була. Һыу бер тиклем тоҙло.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Үҫемлектәре — күрән ҡамыш (лат. Scírpus) һәм ҡыяҡлы ҡамыш (лат. Phragmítes). Күл буйында өйрәктәрҙең, шулай уҡ ҡаҙҙарҙың төрлө төрөн осратырға мөмкин .

Аткүлдә күп төр балыҡ: һаҙан, аҡ амур, ҡорман, сабаҡ, табан, алабуға, шамбы, суртан һәм башҡа балыҡтар тереклек итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Матвеев А. К. Географические названия Урала: краткий топонимический словарь. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1980. — 318 с.
  3. Аткуль, озеро (html). Краеведческий портал Челябинской области. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 22 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә