Шәмилә (күл)
Шәмилә, Сульфатлы (рус. Шамеля, Сульфатное) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районындағы аҡмай торған ҡырҡыу тоҙло күл, шифалы ләм ятҡылыҡтары менән билдәле. Популяр ял итеү урыны. Һарт-Әбдерәш ауыл Советынан төньяҡ-көнсығыштараҡ, Мартыновка ауылынан 5,5 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Шәмилә | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Ҡурған өлкәһенең төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, майҙаны 102 гектар[1].
Күл ҡыш көнө лә туңмай.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКүлдә һыу минералләшкән, сульфат-хлорид натрийлы, бик күп кимәлдә бром бар. Минералләшеүе 80-200 г / л. Күлдәге глаубер тоҙо - мирабилит запасы сәнәғәт әһәмиәтенә эйә.
Күл төбөндә сульфидлы ләм батҡағы ятҡылыҡтары бар. Батҡаҡ структураһы: батҡаҡ иҙелмәһе 49,7%, кристаллик һөлдә 40,6%, коллоид комплексы 9,7%.
Фауна
үҙгәртергәКүлдә артемия (лат. Artemia salina) ҡыҫалаһы тереклек итә. Был ҡыҫала бик үҙенсәлекле - ул айғолаҡаяҡлылар отрядына инә. Ҙурайғандарының өс күҙе һәм 11 пар аяғы була һәм кәүҙәләре 15 миллиметр оҙонлоҡҡа тиклем етеүе мөмкин.[2].
Туризм
үҙгәртергәҺыуы һәм шифалы ләменең дауалау үҙенсәлектәре арҡаһында, Шәмилә күле үҙ белдегенә килеп ял итеүселәр араһында бик популяр. Шәмилә күленең һыуы ифрат ныҡ тоҙло, хатта тулыһынса сумып булмай, һыу өҫтөндә тик кенә ятырға була. Израилдәге Үле диңгеҙҙәге кеүек, һыуға батып булмай тиерлек.
Күлдә 15-20 минуттан да артыҡ йөҙөргә кәңәш ителмәй. Шунан һуң мотлаҡ һыуҙан сығырға кәрәк.
1770 йылда немец ғалимы, энциклопедист, тәбиғәт фәндәре белгесе Петер Симон Паллас «бөйөк Шимеля» тип атап, күлгә тасуирлама биргән булған[3] [4]
Күлгә барыу юлы
үҙгәртергәКүлгә барыу өсөн «Иртыш» Р254 федераль автомобиль юлы буйынса хәрәкәт итергә кәрәк: Ҡурған өлкәһенең Щучье ҡалаһы яғына көньяҡҡа боролоп, артабан Сухоборск, Сафакүл аша көньяҡ-көнбайышҡа барырға. Мартыновкаға етәрәк, Петровка яғына грунт юлына боролорға кәрәк. 3 саҡрым үткәс, күл күренер.
Этимологияһы
үҙгәртергәКүл исеменең ҡайҙан килеп сығыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Әлеге көндә урыҫ телендә Шамеля, Шамиля тип яҙып йөрөтөлһә лә, Паллас уны Шимеля тип телгә алған[3].
Видео
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Приказ от 17.01.2014 No 26 «Об утверждении Перечня особо охраняемых природных территорий регионального и местного значения Курганской области»
- ↑ Greta E. Tyson & Michael L. Sullivan Scanning electron microscopy of the frontal knobs of the male brine shrimp (инг.) // Transactions of the American Microscopical Society : journal. — 1980. — Т. 99. — № 2. — С. 167—172.
- ↑ 3,0 3,1 Озеро Шамеля. Департамент природных ресурсов и охраны окружающей среды Курганской области
- ↑ Петер Симон Паллас:«оно кругло, в поперечнике с полверсты, дно и берега состоят из чистого песку и росол очень солон, но когда его отварить, то с поваренною солью отседает много и главберовых головок;... осенью на нем множество алых водяных червей, и берега как бы песком покрыты сих насекомых яйцами, которые цветом и величиною подобны пещаному зерну. Озеро сие кажется имеет довольную глубину, и к варению соли было бы всех протчих способнее, ежели покажется надобным иметь здесь таковые заводы.»