Үрге Яңы Ҡотломбәт

Үрге Яңы Ҡотломбәт (рус. Верхненовокутлумбетьево) — Ырымбур өлкәһе Матвеевка районындағы ауыл.

Үрге Яңы Ҡотломбәт
Нигеҙләү датаһы 1780
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Емельяновский сельский совет[d]
Халыҡ һаны 257 кеше (2010)[1]
Почта индексы 461874
Карта

Ауылға 1780 йылда нигеҙ һалынған. Оло Кенәле йылғаһының уң яры буйында урынлашҡан. Халҡы — 257 кеше. Үрге Яңы Ҡотломбәттең урындағы атамаһы Шарҡай — башҡорт телендәге «шыр ҡайын» тигәндән килеп сыҡҡан.

Ауылдың боронғо тарихы етерлек өйрәнелмәгән. 1970-90 йылдарҙа был территорияла ғалимдар-археологтар тарафынан төрлө дәүер (бронза быуатынан алып урта быуаттарға тиклем) ҡомартҡылар — ҡурғанлы ҡәберлектәр һәм торамалар табыла.

Элек-электән был ерҙәрҙә башҡорт башҡорт күсмә ҡәбиләләре йәшәгән. Улар Волга буйы Болғары һәм Ҡаҙан ханлығы хакимлығын бары тик номиналь рәүештә генә таныған. XVI быуат ахырында, Ҡаҙанды Иван Грозный алғандан һуң, ауыл Мәскәү дәүләте биләмәләренә инеп ҡала.

Әммә төбәкте үҙләштереү күпкә һуңыраҡ башланған. Күскенсе башҡорттар батша воеводаларына яһаҡты онотҡанда бер түләй, Мәскәү тарафтарын бик һанлап бармай.

XVIII быуат башында Рәсәй империяһы үҙ биләмәләрен Урал буйы көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәрендә һәм Волга аръяғы далаларына табан киңәйтә, хәрби нығытмалар һәм гарнизондар төҙөтә. 1743 йылда Көньяҡ Уралда һәм Төньяҡ Ҡаҙағстандың бик ҙур майҙанын үҙ эсенә алып Ырымбур административ үҙәге булдырыла. Шул мәлдә төбәккә «яһаҡлы» татарҙарҙы күсереп ултырталар, уларҙың бурысы — станциянан станцияға почта (ям) алып барыу өсөн егенке аттар аҫрау була. Бер-береһенән 30 саҡрым алыҫлыҡта ямсылар ауылдары урынлашҡан, улар араһында хәҙер инде Иҫке тип аталған Ҡотломбәт, Иҫке Әмир һәм Иҫке Яҡуп ауылдары була. Тора-бара яңы күсенеүселәр яңы ауылдар барлыҡҡа килтерә, улар араһында Үрге Яңы Ҡоломбәт ауылы ла була.

Ҡыҙыҡлы факт

үҙгәртергә

Ауылдың урыҫ телендәге яҙылышы Верхненовокутлумбетьево — Рәсәй тораҡ пункттар атамаһы араһында, Старокозьмодемьяновское тигән ауыл менән бер рәттән, ҡушып яҙылған иң оҙон (һыҙыҡһыҙ һәм буш урынһыҙ) һүҙ атама булып тора (23 хәреф)[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә