Һарт-Әбдрәш ауыл советы

Һарт-Әбдрәш ауыл Советы (рус. Сарт-Абдрашевский сельсовет) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы составындағы ауыл биләмәһе статусындағы муниципаль берәмек.

Һарт-Әбдрәш ауыл советы
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәк Һарт-Әбдрәш[1]
Административ-территориаль берәмек Сафакүл районы (Ҡурған өлкәһе)[1]
Халыҡ һаны 1097 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Административ рәүештә бүленә Аҙналы (Ҡурған өлкәһе)[1], Баязит (Ҡурған өлкәһе)[1], Петровка (Сафакүл районы)[1], Преображенка (Ҡурған өлкәһе)[1] һәм Һарт-Әбдрәш[1]
Майҙан 311,55 км²
Карта

Административ үҙәге — Һарт-Әбдрәш ауылы.

Тарихы үҙгәртергә

Ҡурған өлкәһенең 2004 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән № 419[3] Законына ярашлы рәүештә ауыл Советына ауыл биләмәһе статусы бирелгән. Ауыл биләмәһе составына 5 тораҡ пункт индерелгән, Һарт-Әбдрәш ауылы биләмә үҙәге тип билдәләнгән.

Биләмә үҙәге Һарт-Әбдрәш ауылы Октябрь революцияһына тиклем Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Һарт улусы составында була[4]. 1924 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына булып ала ла, шул йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлөп, Ялан-Ҡатай районы ойошторола һәм Һарт-Әбдрәш ауылы уның составына күсерелә. 1934 йылдың 17 ғинуарында Силәбе өлкәһе ойошторола, һәм Ялан-Ҡатай районы йәнә административ-территориаль йәһәттән үҙгәреш кисерә — Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Сафакүл районы булдырыла, һәм Һарт-Әбдрәш ауылы яңы берәмеккә индерелә. 1943 йылдың 6 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ҡурған өлкәһе булдырылған. һәм был район уның составына күсерелгән.

Муниципаль берәмектең майҙаны 31 155 гектар, шул иҫәптән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә — 26 230 гектар, һөрөнтө ер — 11 312 гектар, көтөүлектәр — 3 990 гектар, урман фонды — 3 526 гектар, һыу фонды ерҙәре — 1 244 гектар[5].

Географияһы үҙгәртергә

Биләмә территорияһына Һарт-Әбдрәш, Аҙналы, Баязит, Петровка, Преображенка ауылдары биләгән майҙандар инә. Ауыл советы биләмәһе күлдәргә бай. Петровканан төньяҡтараҡ урынлашҡан Шәмилә күле тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә һәм популяр ял итеү урыны булып тора.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
20042010[6]2012[7]2013[8]2014[9]2015[10]
159714341367129612741214

Ауыл биләмәһе составы үҙгәртергә

Тораҡ пунктТораҡ пункт тибыХалҡы
1 Аҙналы ауыл 222[6]
2 Баязит ауыл
  1. Н/Д[11]
3 Петровка ауыл 33[6]
4 Преображенка ауыл
  1. Н/Д[12]
5 Һарт-Әбдрәш ауыл, административ үҙәк
  1. Н/Д[13]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»
  4. Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Сарт-Абдрашевский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  9. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  11. Баязит ((Ҡурған өлкәһе)) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  12. Преображенка ((Ҡурған өлкәһе)) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  13. Һарт-Әбдрәш > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник

Һылтанмалар үҙгәртергә